Викидатала элемент юҡ

Баҡын (Баҡый) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Баҡын, Баҡый — «мәңге йәшәусе», «мәңгелек» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Баҡын Кейексин (Баҡый Кинкчин) — 1736—1745 йылдарҙа Дыуан волосы старшинаһы. Беренсе документаль сығанаҡ Алағуз (Баҡын) ауылы Ҡыйғы районы Башҡортостан тураһында.1735-1740 йылдағы башҡорт восстанияһыда.(Башҡортостан тарихы китабы( 6-сы том Демидова. Н. Ф.).

Баҡый Туйкиев (1719, Уҫы даруғаһы Уран улусы Уръябаш а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Иҫке Уръябаш а., — ?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы мариҙарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Алағуз Баҡынов (рус. Алакуз Бакинов) — Дыуан улусы старшинаһы, 1764 йылда Ырымбур сик һыҙатында башҡорт-мишәр отряды командиры була. Һуңғараҡ Польша походына ла бара. Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша.

Баҡыев Рим Сәғит улы (4 ғинуар 1939 йыл) — Башҡортостандың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1999—2003), Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1976) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылында тыуған.

Топонимдар

үҙгәртергә

Баҡый (Белорет районы) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.

Баҡый (Стәрлебаш районы) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә