Лоссиевский Михаил Владимирович

Лоссиевский Михаил Владимирович (яҡынса 18501884) — тыуған яҡты өйрәнеүсе, этнограф. Урыҫ география йәмғиәте ағзаһы.

Лоссиевский Михаил Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1850
Вафат булған көнө 1884
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы

үҙгәртергә

Лоссиевский Михаил Владимирович 1850 йылда яҙыусы Владимир Степанович Лоссиевский ғаиләһендә тыуған.

Өфө губернаһы статистика комитетының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора. Лоссиевскийҙың тикшеренеүҙәре башҡорт халҡының фольклорын, этнографияһын һәм тарихын өйрәнеүгә арналған. Башҡорт легендаларын, хикәйәттәрен, йырҙарын, риүәйәттәрен һәм башҡа фольклор әҫәрҙәрен йыйған.

1876 йылда «Оренбургский листок» (№ 24) гәзитендә «Башкирская легенда о месяце» мәҡәләһе баҫылып сыға, унда ай һәм башҡорт ҡыҙы тураһында шиғри хикәйәтте һөйләй. Был әҫәрҙә ай, башҡа башҡорт әкиәттәрендәге кеүек үк, ир зат булып тора. Башҡорт ҡыҙы һыуға барған саҡта, ай сибәр ҡыҙҙы үҙенә ҡатынлыҡҡа ала, һәм шул ваҡыттан алып ҡыҙ унда көйәнтәһе һәм биҙрәһе менән баҫып тора.

Лоссиевский «Старинные ханства» хроникаһын баҫтырып сығара. Хроникала Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ҡунаҡбай ауылында яҙып алған юрматылар шәжәрәһен килтерә[1].

1882 йылда «Волжско-Камское слово» гәзитендә (№ 221) «Пугачёвский бригадир Салават и Фариза» хеҙмәтен баҫтыра.

1883 йылда «Өфө губернаһының иҫтәлектәр китабында» Лоссиевскийҙың «Прошлое Башкортостана и башкир по легендам, сказаниям и шэжэре» хеҙмәте нәшер ителә. М. И. Өмөтбаев «Боронғо башҡорттарҙың көнкүреше һәм дин», «Башҡортса һөйләш», «Башҡорттарҙың рухи донъяһы һәм әҙәбиәте» бүлектәрен яҙыуҙа ҡатнаша һәм тәржемә менән ярҙам итә[2]. Был хеҙмәткә, авторға шул уҡ Өмөтбаев еткергән, «Башкирские улени и песни» ҡушып бирелә. Ашҡаҙар йылғаһына батып үлгән ире тураһында иҫтәлек итеп сығарылған «Ашҡаҙар» йыры һүрәтләнә, һәм башҡалар.

Был хеҙмәттә тасуирлаған риүәйәттәр буйынса, башҡорттар ырыу ҡоролошо менән йәшәгән һәм хан идаралыҡ иткән, һуңғы хан Тюря-Бабату-Клюсов була. Уның төйәге Чёртово городище булараҡ нығыраҡ билдәле, Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған ерҙә моронда урынлашҡан. Хандың цитаделы валдар һәм соҡорҙар менән нығытылған, Ҡариҙел йылғаһына йәшерен юлы була.

  • Кое-что о Башкирии и о башкирах в их прошлом и настоящем. Уфа, 1903.
  • Пугачёвский бригадир, певец и импровизатор.// Наш Салават. Уфа, 1882.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Янгузин Р. З. Этнография башкир (история изучения). Уфа: Китап, 2002.— 192 с.— С.74—75.
  2. Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев.// Ж. «Ватандаш».

Һылтанмалар

үҙгәртергә