Башкиров Шамил Шаһивәли улы
Башкиров Шамил Шаһивәли улы (1 ғинуар 1927 йыл — 4 март 2010 йыл) — ғалим-физик, физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1971), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1994), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). КФУ профессоры (2004)[1].
Башкиров Шамил Шаһивәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1927 (97 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
КФУ-ла яңы фәнни йүнәлеште (Мессбауэр спектроскопияһы) нигеҙләүсе.
Биографияһы
үҙгәртергәШамил Шаһивәли улы Башкиров 1927 йылдың 1 ғинуарында Ҡазанда Татар АССР-ның дәүләт эшмәкәре Шаһивәли Башкиров гаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе репрессияланған. Ҡаҙан дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлаған (1951)[2]. «К теории парамагнитной спин-решеточной релаксации» темаһына физика-математика фәндәре кандидатлығына (1958, етәксеһе С. А. Альтшулер) һәм «Применение ядерного гамма-резонанса к исследованию парамагнитных кристаллов» темаһына докторлык диссертацияһын (1971) яҡлаган.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә- 1951-1955 йылдарҙа — Мари дәүләт педагогия институтының физика кафедраһы ассистенты.
- 1957-1960 йылдарҙа — Ҡаҙан дәүләт педагогия институтының физика кафедраһында өлкән уҡытыусы.
- 1960-1969 йылдарҙа — Ҡаҙан дәүләт университетында теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһы доценты.
- 1969-1994 йылдарҙа — КФУ каты есем физикаһы кафедраһын ойоштороусыһы һәм мөдире,
- 1971-2010 йылдарҙа — кафедра профессоры.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМагнит резонансы һәм парамагнит релаксацияһы буйынса белгес буларак, мессбауэр спектроскопияһын тикшереү төркөмө (лаборатория 1969 йылда кафедра итеп үҙгәртелә) ойоштора. Физика, теоретик физика, каты есем физикаһы буйынса 320-нән артык фәнни хезмәте нәшер ителгән. Магнитлы есемдәрҙең, ферритларҙың микротөҙөлөшөн гамма-резонанслы тикшереүе менән халыҡ-ара абруй ҡаҙана. 26 фән кандидаты (шул иҫәптән, Мысыр, Сүриә, АҠШ өсөн), 4 фән докторы әҙерләгән.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- О поляризации ядерных моментов и ширине линии ядерного резонанса в кристаллах солей иона Сu2+ // Журнал экспериментальной и теоретической физики. 1958. Т. 35, вып. 3;
- О влиянии оптического излучения на электрическое квадрупольное взаимодействие ядра парамагнитного иона // Письма в Журнал экспериментальной и теоретической физики. 1966. Т. 3, вып. 6;
- Влияние обменного взаимодействия магнитных ионов на интенсивность мессбауэровского спектра // Физика твердого тела. 1967. Т. 9, № 10;
- Магнитная микроструктура ферритов. Казань, 1978;
- Кинетика фазообразования в процессе синтеза алюминий-замещенного гексаферрита // Неорганические материалы. 1999. Т. 35, № 12;
- Мессбауэровские исследования некоторых систем перовскитподобных оксидов // Исследовано в России: электронный журнал. 2004;
- Магнитное упорядочение и электрические свойства ферриманганитов. Saarbrücken, Deutschland, 2010.
Бүләктәре, мактаулы исемдәре
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәТатарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ КФУ шәрәфле профессорлары исемлеге 2018 йыл 3 ғинуар архивланған.
- ↑ Әти-әнисе репрессияләнгән булу сәбәпле, аспирантурага кабул итмиләр, Казанда эшкә алмыйлар