Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы
Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы — Өфөләге ял итеү паркы. Ҡаланың Совет районында Менделеев, Сәғит Агиш урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты араһында урынлашҡан.
Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | Мәҙәниәт һәм ял паркы |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1966 |
ultt.ru/parklesovodov/ | |
Урынлашыуы | |
54°43′59″ с. ш. 56°00′54″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан Республикаһы |
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылдың Октябрь Революцияһына тиклем хәҙерге урмансылар паркы биләмәһе иң боронғо дворяндар нәҫеленән булған алпауыт Валентин Аполлонович Новиковҡа ҡараған. Янында уның ике ҡатлы ҡала ситендәге баҡса йорто урынлашҡан булған.
Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы 1966 йылдың 18 сентябрендә Менделеев урамы буйлап урман-парк зонаһында булдырылған һәм япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙан торған ташландыҡ урман массивынан ғибәрәт булған.
2014 йылдың июненән авгусына тиклемге осорҙа Башҡортостан Президенты Р. З. Хәмитов инициативаһы буйынса парк территорияһы төҙөкләндерелә: бында яҡтыртыу үткәрелә, дөйөм оҙонлоғо 9 саҡрым булған йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары һалына, шулай уҡ 80 эскәмйә һәм мәғлүмәт күрһәткестәре ҡуйыла. Паркта пикник өсөн зона ойошторола, балалар өсөн уйын майҙансығы, ике спорт майҙансығы төҙөлә. Был эштәрҙең хаҡы 50 миллион һум самаһы тәшкил итә.
Ҡала паркы хәҙер популяр ял итеү урыны булып тора. Бында зверинец вольерҙары урынлашҡан. Башҡортостан урмансылары урман паркына Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Ботаник баҡса-институты терәлеп тора.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ильдар Нургалеев. В Уфе открыт после реконструкции Парк лесоводов Башкортостана . Proural.info (2 сентябрь 2014). Дата обращения: 15 ноябрь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.(рус.). Proural.info (2014-09-02). 15 ноябрь 2015 тикшерелгән.