Башҡортостан украиндары

Башҡортостан украиндары (укр. Українці в Башкортостані) — Башҡортостан Республикаһы территорияһында бер нисә тарихи дәүер дауамында формалашҡан этник төркөм. 2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса украиндарҙың һаны 39 875 кеше тәшкил итә[3][4] — башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтарҙан һуң, иң эре төркөмдәрҙең береһе булып тора. Украиндарҙың иң ҙур һаны 1939 йылға тура килә: украин диаспораһының һаны республикала 100 мең тирәһе — 92289 кеше тәшкил итә[5].

Башҡортостан украиндары
Туған тел украин теле, башҡортса‎, татар теле һәм урыҫ теле
Урын Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 39 875 кеше[1][2]
 Башҡортостан украиндары Викимилектә

Беренсе украин күскенселәре Башҡортостан территорияһында XVIII быуат башында барлыҡҡа килә. Уларҙы хөкүмәт Көньяҡ Урал һәм Урал алдының нығытма һығыҙына хәрби хеҙмәт алып барыу һәм дәүләт йөкләмәләрен үтәү өсөн йүнәлтә[6].

XVIII—XIX быуаттар дауамында Башҡортостан ерҙәрен украиндар тарафынан үҙләштереү бик һүлпән бара, сөнки ул осорҙа крепостнойлыҡ хоҡуғы ғәмәлдә була.

XIX быуаттың икенсе яртыһындағы буржуаз реформаларынан һуң украиндар Башҡортостанға күпләп күсенә башлай. Был крепостнойлыҡ хоҡуғының ғәмәлдән сығыуы һәм иҡтисадтың капиталистик үҫеш юлына күсеүе менән бәйле. Рәсәй үҙәк губерналарында, Украинала, Белоруссияла һәм Балтика илдәрендә крәҫтиәндәрҙең ерһеҙ ҡалдырыу процесы башлана. Айырыуса ер йотлоғо Украинаның үҙәк һәм төньяҡ губерналарында күҙәтелә: Полтава, Чернигов, Киев, Харьков һәм Подольск губерналарында, тап ошо губерналарҙан украиндар Башҡортостанда күпләп төпләнәләр. Шулай уҡ мигранттарҙың Екатеринослав, Херсон, Таврия, Волынь, Курск, Воронеж губерналарының көньяҡ өйәҙҙәренән килеүе күҙәтелә.

Украиндарҙың Башҡортостанға күсеп ултырыуҙың яңы этабы 1917 йылғы Революциянан һуң башлана. Совет осоронда илдең көнсығышында сәнәғәт һәм аграр райондарын үҙләштереү украин миграцияһының яңы ағымын тыуҙыра. Украиндар айырыуса ойошоп республиканың көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында төпләнәләр.

Һан буйынса динамика

үҙгәртергә
1926

[7] чел.

% 1939

[8] чел.

% 1959

[9] чел.

% 1979

[10] чел.

% 1989

[11] чел.

% 2002

[12] чел.

% 2010

[3][4] чел.

%
всего 2665346 100,00 % 3158969 100,00 % 3341609 100,00 % 3844280 100,00 % 3943113 100,00 % 4104336 100,00 % 4072292 100,00 %
Украиндар 76610 2,87 % 92289 2,92 % 83594 2,50 % 75571 1,97 % 74990 1,90 % 55249 1,35 % 39875 1,00 %

Һуғыштан һуңғы осорҙа украиндарҙың һаны кәмей башлай. 1959 йылда республикала 83 594 украин йәшәй, 1970 йылда — 76 005, ә 1979 йылда — 75 571. Украиндар тыуған яғына, Украинаға, ҡайта, бынан тыш, урыҫтар араһында украиндар бик тиҙ ассимиляцияға бирәләләр, бигерәк тә был хәл ҡала һәм эшсе ҡасаба халҡына ҡағыла, ауыл шарттарында был процесс бер ни тиклем яй үтә.

Украин ойошмалары Башҡортостанда

үҙгәртергә

Мәҙәни-ижтимағи ойошмалар

үҙгәртергә

1990 йылдың ғинуарында Ойоштороу конференцияһы уҙғарыла, конференцияла «Кобзарь» исеме аҫтында украин мәҙәниәтен ихтирам итеүселәр щирҡәт (товарищество) ойошторола, 1992 йылда украиндарҙың беренсе съезында әлеге ширҡәт ошо уҡ исем аҫтында Республика милли-мәҙәни үҙәккә әүерелә[13]. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының украин йәштәре союзы булдырыла («Бөркөт»). «Бөркөт» «Кобзарь» үҙәге һәм украин ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы «Берегиня» менән тығыҙ бәйләнештә эш итә[14].

