Башҡортостан генерациялау компанияһы

Башҡортостан генерациялау компанияһы («БГК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) — Рәсәй энергетик компанияһы, Башҡортостан Республикаһында электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү менән шөғөлләнә. Республика биләмәһендә генерациялау сы ҡеүәттәр менән идара итә һәм «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» («БашРТС» ЯСЙ) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һәм башҡа бүлендек предприятиеларҙың эштәрен көйләй. Рәсәйҙең система булдырыусы ойошмалар исемлегенә ингән (2015).

Башҡортостан генерациялау компанияһы
Нигеҙләү датаһы 2006
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Рәсми сайт bgkrb.ru

Компанияның юридик адресы: 450045, Өфө ҡалаһы, Энергетиктар урамы, 60.

«Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 2006 йылдың 28 июлендә булдырыла. Ошо ваҡыттан предприятие «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән бүленеп сыҡҡан. Төҙөлгән ойошманың бурыстары булып электр һәм йылылыҡ энергияһы генерациялау һәм уны Башҡортостан Республикаһы предприятиелары һәм тораҡ пункттарына бүлеү тора.

Башҡортостан генерациялау компанияһы республикалағы 10 Йылылык электр үҙәге, Ҡарман дәүләт район электр станцияһы һәм Павловка гидроэлектростанцияһы генерациялау ҡеүәттәре менән идара иткән. Компанияның беренсе директоры Чижиков Виктор Алексеевич була[1].

2012 йылдан Башҡортостан генерациялау компанияһы «Интер РАО» компаниялар төркөмөнә ингән. Был ваҡытта «Башҡортостан генерациялау компанияһы» активтары хаҡы 30 миллиард һум самаһы тәшкил итә.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә
 
Өфө ТЭЦ-3

«Башҡортостан генерациялау компанияһы» «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» («БашРТС» ЯСЙ) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һәм башҡа бүлендек предприятиеларҙың эштәре менән идара итә һәм көйләй.

Уның составында Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан 18 эре һәм кесе электр станциялары. Ойошма электр энергияһы менән Башҡортостан Республикаһы һәм күрше төбәктәр предприятиеләрен һәм халҡын, ә йылылыҡ энергияһы менән — Башҡортостандың һигеҙ ҡала предприятиеларын һәм халҡын тәьмин итә.

Компания электр станцияларының дөйөм ҡеүәте — 4005,6 МВт., дөйөм йылылыҡ ҡеүәте — 8349,8 Гкал/сәғ (2017), «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре оҙонлоғо 1480 км. "Башҡортостан генерациялау компанияһы"ның тулайым активтары 2015 йылдың 31 мартына ҡарата 36,8 миллиард һум тәшкил иткән[2].

 
Йомағужа ГЭС-Ы

Йылылыҡ һәм электр энергияһы Ҡарман ГРЭС-ы (1831,1 МВт., 204 Гкал/сәғ), Өфө ТЭЦ-1 (77,74 МВт, 685,8 Гкал/сәғ), Өфө ТЭЦ-2 (519 МВт., 1528 Гкал/сәғ), Өфө ТЭЦ-3 (95 МВт, 992,8 Гкал/сәғ), Өфө ТЭЦ-4 (270 МВт, 792 Гкал/сәғ), Салауат ТЭЦ-ы (180 МВт., 526 Гкал/сәғ), Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы (320 МВт., 1539 Гкал/сәғ), Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы (МВт 255., 1511,2 Гкал/сәғ), Өфө янындағы ТЭЦ (210 МВт., 447 Гкал/сәғ), Урал аръяғы ТЭЦ-ы (17,444 МВт., 28,44 Гкал/сәғ), ГТЭС «Сибай» (16 МВт., 95,54 Гкал/сәғ), Павловка ГЭС-ы (166,4 МВт), Йомағужа ГЭС-Ы (45 МВт.), «Төпкилде» (2,2 МВт), шулай уҡ бер нисә бәләкәй һәм микро-ГЭС-тарҙа етештерелә.

Башҡортостан Республикаһындағы компания составында бар донъяла күпселек тәшкил иткән электр энергияһы етештереү төрҙәре — ГРЭС-тар, ТЭЦ, ЕЭС (ел электр станцияһы)[3], ГЭС, шул иҫәптән бер нисә бәләкәй һәм микро-ГЭС-тар бар .

Электр һәм йылылыҡ энергияһын һатыуҙан компания алған табыштың нисбәте 2/5 кеүек[4]. «Башҡортостан генерациялау компанияһы» ГРЭС яғыулыҡ балансы: тәбиғи газ — 97,73 %, күмер — 1,98 процент, мазут — 0,29 %.[5]

Структураһы

үҙгәртергә
 
Башҡортостан генерациялау компанияһында электр энергияһы етештереү структураһы

Башҡортостан генерациялау компанияһы составына «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән бүлендек йәмғиәте инә, ул Өфө һәм Благовещен ҡалаларын хеҙмәтләндерә; «БашРТС-Стәрлетамаҡ» филиалы Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Сибай ҡалаларын хеҙмәтләндерә; «БашРТС-Нефтекамск» филиалы — Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларын хеҙмәтләндерә.

Шулай уҡ Башҡортостан генерациялау компанияһының бүлендек йәмғиәте булып «Башэнрготранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт — автотранспорт ойошмаһы тора, ул Өфөлә, Благовещен, Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Күмертау һәм Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Нуриман районынындағы Павловка ҡасабаһында һәм Нефтекама ҡалаһының Энергетик ауылында Башҡортостан генерациялау предприятиеләрен хеҙмәтләндерә.

Экология ҡануниәтен боҙоу

үҙгәртергә

«Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт Өфө ТЭЦ-2 һыуытыу системаһының бысраҡ һыуҙарын ағыҙғыс ҡоролмалар аша Теплое күленә түгә, был көслө тауыштар менән оҙатыла[6]

Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы суд аша «БГК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 2013 йылда уҡ Өфө ТЭЦ-2 каналының бысраҡ һыу ағыҙыу каналы тауышын кәметеү буйынса саралар эшләүен һәм тормошҡа ашырыуын талап итте.

2011 йылда компанияның шартлау һәм янғын сығыу ҡурҡынысы булған производство объекттарын файҙаланыуға лицензияһы булмай. Суд асыҡлауынса, «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте шартлау һәм янғын сығыу ҡурҡынысы булған хәүефле производство объекттарын сәнәғәт хәүефһеҙлегенең мотлаҡ нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙоуҙар менән, атап әйткәндә, шартлау һәм янғын сығыу ҡурҡынысы булған етештереү объекттары менән файҙаланыуға лицензияһы булмаған килеш эксплуатациялай (хәүефле производство объекттарын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ № А41-00029)[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Газета «Выбор» № 134—135 от 8 сентября 2015 года.
  • Журнал «КОММЕРСАНТЪ BUSINESS GUIDE» № 194, 16 октября 2012 года, с. 16.
  • «Башкирэнерго: этапы, события, люди». Уфа, 2000.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә