Батарея тауындағы һыу күтәреү башняһы
Батарея тауындағы һыу ткүтәреү башняһы — манара, 1930 йылда Көнсығыш Выборг нығытмалары территорияһында төҙөлгән. Выборгтың үҙәк микрорайонындағы инженер ҡоролмаһы, элек ҡала һыу күтәреү башняһы функцияһын башҡарған, архитектуар һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.
Батарея тауындағы һыу күтәреү башняһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Выборг |
Архитектор | Вяйнё Кейнянен[d] |
Архитектура стиле | функционализм[d] һәм Североевропейский неоклассицизм[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Выборг (адреса Л-Я)[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | улица Некрасова, 35 |
Батарея тауындағы һыу күтәреү башняһы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә1920-се йлдарҙа Выборг ҡалаһында күпләп торлаҡ төҙөлөшөнөң артыуы менән бәйле һыу тотоноу күләменең артыуы шарттарында Папуля тауындағы һыу күтәреү башняһы артҡан ихтыяжды тулыһынса һыу менән тәьмин итә алмай. Шуға күрә ҡаланың баш архитекторы В. Кейнянендың проекты буйынса 1930 йылда элеккеһенә ҡарағанда дүрт тапҡырға ҡеүәтлерәк яңы һыу күтәреү башня төҙөргә булалар. Был башняны 1929 йылда соҡолған Көнсығыш Выборг артиллерия батареяһы нығытмалары урынында төҙөйҙәр.
Батарея тауы нда төҙөлгән инженер ҡоролмаһы Финляндияла һәм Фенноскандиялағы иң ҙур һыу күтәреү инженер ҡоролмаларының береһе була. Унда түңәрәк колонналарҙа ике түңәрәк тимер-бетон резервуар ҡуйыла, уларҙың диаметры 15 метр (инженер О. А. Инце системаһы буйынса), был башняны Хельсинки инженеры Й. И. Пакален төҙөтә, һауыттарҙың һәр береһенең һыйҙырышлығы 2000 кубометр тәшкил иткән. Резервуарҙарҙың төбө 40,37 метр бейеклектә торған, ә һыуының юғары билдәһе — 49,71 метр. Башня ысын мәғәнәһендә, 26 метр бейеклектәге ҡыҙыл кирбес бинанан ғибәрәт булған, уның формаһы планда дүрт мөйөшлө, бина резервуарҙар өсөн сатыр ролен уйнаған. Был башняны төҙөгәндә бетонды өҙлөкһөҙ рәүештә юғарыға мендереп торғандар — ул шул заман өсөн яңы технология була. Бетонды өҙлөкһөҙ биреү йөйҙәге ҡатҡан бетон башняның конструкцияһын боҙмаһын өсөн ҡулланылған. Шуға күрә бетон стеналарҙы төҙөү өҙлөкһөҙ рәүештә һигеҙ тәүлек дауамында туҡталышһыҙ башҡарылған.
Алыҫтан күренеп торған мөһабәт тура мөйөшлө, ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән, параллелепипед формалы, өҫкө өлөшөндә тәҙрәһеҙ, ә аҫтында тәҙрә уйымдары булған был ҡоролма Выборг архитектураһы доминанталарның береһе, ул ҡалаға үҙенсәлекле колорит биреп тора. Һыу күтәреү башняһының аҫтағы ике ҡатында контора һәм һыу үткәргесенең диспетчерлыҡ хеҙмәте урынлашҡан.
Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡала һыу күтәреү һәм үткәреү селтәре ныҡ зыян күрә, әммә башня емерелмәй ҡалған, бары тик уға тейгә металл ярсыҡтары эҙҙәре генә диуарында сыйылып ҡалған, конструкциялары боҙолмай ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышында ла башня зыянланмай, ә уның тирә-йүнендәге ҡоролмалар ныҡ емерелгән була. Аҙаҡ билдәле булыуынса, башняла бер нисә тиҫтә йылдар дауамында һуғыш ваҡытында шартламай ҡалған хәрби припастар табыла: бинала ремонт эштәре барышында 2014 йылда 90 килограмм тротил табыла[2].
Выборг ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү системаһы совет-фин һуғышынан (1939—1944) һуң Выборг ҡалаһын тергеҙеү барышында үҙгәртелә, һыу күтәреү башняһы, туҙып өлгөрмәһә лә, үҙенең төп функцияһын юғалта иҫкергән өлгөрә алмай. Ул Папуля тауындағы һәм Марковиллдағы инженер ҡоролмалары менн бер рәттән оҙайлы ваҡыт ҡулланыла алмай тора. 1990-сы йылдарҙа башняның аҫҡы ҡатында бар, магазин, сауна була. Хәҙерге көндә бинаны мәҙәни маҡсаттарҙа ҡулланыу өсөн реконструкциялау планлаштырылған[3].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 01-03/15-63 от 01.12.2015
- ↑ В здании водонапорной башни нашли взрывчатку времен Великой Отечественной войны(недоступная ссылка)
- ↑ Владимир Цой рассказал о дальнейшей судьбе старой водонапорной башни в Выборге
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Балова О. А., Седов А. М. Водонапорные башни России. — М.: «Академия-XXI», 2016. — 431 с. — ISBN 978-5-91428-068-7.
- Ю. А. Гусаров Выборг. Прошлое и настоящее урта быуаттарҙан ҡалған. Путеводитель. — СПб.: Паритет, 2017. — 320 б. — ISBN 978-5-93437-434-2.
- Мысько А.С. Архитектура Выборга разных эпох. Путешествия в прошлое. — СПб.: «Издательский центр «Остров», 2019. — 352 с. — ISBN 978-5-94500-136-7.
- Мусин М., Рупасов А. Виипури (Выборг). 1940 год: Документы. — Выборг, 2009. — 206 с. — 999 экз.
- Неувонен П., Пёюхья Т., Мустонен Т. Выборг. Архитектурный путеводитель / Пер. Л. Кудрявцевой. — 2-е изд. — Выборг: «СН», 2008. — 160 с. — ISBN 5-900096-06-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Довоенные изображения здания на «Виртуальном Выборге» 2020 йыл 4 ноябрь архивланған.