Башҡорттар (М. Өмөтбаев)

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тарихи-этнографик очергы
(Башҡорттар (М.Өмөтбаев) битенән йүнәлтелде)

«Башҡорттар» (1876 йыл) — тарихи-этнографик очерк, башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе, тарихсы, этнограф Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙған. 1984 йылда Өфөлә нәшер ителгән «Йәдкәр» китабына һәм уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн әҙерләнгән башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия китабына индерелгән[1].

Башҡорттар
Төп тема этнография
Жанр очерк[d]
Автор Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү урыны Өфө
Әҫәрҙең теле урыҫ теле һәм башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1979 һәм 1984
Дата производства 1876

М.Өмөтбаев 1876 йылда был очергын яҙып бөтөрә һәм Өфөгә «Уфимские губерни» гәзитенә, 1880 йылда Рус география йәмғиәтенә ебәрә. Ләкин мәҡәлә баҫылмай, ҡулъяҙмала ҡала. Хеҙмәт заманында икенсел сығанаҡтар аша фән донъяһында үҙ эҙен ҡалдыра. М.В Лоссиевский «Былое Башкирии и башкир по легендам, преданиям и хроникам» исемле тарихи-этнографик очергында М.Өмөтбаевтың ҡулъяҙма хеҙмәтен файҙаланыуын, ә «Влияние мусульманиста» һәм «Писатели последнего времени» тигән бүлектәре тулыһынса уға таянып яҙыуын белдерә. 1979 йылда тәү тапҡыр башҡортса тәржемәлә «Башҡорт әҙәбиәтенең текстология мәсьәләләре» китабында баҫыла[2].

«Башҡорттар»

үҙгәртергә
  Халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларынан күренеүенсә, Россия власы аҫтында ҡалғанса, аҫаба йәки күсмә башҡорттар бейҙәр тарафынан идара ителгәндәр, һәм был бейҙәр йыш ҡына вассал рәүешендәрәк ханға буйһонғандар. Бындай бейҙәр йәки хан вассалдары аҙ булмаған.

Башҡорттарҙың йорт хужалығы башлыса малсылыҡтан торған.

Уларҙа мөхәббәт, ҡунаҡтарға маҡтау һәм рәхмәт йырлана. Йырҙар бар. Мәҫәлән, «Ашҡаҙар» — шул исемдәге йылғала батып үлгән ире тураһында башҡорт ҡатыны тарафынан сығарылған йыр, башҡа йырҙарға ҡарағанда нығыраҡ хөрмәтләнә. Өлән, йырҙарында батырҙарҙың, ҡаһарманлығы һәм хандарҙың уландарына өгөт-нәсихәттәре йырланған.

Ислам ныҡлап урынлашҡанға тиклем башҡорттар, башҡа халыҡтар кеүек үк, бөтә хөрәфәттәргә ышанғандар. Йәш килендәр тәүге осрашыу ваҡытында ҡайныға, ҡайнағаларға, хөрмәтле ҡарттарға, тауҙарға, йылғаларға һәм, ғөмүмән, һоҡландырғыс әйберҙәргә табынғандар.

Ҡарт башҡорттар, азиялылар кеүек үк, йәштәргә йондоҙҙар хаҡындағы легендаларҙы төшөндөрәләр. Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе — үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү*, икенсеһе -— йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө — хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү.

Ҡул эштәренән һарауыс — ҡашмау аҫты бәйләүесен нағышлауҙы белеү ҡыҙыҡлы, һәр сигеү фигураһының үҙ исеме бар. Мәҫәлән, сатыр һүрәте ҡаба ябыу, йәғни Мәккәләге изге йорт Кәғбәнең ҡыйығы тип атала. Кәғбә һүҙе куб тигәнде аңлата **. Бишек (люлька), тәкә мөгөҙө (козий рог), манара (башня) һәм башҡа формалар бар.

Бөтә башҡорт батырҙары өләңдәрҙә йырлана: мәҫәлән, Мораҙым, Заятүләк, Сура батыр һәм дары еҫен аҙ еҫкәгән бүтән күп кенә батырҙар. Өләң йәки башҡорт эпосы осоро иһә, башҡа европалыларҙыҡы кеүек үк, батырҙар дәүере менән тамамлана.

Боронғо башҡорттар хаҡында тейешле төшөнсә булдырыу өсөн уларҙы хәҙергеләре менән бутарға ярамай. Бының өсөн боронғо башҡорттарҙы ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, кейемдәре һәм һөйләштәре яғынан тарихтарының тәүге осорона, йәғни уларҙың эпостары йәшәгән дәүергә ҡайтарып ҡарарға кәрәк[1].

 

Әһәмиәте

үҙгәртергә
  • Башҡорттарҙың бер ҡасан да үҙ хандары һәм ханлығы йәғни үҙ дәүләте булмауы тураһындағы фекерҙе инҡар итә[3].
  • М.Өмөтбаев башҡорт эпосын йөкмәткеһенә һәм эске тәбиғәтенә ҡарап, батырҙар, мөхәббәт, өгөт-нәсихәт төркөмдәренә бүлә. Хәҙерге фольклористика ғилеме ошондай классификацияны таный һәм батырҙар, мөхәббәт, өгөт-нәсихәт хаҡындағы ҡобайырҙарға бүлеп ҡарай. Ул башҡорт эпосының батырҙар дәүере менән тамамланыуын билдәләй. Был тезисты хәҙерге фольклористика ғилеме лә раҫлай[4].
  • Башҡорт халҡының йолалары, фольклоры һәм яҙма әҙәбиәте тураһында мәғлүмәттәр, аңлатмалар бирә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 149—150-се б..
  2. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 279-сы б..
  3. «Ватандаш» ж. 2001 й. № 8 188-се б."Ваҡыт сиктәрен ашҡан ижад" Ғиниәт Ҡунафин, филология фәндәре докторы
  4. Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 236-сы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 148-се.
  • Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 246-сы.
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 189—196-сы б.б..
  • «Ватандаш» ж. 2001 й. № 8 188-се б."Ваҡыт сиктәрен ашҡан ижад" Ғиниәт Ҡунафин, филология фәндәре докторы