Башҡортостан йәмәғәт именлеге советы

Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советыБашҡортостандың ведомство-ара конституцион органы.

Башҡортостан йәмәғәт именлеге советы
Дөйөм мәғлүмәт
Нигеҙләнгән 5 апреля 1994 года
Штаб-квартира Башҡортостан, Өфө, Республика Йорто
Рәйес Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Секретарь Рәмил Кәбир улы Исҡужин[1]
Сайт
[1]

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Башҡортостан Президентының 1994 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Башҡортостан Республикаһы именлек советы булдырыла. Был конституцион органдың төп маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы Президентының кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, Башҡортостандың иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен, уның территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу тора.

Совет Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, федераль һәм республика закондарына, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа норматив-хоҡуҡи акттарына нигеҙләнеп эшләй.

2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы тип атала.

Совет составына секретарь һәм Башҡортостан Президенты тәғәйенләп ҡуйған башҡа ағзалар инә, ә Президент үҙ сиратында уның рәйесе булып тора.

Йәмәғәт именлеге советы ултырыштары кварталға бер тапҡырҙан да кәм булмаған йышлыҡта үткәрелә.

Төп бурыстары

үҙгәртергә

Башҡортостан йәмәғәт именлеге советының төп бурысы булып тора:

  • республикала йәмәғәт именлеген тәьмин итеү стратегияһының төп йүнәлештәрен билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһы Президентына республикала йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләй;
  • Башҡортостанда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өлкәһендә республика маҡсатлы программаларын әҙерләүҙе ойоштороу;
  • Башҡортостан территорияһында йәмәғәт именлеге объекттарына янаған хәүефте асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса оператив ҡарарҙар әҙерләү;
  • Башҡортостанда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өлкәһендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу процесында республиканың башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеген координациялау буйынса тәҡдимдәр эшләү, уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау.

Етәкселәре

үҙгәртергә

Рәйестәре

үҙгәртергә

Секретарҙары

үҙгәртергә
  • Р. К. Исҡужин (2013 йылдан башлап).
  • М. Ш. Мәһәҙиев (2011 йылдан алып)
  • А. И. Шабрин (1998 йылдан алып)
  • В. Н. Антипин. (1994 йылдан алып)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә