Башҡортостан (киностудия)

(Башкортостан (кинокомпания) битенән йүнәлтелде)

«Башҡортостан» киностудияһы, рәсми исеме "Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» киностудияһы дәүләт унитар предприятиеһы" — тулы метражлы, документаль һәм мультипликацион фильмдар төшөрөү менән шөғөлләнгән совет, артабан Рәсәй кинокомпанияһы. Эшмәкәрлек урыны — Өфө ҡалаһы.

Башҡортостан
Тармаҡ киноиндустрия[d]
Нигеҙләү датаһы 1990
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы унитар предприятие[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө
Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт kinorb.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5020 ± 9

СССР-ҙа иң йәш киностудия. 1990 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында ойошторола. Киностудияның беренсе рәйесе итеп Әмир Абдразаҡов тәғәйенләнә.

Тәүге йылдарҙа киностудияла хроникаль документаль фильмдар төшөрөлә, уларҙың төп темаһы башлыса Башҡортостан тарихы була.

1992 йылдан алып киностудияла анимацион фильмдар төшөрөлә башлай.

1995 йылда беренсе уйын фильмы «Быяла юлсы» (режиссеры Булат Йосопов, сценарий авторы Айҙар Аҡманов, операторы Рияз Исхаҡов, рәссамы Владислав Байрамғолов) төшөрөлә.

1997—2006 йылдарҙа квартал һайын Башҡортостан Республикаһының сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни тормошо тураһында «Аҡбуҙат» тележурналы сығарыла.

2007 йылда киностудия уйын кинопроекттарын цифрлы форматта булдырыу өҫтөндә эшләй башлай. Киностудияла комедия жанрында беренсе тулы метражлы «Рәхмәт» фильмы төшөрөлә (режиссеры Әнүәр Райбаев).

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 27 октябрендәге күрһәтмәһе нигеҙендә «Башҡортостан» киностудияһы үҙгәртеп ҡорола. «Башкиновидеопрокат» һәм «Башҡортостан» киностудияһы дәүләт унитар предприятиелары берҙәм ойошмаға — Башҡортостан Республикаһының «"Башҡортостан" киностудияһы» дәүләт унитар предприятиеһына берләштерелә[1].

2007 йылда 8 март ҡасабаһына ингән ерҙә киностудия бинаһын төҙөү тураһында ҡарар сығарыла. «Башкиргражданпроект» проекты буйынса яңы киноцентр ҙур һәм кесе павильондарҙан, декорация цехы, актерҙарҙы тәьмин итә торған оҫтахана, аппаратлы тауыш яҙҙырыуцехы, ҡарау залы, фильмдарҙы тиражлау цехы, фильмдар һаҡлағысы, ҡунаҡхана һ.б. торорға тейеш була[2].

2018 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итә[3].

Фильмдар

үҙгәртергә

Документаль фильмдар

үҙгәртергә
  • «Республика хроникаһы» (1990; сцен. М. М. Зарипов, реж. Әмир Абдразаҡов., опер. А. Т. Биктимеров һәм И . Х. Ғәлиуллин);
  • «Салауат Юлаев көндәре» (1991; сцен. һәм реж. М . Н. Якшимбетов, опер. Р . М. Исхаков);
  • «Зәки Вәлиди Тоған» (1992; сцен. Ғәзим Шафиҡов, реж. А. Г. Абдразаҡов, опер. И . Х. Ғәлиуллин);
  • «Аркайым» (1993; сцен. һәм реж. М . Н. Геллер, опер. И . Х. Ғәлиуллин һәм А. И. Трегубов);
  • «Ғәскәров» (1994; сцен. һәм реж. В. С. Кәримов, опер. И . Х. Галиуллин һәм Л. А. Мешков);
  • «Ҡоролтай» (1995; сцен. һәм реж. Э . Х. Дәүләтшина, опер. И . Х. Ғәлиуллин);
  • «Беҙ ышанабыҙ» (1996; сцен. М. Т. Әбүзаров, А. Г. Абдразаҡов, реж. А. Г. Абдразаҡов, опер. И . Х. Галиуллин һәм В . В. Желябов);
  • «Ике йылға ҡушылған саҡта» (1997; сцен. А. А. Аҡманов, реж. Б. Т. Йосопов, опер. И . Х. Галиуллин һәм В . В. Желябов);
  • «Өфө — минең ҡала» (1999; сцен. Мәрйәм Бураҡаева, реж. Рәйес Исмәғилев, опер. И . Х. Ғәлиуллин);
  • «Мосолман рапсодияһы» (2000; сцен. һәм реж. А. А. Аҡманов, опер. Р . М. Исхаков);
  • «Ватанда Ватанды һағынам» (2002; сцен. Рауил Бикбаев, реж. А. Г. Абдразаҡов, опер. И . Х. Ғәлиуллин);
  • «Мостай Кәрим» (2004; сцен. Р . З. Хантимеров, реж. А. И. Йомағолов, опер Р . М. Исхаҡов);
  • "Звуки курая над Сеной" (2005; сцен. һәм реж. Н. Йөрөшбаев);
  • "Война нас не считала за детей" (2010; сцен. М. Тимербулатов, реж. В. Иҫәндәүләтова, опер. Р. Сарваев);
  • "Рожденный дважды" (2011; сцен. М. Тимербулатов, реж. В. Иҫәндәүләтова, опер. И. Ишаев, Р. Килмәмәтов);
  • "Еще вьется над крышей дымок..." (2014; сцен. М. Тимербулатов, реж. В. Иҫәндәүләтова, опер.И. Бикмәтов, Р. Сарваев);
  • "Әсе бал" ("Горький мед", 2013; сцен. һәм реж. Айнур Аскаров, опер. Р. Сарваев).
  • «Тәүбә» (2015; сцен. М. Тимербулатов, В. Иҫәндәүләтова, реж. В. Иҫәндәүләтова, опер. Р. Сарваев).

Ҡыҫҡа метражлы фильмдар

үҙгәртергә
  • «Быяла юлсы» («Стеклянный пассажир»; 1996; сцен. А. А. Аҡманов һәм Б. Т. Йосопов, реж. Б. Т. Йосопов, опер. Р . М. Исхаков);
  • «Ике алыҫ — яҡын ҡыштар» (1996; сцен. Р . Д. Ҡобаев һәм Р . Т. Ямалиев, реж. И. Г. Исламғулов, опер. Н. Г. Гайл);
  • "Төндә мөмкин" ("Ночью можно", 2004; сцен.– А. Истомина, реж. А. Йомағолов, опер. – Д. Ғәйетҡолов);
  • "Еңмеш" (2010; сцен. – Л. Корин, А. Аскаров, реж. А. Асҡаров, опер. Т. Ғаниев);
  • "Мин өйләнәм"(«Я женюсь!» 2013; сцен. һәм реж. Т. Бураҡаева, опер. И. Ишаев);
  • «Листок» (2014; сцен. Р. Пожидаев, З. Бураҡаева, реж. Р. Пожидаев);
  • "Урман һуҡмағы" ("Лесная тропка", 2016; реж. Р. Пожидаев, сцен. З. Бураҡаева)
  • "Ҡырағай" ("Дикарь",2016; реж. Ф. Утарбаева).

