Баҙардөҙө[2] (әзерб. Bazardüzü) йәки Базар дюзю — табасаран телендә, Киченсув (лезг. КичIен сув[3][4]) — Төп Кавказ һыртының Әзербайжан менән Рәсәй (Дағстан) сигендәге түбә. Бейеклеге 4466 метр.

Баҙардөҙө
Рәсем
Тау һырты Оло Кавказ
Яҡынса бейеклеге 2454 метр[1]
Топографическая изоляция 259,08 km[1]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дағстан һәм Гусарский район[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 4466 метр
Карта
 Баҙардөҙө Викимилектә

Баҙардөҙө Рәсәйҙең иң көньяҡ нөктәһе булараҡ киң билдәле, мәгәр ғәмәлдә был нөктәнән 4 километрға төньяҡтараҡ урынлашҡан, алыҫлығы 7,3 км. Үҙ нәүбәтендә Рагдан һәм Нәсән тауҙары Баҙардөҙө нән көньяҡтараҡ урынлашҡан һәм Рәсәйҙең иң көньяҡ нөктәһенә яҡыныраҡ, ярашлы рәүештә 2,2 һәм 3,7 км[5]. Баҙардөҙө Әзербайжандың һәм Дағстанlың иң бейек түбәһе булып тора. Балсыҡлы сланецтарҙан һәм порфириттарҙан барлыҡҡа килгән. Баҙардөҙө түбәһенән XX быуат башында 8 боҙлоҡ сығып торған, иң ҙуры 1 километр самаһы оҙонлоҡта булып, Тихицар тигән атамалы булған[4].

Баҙардөҙө массивы — Көнсығыш Кавказдың иң бейек нөктәһе

үҙгәртергә

Баҙардөҙө Төп Кавказ көнсығышында унан тармаҡланған һырттарҙың иң һуңғы быуыны, унан ары тауҙар тәпәшәйә бар. Баҙардөҙө итәгенән бик күп йылғалар ағып сыға һәм Самур йылғаһына барып ҡоя. Баҙардөҙө майҙандары ниваль-боҙлоҡло, боҙлоҡло-эрозиялы һәм эрозиялы-денудациялы рельефтары менән билдәле. Хәҙерге заман боҙланыу эҙҙәре (карыҙар, ос һәм ҡабырға мареналары, трогтар) айырата массивтың төньяҡ-көнбайыш өлөштәренә асыҡ күренә. Көньяҡ, шулай уҡ көнсығыш үңерҙәрендә боҙлоҡ эҙҙәрен тулыһынса тиерлек эрозия юҡҡа сығарған. Баҙардөҙөнөң рельефын барлыҡҡа килтереүгә ел ашауы ла йоғонто яһай, шул арҡала үңерҙәрҙә төрлө ҙурлыҡтағы яҫы уйпатттар (ниваль соҡорҙар), ҡомло һәүерташтарҙан торған ҡая киҫәктәре осрай. Массивтың итәктәрендә үҙәндәргә бүленеү ныҡ таралған. Үҙәндәр ярайһы тәрән (1500 м һәм тәрәнерәк) һәм U-рәүешле булып йырылған. Трог (ялғашҡа оҡшаған) кеүек үҙәндәр генә үҙенә башҡа — 8-9 км-ға етә. Уларҙың үңерҙәре үҙән төбөнән 400—500 м-ға ҡалҡып тора. Был үҙәндәрҙең тигеҙ һәм шыма төптәре урыны менән 200 һәм күберәк метрға етә. Әлеге мәлдә Баҙардөҙөнөң боҙланыуы бер нисә боҙлоҡтан һәм ҙур булмаған фирн (боҙға әйләнә барған ҡар) «башлыҡ»тан тора, уларҙың майҙаны — 3,6 км².

Баҙардөҙө боҙлоҡтары — Әзербайжандың һәм Дағстандың ғына түгел, тотош Төп Кавказдың иң көнсығыш боҙлоҡтары төркөмө. Баҙардөҙөнөң төньяҡ үңерендә ике боҙлоҡ — Муркар һәм Тихицар бар, уларҙан көрәк башына оҡшаған 5 ҙур булмаған сығынты аҫылынып тора. Иң күренеп торғаны Тихицар боҙлого, оҙонлоғо 0,9 км, киңлеге 150—200 м (Будагов Б. А., Кисин И. М. О современном оледенение Базардюзю. Докл. Ан АЗССР, № 1, 1960.). Боҙлоҡтоң ауышлығы киҫкен үҙгәреп тора һәм дөйөм алғанда 250 м тәшкил итә. Боҙлоҡтоң «теле» төньяҡҡа ауышҡан. Боҙлоҡтоң ныҡ ауыш булыуы арҡаһында ул тәүлегенә 4,4-тән 9,3 см-ға тиклем шыуа бара.

Муркар боҙлоғо төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле, Баҙардөҙө итәгендә цирк аренаһы рәүешле уйпат булып тора. Цирк текә ҡырлы ҡаҙанға оҡшаш, төбө 700—800 м самаһы, итәктәрендә фирн ҡаплаған уйпаттар бар. Боҙлоҡтоң дөйөм оҙонлоғо 1440 м, киңлеге 300—450 м. Боҙлоҡтоң теле киртләстә тамамлана, оҙонлоғо 70 м, киңлеге 130 м самаһы. Һуңғы быуатта боҙлоҡтар һиҙелерлек кәмене. 1897 йылда майҙаны 13,8 км² тәшкил итһә, 1911 йылда — 6,67 км², хәҙер иһә 3.8 км². Массивт итәктәрендә ғәжәйеп матур альп һәм субальп болондары йәйрәп ята, унда апрелдән сентябргәсә урындағы халыҡтың, малсыларҙың һарыҡ-кәзәһе көтөүҙә йөрөй.

Баҙардөҙө массивының хайуандар донъяһы ла бай һәм үҙенсәлекле. Дағстан туры, тау кәзәһе, ҡоралай ярайһы күп һаҡланған. Кеше аяғы баҫмаған ҡаяларҙа, боҙлоҡтар янында тиерлек тау күркәләре йәки улар тигән ҡоштар осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әзербайжан телендә Базардюзю (Баҙардөҙө) «баҙар майҙаны», дөрөҫөрәге, йүнәлеш күрһәткән һүҙ — «баҙарға төҙәү, йүнәлтеү». Табасарандарса — төҙөк баҙар, тигеҙ баҙар. Эш шунда — борон һәм урта быуаттарҙа ошо түбәнән көсығыштараҡ Шахнабад үҙәнендә йыл һайын төрлө тарафтарҙан төрлө милләттәр килеп ҙур йәрминкә ҡора торған булған. Унда Шәрҡи Кавказдан үҙ халыҡтары — хыналығ, крыз, будух, лезгин, рутул, цахур, авар, ләк, даргин, ҡумыҡ, нуғай, әзербайжан — ғына түгел, грузин, әрмән, ғәрәп, йәһүд, фарсы, һинд сауҙагәрҙәре лә килә торған булған. Баҙардөҙө яғы башҡа түбәләрҙән айырылып, әллә ҡайҙан күренеп торған. Каруансылар боҙ диуар янына килеп еткәс, һулға боролоу менән йыраҡ та түгел, үләнле үткәүелдән баҙар майҙанына барып сығасағын белгән, йәғни ошо тауға ҡарап юлды төҙләгәндәр.

Урындағы лезгиндар тауҙы «Киченсув» тип атай[3], «Ҡурҡыу тауы» тигәнде аңлата был атама[3].

Тауға күтәрелеүҙәр тарихы

үҙгәртергә

Баҙардөҙөнө беренсе булып рәсми рәүештә теркәлеп буйһондорған кеше — урыҫ топографы прапорщик Сергей Тимофеевич Александров. 1849 йылда Ҡорош артылышы аша төньяҡ-көнсығыш һырттан күтәрелеп ул тауҙа триангуляция вышкаһы ҡуя. 1952 йылдың авгусында Баҙардөҙөгә төндә Г. И. Анохин күтәрелә. 1952 йылдың сентябрендә ул уҡ тарихта беренсе тапҡыр Баҙардөҙөнөң боҙло яғынан түбәгә менә. 1993 йылда Э. М. Раһимов - Көньяҡ һырттан, ә Я. А. Асадов — көньяҡ-көнбайыш цирктан күтәрелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=10428
  2. Горкин А. П. География. — М.: Росмэн-Пресс, 2006. — 624 с. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — 10 000 экз. — ISBN 5-353-02443-5.
  3. 3,0 3,1 3,2 Такая вот романтика(недоступная ссылка) «Новое Дело» выпуск № 28 (964) от 16 Июля 2010 (недоступная ссылка — история)
  4. 4,0 4,1 Кичен-даг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Лист карты K-38-108 Хачмас. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.

Һылтанмалар

үҙгәртергә