Мәғариф һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә

Башҡортостанда украин телен өйрәнеүгә лайыҡлы иғтибар бүленә. 2011 йылда Рәсәйҙә 12 украин мәктәбе ғәмәлдә була, шул иҫәптән, 9 мәктәп — Башҡортостанда[15] Украин теле Степановка (Ауырғазы районы), Троицк (Благовар районы), Золотоношка (Стәрлетамаҡ районы) урта мәктәптәрендә, Шишмә районындағы Санжар төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытыла. 1993 йылдан Өфөнөң Киров районында украин теле, әҙәбиәте һәм Украина тарихы уҡытылған республика база мәктәбе эшләй, уның эргәһендә Т. Г. Шевченко исемендәге йәкшәмбе украин мәктәбе булдырылған. Баш ҡаланың Калинин районында шулай уҡ Милли йәкшәмбе украин мәктәбе эшләп килә. Украин телен республикала 500 тирәһе уҡыусы өйрәнә. Балалар-үҫмерҙәр лингвистик лагерҙары ойошторола.Өфөлә украин теле һәм әҙәбиәте прфессиональ уҡытыусылар Союзы бик уңышлы эшләй. Башҡортостандағы украин телен өйрәнгән балаларға Украина шифаханаларына бушлай путевкалар бирелә.

М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының Өфө филиалы ректоры, билдәле этнолог Владимир Бабенко етәкселегендә Украинистка үҙәге бик һөҙөмтәле эшләй. Ошо үҙәк булышлығында «Украинцы Башкирской АССР: поведение малой этнической группы в полиэтничной среде», «Украина — Башкортостан: годы испытаний и сотрудничества», «Песенный фольклор украинских переселенцев в Башкирии», «Завези од мене поклон в Украину», «Башкортостан — Украина: связь времен» һәм башҡа китаптар нәшер ителгән[16].

Халыҡ ижады һәм традициялары

үҙгәртергә

Башкортостанда украин үҙешмәкәр коллективтар бар, улар араһында «халыҡ» исеменә лайыҡ булған — «Кобзарь» хоры (Өфө ҡалаһы), ансамбль «Барвинок» (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Днипро» хоры (Мәләүез ҡалаһы). Украин мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, һис шикһеҙ, Башҡортостан Республикаһы Президентының Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылында Башҡортостан украиндарының тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыу тураһында Указы булышлыҡ итә. Уның составында — ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, тыуған яҡты өйрәнеү музейы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/perepis_itogi1612.htm
  2. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/results2.html
  3. 3,0 3,1 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2020 йыл 30 апрель архивланған.
  4. 4,0 4,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.
  5. Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. demoscope.ru. Дата обращения: 31 март 2017.
  6. Украинцы » История и Культура Башкортостана (рус.). www.bashculture.ru. Дата обращения: 25 март 2017.
  7. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам России: Башкирская АССР
  8. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по регионам России: Башкирская АССР
  9. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по регионам России: Башкирская АССР
  10. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по регионам России: Башкирская АССР
  11. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по регионам России: Башкирская АССР
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
  13. Дорошенко В. Б. «Кобзарь» // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  14. Синенко С. Г. Украинцы // Культура народов Башкортостана Словарь-справочник. — Уфа, ГУП Уфимский полиграфкомбинат, 2003. ISBN-5-85051-260-80  (рус.), ПОСРЕДИ РОССИИ - POSREDI.RU (10 ноябрь 2012). 25 март 2017 тикшерелгән.
  15. Мурзабулатов М. Восточнославянские народы // Ватандаш : журнал. — 2011. — № 7. — С. 201—206. — ISSN 1683-3554..
  16. Башкортостан стал признанным центром российской украинистики. Башинформ (26 май 2010). Дата обращения: 12 август 2017.
  • Ахатова Ф. Г. Украинские песни в Башкортостане (историко-этнографическое исследование). — Уфа: Гилем, 2000. — 146 с. — ISBN 5-7501-0182-7.
  • Бабенко В. Я. Материальная культура украинцев Башкирии: Историко-этнографическое исследование: Автореф. дис. … канд. ист. наук. — Л., 1985.
  • Бабенко В. Я. Украинцы Башкирской ССР: Поведение малой этнической группы в полиэтнической среде. — Уфа, 1992.
  • Бабенко В. Я. Украинцы / Народы Башкортостана: историко-этнографические очерки. — Уфа, 2002.
  • Бабенко В. Я., Бабенко С. В. Украинцы / Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. М. — Уфа, 2007.
  • Молощенков А. Н. Миграция украинского населения на Южный Урал в первой четверти XX века // Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 23 (161). История. Вып. 33. — С. 26-32.
  • Мурзабулатов М. Восточнославянские народы // Ватандаш : журнал. — 2011. — № 7. — С. 201—206. — ISSN 1683-3554.
  • Народы Башкортостана: энциклопедия. — Уфа: Башк. энцикл., 2014. — 528 с. — ISBN 978-5-88185-085-2
  • Синенко С. Г. Украинцы // Культура народов Башкортостана. Словарь-справочник. — Уфа: ГУП Уфимский полиграфкомбинат, 2003. — ISBN 5-85051-260-80
  • Украина — Башкортостан: годы испытаний и сотрудничества. — Уфа, 1993.
  • Украина — Башкортостан: связь времен. — Уфа, 2001.
  • Українці Башкирії. Т. 1: Дослідження і документи. // Гол. ред. Г. Скрипник, наук. ред. В. Бабенко; відп. ред. Д. Чернієнко; упоряд. Ю. Сіренко, І. Чернієнко, Л. Єфремова, М. Пилипак. — Київ: ІМФЕ НАН України; Уфа, 2011. — 492 с. — ISBN 978-966-02-6248-5.
  • Черниенко Д. А., Пилипак М. А. Село Казанка и украинцы Альшеевского района. — Уфа, 2012.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Многоязычность