Тулы метражлы фильмдар

үҙгәртергә
  • «Азатлыҡ ҡапҡалары» («Врата свободы», 1992; , реж. Малик Яҡшымбәтов, опер. Р. Исхаҡов)
  • «Ауыл өҫтөндә йәйғор» («Радуга над деревней», 2000; сцен. А. А. Аҡманов, З. Д. Бураҡаева, М. С. Бураҡаева, С. А. Вахитов һәм Б. Т. Йосопов, реж. Б. Т. Йосопов, опер. Р . М. Исхаков).
  • «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» («Седьмое лето Сюмбель» (2002; сцен. М. М. Тимербулатов һәм Б. Т. Йосопов, реж. Б. Т. Йосопов, опер. А. Е. Лесников).
  • «Рәхмәт» («Спасибо», сцен. З. Бураҡаева, Т. Бураҡаева, реж. Ә. Райбаев, опер. И. Ишаев һәм Т. Ғаниев)[4].
  • Алйырҙан көнө (День хомячка); 2003;
  • Оҙон-оҙаҡ бала саҡ (Долгое-долгое детство); 2005; реж. Б. Йосопов;
  • «Ловец ветра» (2010;сцен. — А. Аҡманов, А. Чернышев, реж. А. Йомағолов, опер. Р. Исхаҡов, А. Смирнов);
  • «Минең йондоҙом» («Моя звезда», 2010; сцен. З. Бураҡаева, реж. Т. Бураҡаева)
  • «13 раунд» (2011; сцен. — В. Лучинкин, реж. Б. Йосопов, опер. Р. Исхаҡов);
  • «Визит» (2013; сцен. һәм реж. Б. Йосопов, опер. И. Бикмәтов);
  • «Өс хат» («Три письма» 2015; сцен. Д. Йосопов, реж. Р. Юлтаев, опер. Р. Сарваев, прод. А. Хужәхмәтов)
  • «Бабич» (2017; реж. Б. Йосопов, сцен. Таңсулпан Бабичева, Г. Саламатова, опер. Д. Ғәйетҡолов)

Етәкселәре

үҙгәртергә
1990—1991 йылдарҙа — А. Г. Абдразаҡов;
1991—1993 йылдарҙа — В. С. Кәримов;
1993—1997 йылдарҙа — М. Н. Новиков;
1997—2006 йылдарҙа — Р. А. Исмәғилев;
2006—2012 йылдарҙа — А. Г. Юнысов;
2012—2018 йылдарҙа — А. Ш. Хужәхмәтов;
05.2018 йылдан — Юнир Әминев (директор вазифаһын башҡарыусы)[5]

Наградалары

үҙгәртергә
  • "Көмөш ярым ай " халыҡ-ара кинофестивале дипломы — «Азатлыҡ ҡапҡалары» (Врата свободы) фильмы өсөн (Ашхабад, 1992 йыл).
  • "Уралдың йәш киноһы"кинофестиваленең төп призы — «Айырылып киткән һуҡмаҡлы баҡса» (Сад расходящихся тропок) мультфильмы өсөн (1995 йыл). "
  • Анимацион кино «Таруса» 3-сө Бөтә Рәсәй фестиваленең Гран-приһы — «Алыҫҡа йылға ағымынан» (Далеко вниз по реке) мультфильмы өсөн.
  • «Рәсәй-97» уйын булмаған кино асыҡ фестивале һәм Рәсәй кинематографистар Союзы тарафынан киностудия дипломы — «Быяла юлсы» «Ике алыҫ-яҡын ҡыштар» фильмдары программаһы өсөн.
  • Анимацион кино Бөтә Рәсәй фестивале дипломы — «Бер ҡапсыҡ алдаҡ» (Мешок обмана) мультфильмы өсөн.
  • Төрки телле илдәрҙең халыҡ-ара кинофестивале призы — «Яңы кинематография асышы өсөн» номинацияһында (Истанбул, 2001 йыл).

Киностудия менән бәйле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Акманов А. А., Галиуллин И. Х. Башкортостан (киностудия) (баш.) // Башкирская энциклопедия. — 2013.
  • Сергей Синенко. Киностудия "Башкортостан" // Культура народов Башкортостана с древнейших времен до современности: краткий словарь-справочник. — Башкортостан, 1999. — С. 60. — 135 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә