Батут

пружиналар һәм һығылмалы материал ярҙамында селтәр йәки туҡыма рамға киреп ҡуйылған ҡоролма

Батут (франц. batoude, итал. battuta — «тибеү») — һикереү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма, ул ныҡлы бауҙан үрелгән селтәрҙе резина йәки металл пружиналар ярҙамында металл рамға киреп ҡуйылған майҙансыҡтан ғибәрәт. Батуттың селтәрен эшләү өсөн ҡулланылған материал үҙенән-үҙе һығылмалы түгел. Һығылмалылығы селтәр периметры (йәки түңәрәге буйынса) урынлашҡан пружиналар иҫәбенә өлгәшелә.

Батут
Рәсем
Спорт төрө батутта һикереү[d]
 Батут Викимилектә

Батут ял итеү, күңел асыу һәм буш ваҡытты үткәреү, сноубордистар, тау саңғысылары, вейкбордистар, трейсерҙар һәм гимнастарға акробатика элементтарын тейешенсә үтәүҙе үҙләштереү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ циркта акробатик номерҙар башҡарғанда һәм ярыштарҙа, шул иҫәптән Олимпия уйындарында спорт снаряды булараҡ файҙаланыла. Бынан тыш, батут йыһанға осош алдынан космонавтарҙы өйрәтеү өсөн дә ҡулланыла.

Барлыҡҡа килеү тарихы үҙгәртергә

Батутта һикереүгә оҡшаш шөғөл төньяҡ халыҡтары — эскимостарҙа барлыҡҡа килгән. Һикереүҙәр өсөн һығылмалы материал сифатында морждарҙың киреп тарттырылған тиреһе файҙаланылған. Европала был маҡсаттарҙа ғәҙәти юрғандарҙың ҡулланылыуы тураһында раҫлауҙар ҙа бар. Моғайын, юрғандар күңел асыу йәки спорт күнегеүҙәре өсөн түгел, ә янғын һүндереүселәрҙең һөнәри эшмәкәрлегендә — янып торған бина эсенән тышҡа һикереүсе кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн файҙаланылғандыр. 1887 йылда янғындарҙың береһендә ошондай ысулдың ҡулланылыуы тураһында дәлилдәр бар.

Билдәле цирк артисы Пабло Фэнк (Pablo Fanque) һүрәте төшөрөлгән XIX быуат плакаттарында акробаттың үҙ сығыштарында батутҡа оҡшаш ҡорамалды файҙаланыуы күренә. Снарядтың селтәрле-пружиналы батут ҡоролмаһынан бер ни тиклем айырылыуы һәм трамплинға нығыраҡ оҡшауы ла инҡар ителмәй. XХ быуат башында ҡайһы бер акробаттар ҙа тамашасыны ғәжәпләндереү өсөн «һикереүсе карауаттарҙы» файҙалана.

Алда атап үтелгән ҡоролмалар заманса батуттың тәүге өлгөләре булып та тормайҙыр бәлки, әммә улар юғарыраҡ һикереүҙе хәүефһеҙ башҡарыу өсөн ниндәйҙер материалдар һәм конструкциялар ҡулланыу идеяһы менән кешенең ярайһы уҡ күптән уйлана башлауын дәлилләй.

Батуттың барлыҡҡа килеүе тураһында легенда ла бар. Уға ярашлы батутты Дю Трамполине исемле француз акробаты быуат урталарында уҡ цирк артистар өсөн страховка сифатында уйлап таба. Әммә был легенданың ысынбарлыҡҡа тап килеүен раҫлаусы нигеҙ юҡ.

Хәҙерге замандың беренсе батуттары үҙгәртергә

Тәүге заманса батутты Джордж Ниссен 1936 йылда эшләп ҡуя. Һыуға һикереү һәм акробатик һикереүҙәр буйынса чемпион булған Ниссен үҙ гаражында, киндер киҫәген һығылмалы жгут ярҙамында шарнирлы металл ҡоролмаға тоташтырып, батуттың тәүге өлгөһөн эшләй. Был яйланма тәүге мәлдә акробаттар күнекмәләре өсөн ҡулланыла, әммә тиҙҙән башҡа өлкәләрҙә лә популярлыҡ яулай. Ниссен уны «трамполин» (ингл. trampoline) тип атай, ул испандарҙың trampolín һүҙенән килеп сыҡҡан һәм испанса трамплиндан һыуға һикереү өсөн ҡулланылыуын аңлата. Джордж Ниссен был һүҙҙе 1930-сы йылдарҙа Мексикала сығыш яһаған ваҡытта ишетә һәм яңы цирк снарядын атау өсөн инглиз телендәге формаһын файҙаланырға ҡарар итә.

1942 йылда Ниссен үҙе менән тәүге батутты эшләүҙә ҡатнашҡан гимнаст Ларри Грисволд менән бергә «Грисволд-Ниссен Батут һәм Акробатика» (the Griswold-Nissen Trampoline & Tumbling Company) компанияһын ойоштора һәм Айова штатының Сидар-Рапидс ҡасабаһында коммерция маҡсатында батуттар етештерә башлай.

Тәүҙә Ниссен, батуттар тик күңел асыу һәм ял итеү өсөн генә талап ителер, тип уйлай. Хатта тәүге батут уйыны — Spaceball-де уйлап таба. Уйын майҙансығы бер нисә батут, шулай уҡ махсус стена батуттары һәм селтәр менән йыһазландырыла. Майҙансыҡтың ике башына уйынсы командалар баҫа. Командалар селтәр аша тупты ҡаршы уйнаусы команда майҙанына ташларға тейеш була.

Заманса батут төрҙәре үҙгәртергә

Тәғәйенләнеше, формаһы, ҙурлығы һәм материалына бәйле батуттың бер нисә төрө барлығы билдәле.

Профессиональ батут үҙгәртергә

Үҙҙәренең конструкцияһы һәм селтәренең ҡаты итеп тарттырылыуына бәйле профессиональ батут үтә юғары һикереүҙе тәьмин итә.

Профессиональ батут металл рамға резина йәки металл пружиналар ярҙамында тарттырылған, юғары ныҡлыҡта үрелгән селтәрҙән ғибәрәт. Бындай батуттар уғата ныҡ материалдарҙан (рам һәм пружиналар өсөн гальванизацияланған ҡорос, диаметры 5 мм булған шнурҙан үрелгән һығылмалы селтәр) етештерелә һәм киң һикереү майҙанына эйә. Күнекмәләрҙең хәүефһеҙ булыуы өсөн профессиональ батут тирәләй поролон һалынған махсус страховка соҡоро йыһазландырыла.

Спорт батуты күнекмәләр һәм акробатик элементтар үтәү өсөн тәғәйенләнгән. Профессиональ мөхитттә, шул иҫәптән олимпия уйындарында ҡулланыла. Батут үҙәктәре тап шундай батуттарҙан йыһазландырыла.

Батутты өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡуллана ала, ләкин уларҙа профессиональ тренер етәкселегендә генә шөғөлләнеү рөхсәт ителә.

Йортта ҡулланыу өсөн батут үҙгәртергә

Йортта ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән батутты дача йорттарында, ихаталарҙа, шулай уҡ парктарҙа һәм пляждарҙа урынлаштырырға мөмкин.

 
Балалар батуты (Эвр-Ордал, Норвегия)

Ул профессиональ батуттан коррозияға ҡаршы материалдар ҡулланылыуы һәм батуттан осоп төшөүҙе булдырмау өсөн ныҡлы һаҡ селтәренең булыуы менән айырыла. Бынан тыш, йортта ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән батуттың өҫкө йөҙө бәләкәйерәк һәм ырғытыу көсө лә кәмерәк, шуға ла бындай батут акробатик элементтар һәм трюктар яһау өсөн яраҡлы түгел.

Мини-батут йортта ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән батуттарҙың бер төрө булып тора. Ҙур булмаған диаметры (80 см-нан 110 см-ға тиклем) һәм бейеклегенең тәпәшерәк (яҡынса 20 см) булыуы менән айырыла, шуға күрә мини батут кәртәләү селтәренән башҡа файҙаланыла. Мини батут ҙур булмаған ырғытыу көсөнә эйә, шуға күрә юғарыраҡ һикереүҙе тәьмин итә алмай. Ҡайһы бер фитнес-үҙәктәр мини батуттарҙы джампинг-фитнес буйынса физик күнегеүҙәр үткәреү өсөн файҙалана.

Йортта ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән батут, ярайһы уҡ арзан булғанға күрә, киң популярлыҡҡа өлгәшә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә. Әммә Американың педиатрия академияһы (AAP) табиптары йорт батуттарын файҙаланғанда кесе йәштәге балаларҙың йәрәхәттәр алыу хәүефе юғары булыуын иҫкәртә. «Бала һәм үҫмер йәшендә батутты файҙаланыу хәүефһеҙлеге»[1] доклады авторы Сюзанна Брискин батутта профессиональ тренерҙар контролендә һәм хәүефһеҙлек техникаһына ярашлы батут үҙәктәрендә генә һикерергә кәңәш итә.

Һауа өрөп тултырылған батут үҙгәртергә

Һауа өрөп тултырылған батут ҡала урамдарында, парктарҙа һәм скверҙарҙа, халыҡтың күңел асыу урындарында, аквапарктарҙа урынлаштырыла. Бындай батуттар балаларҙың тотош бер төркөмөнә тәғәйенләнә һәм уларҙың формалары (манеж, тау, замок, теге йәки был персонаж йәки йәнлек һ. б.), күләме һәм биҙәге төрлө булыуы ихтимал.

Һауа өрөп тултырылған батут юғары ныҡлыҡтағы ПВХ материалдарҙан етештереелә, формаһын тотоу өсөн компрессор ярҙамында даими рәүештә һауа өрөп тултырылып тора. Бындай батуттарҙа, ҡағиҙә булараҡ, һаҡлағыс селтәрҙәр була.

Һауа өрөп тултырылған батут 2 йәштән 12 йәшкә тиклемге балаларға ҙур булмаған бейеклектә һикереү өсөн, тәғәйенләнгән.

Батутты ҡулланыу өлкәләре үҙгәртергә

Профессиональ спортта батут ҡулланыу үҙгәртергә

Батутта шәхси һикереүҙәр 2000 йылдан йәйге Олимпия уйындары программаһына инә. Олимпия миҙалдарының тәүге комплекты Сиднейҙа уйнатыла. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр шәхси һикереүҙәрҙә ярыша. Ҡатын-ҡыҙҙар гимнастик һыу инеү кейемендә, ә ир-егеттәр майка йәки гимнастик трикола ярыша[2]. Ҡағиҙәләр ойоҡбаштарҙа йәки гимнастик аяҡ кейемендә ярышырға рөхсәт итә. Ярыштарҙы әҙерләү һәм үткәреү өсөн профессиональ батут ҡулланыла.

Экстремаль спорт төрҙәре: тау саңғыһы, сноуборд, вейкбординг, сёрфинг, кайтсёрфинг вәкилдәре лә профессиональ батутҡа мөрәжәғәт итә. Улар акробатика элементтарын яҡшыраҡ үҙләштереү һәм ярыштарға әҙерләнеү өсөн батутты ҡуллана.

Сноуборд, вейкборд, кайтсёрфинг (таҡта, фал һ. б.) өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдарҙы батутта файҙалана алыу реаль шыуыу шарттарын булдырыу мөмкинлеген бирә, ә страховка ҡорамалдарын һәм батуттың ырғытыусы көсөн файҙаланыу ҡатмарлы элементтарҙы һәм трюктарҙы үҙләштерергә һәм башҡарыу оҫталығын шымартырға ярҙам итә.

Спорт төрҙәре: батутта һикереү

Космонавтар һәм лётчиктар әҙерләү өсөн батутты ҡулланыу үҙгәртергә

Тәүҙә батут техник күҙлектән ҡарағанда камил булмаған самолеттарҙа осорға тура килгән француз хәрби лётчиктарының күнекмәләр теҙмәһендә барлыҡҡа килә. Икенсе Донъя һуғышы осоронда АҠШ-тың хәрби диңгеҙ флотында пилоттарҙы һәм штурматарҙы батутта махсус әҙерләү программаһы ҡулланыла. Батуттарҙағы күнекмәләр интенсив йөкләнеш кенә биреп ҡалмай, ә һауа киңлегендә ориентирлашыуҙы ла үҫтерергә булышлыҡ итә, был программаны индергәнгә тиклем, ғәмәлдә, ул мөмкин булмай.

Комонавтикала батут кешенең йыһанға беренсе осошон әҙерләү барышында уҡ ҡулланыла башлай. Юрий Гагарин үҙенең «Йыһанға юл. СССР лётчик-космонавты яҙмалары» мемуарҙарында түбәндәгеләрҙе һөйләй:

«Эш көнөбөҙ бер сәғәтлек иртәнге зарядканан башлана ине. Асыҡ һауала, теләһә ниндәй һауа шарттарында, врач күҙәтеүе аҫтында шөғөлләнә торғайныҡ. Физкультура буйынса гимнастика, туп менән уйын, трамплиндан һәм вышканан һыуға һикереү, перекладина һәм брустарҙа ,батутта, гантель менән күнекмәләр кеүек махсус физик күнегеүҙәр ҙә булды. Күп йөҙә һәм һыуға сума торғайныҡ».

Әлеге ваҡытта батут Рәсәй космонавтарын әҙерләү һәм космонавлыҡҡа кандидаттарҙың таһыллығын һәм координацияһын баһалау өсөн ҡулланылыуын дауам итә. "Ю. А. Гагарин исемендәге Космонавтарҙы әҙерләү үҙәге ғилми-тикшеренеү институты"ның ФГБУ-һында кандидаттарҙы һайлап алыу этаптарының береһендә батутта үтәлгән күнекмәләр файҙаланыла (90, 180, 360 градусҡа боролош яһап, 60 сантиметрҙан кәм булмаған бейеклеккә һикереү)[3].

АҠШ-та космонавтарҙың физик һәм психик торошон яҡшыртыу, шулай уҡ һауа киңлегендә кәүҙәнең төрлө торошта булыуына әҙерләү, тимәк, йыһан киңлегендә кәүҙәгә идара итеүҙе яҡшыртыу өсөн космонавтарҙы әҙерләү программаһына батутта спорт әҙерлеген үтеү ҙә индерелгән.

НАСА тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, батутта һикереү мәлендә кеше йүгереү юлындағы хәрәкәт итеүгә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кислород йота. Бынан тыш, улар раҫлауынса, башҡа спорт тренажерҙарындағыға ҡарағанда батуттағы күнекмәләр 68 процентҡа һөҙөмтәлерәк[4].

Йыһанға осош алдынан үткәрелгән күнекмәләрҙән тыш батутты мускул туҡымаһын һәм һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын тергеҙеү өсөн йыһанға осоп ҡайтҡандан һуң реабилитациялаусы сара сифатында ла ҡулланалар.

Күңел асыу индустрияһында батут файҙаланыу үҙгәртергә

Ирекле һикереү үҙгәртергә

Ирекле һикереү — батут үҙәгендә батутта үҙаллы шөғөлләнеү. Бындай физик күнегеүҙәр инструктор етәкселегендә мотлаҡ рәүештә разминканан башлана, шунан һуң ғына шөғөлләнеүсе батутта ирекле стилдә үҙенең ҡулынан килгән элементтарҙы һәм күнекмәләрҙе үтәй. Был мәлдә инструктор, ирекле һикереү зонаһында булып, залда хәүефһеҙлек техникаһын күҙәтә. Төрлө йәштәге һәм физик әҙерлеге төрлө кимәлдә булған кеше ирекле һикереү менән шөғөлләнә ала. Дәрестең оҙонлоғо бер сәғәттән бер нисә сәғәткә тиклем һуҙылырға мөмкин.

Батутта фитнес (джампинг-фитнес)

Фитнеста яңы йүнәлеш: занятиеларҙың төп өлөшө профессиональ батутта үтә. Джампинг-фитнес — юғары көсөргәнешле кардиокүнекмә, уның барышында төп мускул төркөмө эшкәртелә һәм тәндәге калорияларҙы әүҙем яндырыу бара. Организмда серотонин һәм эндофин эшләп сығарыуға бәйле классик кардиойөкләнеш менән сағыштырғанда был дәрестәрр төрлөлөгө һәм арыу тойғоһоноң аҙ булыуы менән айырылып тора.

Батуттың һығылмалы йөҙө ҡаты яҫылыҡтан һикереү менән сағыштырғанда терәк-хәрәкәт аппаратына көсөргәнеште 80 проценттан ашыуға кәметеү мөмкинлеген бирә. Хатта умыртҡа бағанаһына һәм быуындарға көс төшөрөүҙән һаҡланырға кәңәш ителгән кешеләр ҙә бында шөғөлләнә ала.

Джампинг-фитнес хеҙмәте махсуслашҡан эре батут үҙәктәрендә күрһәтелә.

Батут файҙаланылған уйындар үҙгәртергә

Ҡайһы бер батут үҙәктәрендә батутта спорт уйындарын үткәреү мөмкинлеге бар. Бында батуттан тыш уйындарҙа төрлө туптар һәм селтәрҙәр ҡулланыла. Шундай уйындарҙың береһе — слэмбол.

Янғын ваҡытында батутты ҡулланыу үҙгәртергә

Янып торған йорттарҙан һикергән кешеләрҙе батуттар ярҙамында ҡотҡарыуҙарын һүрәтләгән күренештәрҙең кинофильмдарҙа йыш ҡулланылыуы, хәҙерге заманда янғын һүндереүҙә батуттар ҡулланыла, тигән стереотип барлыҡҡа килтерҙе. Ғәмәлдә янғын һүндереселәр кешенең ергә ҡолап төшөүен йомшартыусы, әммә этеп ебәреүсе көскә эйә булмаған «тормош кубы» тип аталған ҡоролманы файҙалана.

Батутта шөғөлләнеү күнегеүҙәренең организм өсөн файҙаһы үҙгәртергә

Батутта шөғөлләнеү бөтә организмға щифалы йоғонто яһай. Һикереү ваҡытында ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү хәүефен кәмей, эсәктәр эшмәкәрлеге яҡшыра, организмдың сыҙамлылығы күтәрелә, вестибуляр аппарат өсөн күнекмә була[5].

Батут яҫы табанлылыҡ, ауырлыҡ үҙәге алмашыныу һәм бейек үксәле аяҡ кейемен кейгәндә табандың алғы өлөшөнә ауырлыҡтың күберәк төшөүе кеүек үксә сирҙәрен дауалауҙа ла ыңғай һөҙөмтә бирә. Батут занятиелары динамик стереотипты үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итә, һөҙөмтәлә мускулдарҙы һәм быуындарҙы тәбиғи хәленә ҡайтырға мәжбүр итә.

Батуттың һығылмалы йөҙө ҡаты яҫылыҡтан һикереү менән сағыштырғанда терәк-хәрәкәт аппаратына көсөргәнеште 80 проценттан ашыуға кәметеү мөмкинлеген бирә. Хатта умыртҡа бағанаһына һәм быуындарға көс төшөрөүҙән һаҡланырға кәңәш ителгән кешеләр ҙә бында шөғөлләнә ала. Табиптар фекеренсә, батутты быуын сирҙәрен дауалау өсөн дә ҡулланырға мөмкин:

«Батут өҫтөнөң ҡаты булмауы яҡшы, шуға ла умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеш төшмәй. Минеңсә, уны һау-сәләмәт кешегә генә түгел, ә башланғыс стадияһында остеоходроз кеүек мәкерле ауырыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланырға мөмкин», — ти медицина фәндәре докторы, табип артролог табип-ревматолог Николай Хитров[6].

Белгестәр билдәләүенсә, батутта шөғөлләнеү кинетоз — диңгеҙ сире симптомдарын юҡҡа сығарырға булышлыҡ итә.

«Кинетоздан яфаланғанда балаларға ла, өлкәндәргә лә батутта шөғөлләнеү кәңәш ителә. Вестибуляр аппараттың эшен яҡшыртыу өсөн ул бик яҡшы ысул „, — тип раҫлай табип-невролог Анастасия Прищепа, дисциплинар-ара медицина Ассоциацияһы эксперты[7].

Батутта шөғөлләнеү күнегеүҙәре ярҙамында артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға, тән мускулдарының тонусын яҡшыртырға һәм кәүҙәне камиллаштырырға була.

Батут күнегеүҙәре ярҙамында ябығыу үҙгәртергә

Спорт батутында шөғөлләнгән ваҡытта төп мускулдар әүҙем эшләй (ҙур, бәләкәй һәм урта оса мускулдары, тура һәм ҡыя ҡорһаҡ мускулдары, янбаштың алғы, артҡы һәм эске яҫылығы, умыртҡа һөйәгенең мускул каркасы — арҡаның киң мускулдары һ. б.), лимфаларҙа шыйыҡлыҡ алмашыныу яҡшыра, тән тиреһенең һығылмалылығы арта, күҙәнәктәр кислород менән әүҙем туҡланғанлыҡтан матдәләр алмашыныуы шәбәйә. Һөҙөмтәлә әүҙем ябығыу, целлюлиттан ҡотолоу һәм тәндең сәләмәтләнеүе тойола.

Батут күнекмәләре, башҡа кардиойөкләнеш кеүек үк, ярайһы уҡ күп кенә энергия талап итә. Бер сәғәт батутта һикереү, күнекмәләрҙең төрөнә һәм көсөргәнешлегенә бәйле 600 килокалорийҙан 1000 ккал-ға тиклем калорийҙы яндыра. Батутта 10 минут шөғөлләнгәндә юғалтҡан калорийҙар 30 минут йүгереүҙә[8] юғалтҡанға тиң.

Батуттағы занятиелар башҡа кардиойөкләнештән (йүгереү, скакалкала һикереү, велотренажер) аҙ арығанлыҡ хисе һәм төрлөлөгө менән айырылып тора. Һикергән саҡта эндорфин бүленеүе менән аңлата быны табиптар.

“Һикереүҙәр балалар уйыны кеүек ҡабул ителә һәм бик күп ыңғай эмоциялар тыуҙыра. Эндофин сығарыла һәм серотин эшләнә, бер нисә минуттан һуң уҡ кеше шатлыҡ һәм дәрләнеү тойғоһо кисерә», — тип билдәләй табип-невролог Анастасия Прищепа, дисциплинар-ара медицина Ассоциацияһы эксперты[7].

Күнегеүҙәр тәҡдим ителмәгән осраҡтар үҙгәртергә

Батуттағы физик күнегеүҙәр юғары көсөргәнешкә эйә, уның барышында йөрәк эше әүҙемләшә, ҡан әйләнеше көсәйә, ҡан тамырҙарында көсөргәнеш арта. Шуға ла батут менән шөғөлләнеү тыйылған осраҡтар ҙа бар:[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә