Барбара Станислава Тржетелевска (пол. Barbara Stanisława Trzetrzelewska, 30 сентябрь 1954)[4] [ˈBaɕa tʂɛtʂɛˈlɛfska] - Бася исеме менән нығыраҡ билдәле, поляк йырсыһы, йырҙар авторы һәм музыкант, латин джаз поп-музыкаһы менән мауыға.

Бася
пол. Barbara Stanisława Trzetrzelewska
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Польша
Тыуған көнө 30 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3] (70 йәш)
Тыуған урыны Явожно[d], Силезское воеводство[d]
Һөнәр төрө йырсы, джазмен, музыкальный продюсер, композитор
Музыка ҡоралы вокал[d]
Дискография Basia discography[d]
Жанр поп-музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Epic Records[d] һәм Entertainment One Music[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Возрождения Польши серебряная медаль «За заслуги в культуре Gloria Artis» нагрудный знак «За заслуги перед польской культурой»
Рәсми сайт basiasongs.com
 Бася Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Бася 1954 йылда Польшала Явожно ҡалаһында донъяға килгән. Музыкаль ғаиләлә тәрбиәләнгән Бася бәләкәй саҡтан йырларға ярата, бик күп винил пластинкалар коллекцияһы йыя [5]. Әсәһе уға фортепианола уйнарға өйрәтә.

1969 йылда Бася урындағы Astry төркөмөндә тәүге тапҡыр вокалист булараҡ сығыш яһай, улар менән Калиш ҡалаһындағы Бит-авангард милли фестивалендә ҡатнаша, улар унда беренсе урын яулай. Бася математика менән мауыға, әммә Ягеллон университетында физик һөнәре ала башлай [6]. Беренсе курста уҡып йөрөгәндә популяр Alibabki төркөмө менеджеры уны үҙҙәренә саҡыра. Бася университетты ташлап, улар менән 1972 йылдан 1974 йылға тиклем сығыш яһап йөрөй. 1976 йылда Бася Ополела Поляк йыры милли фестивалендә солист булараҡ ҡатнаша, тик уңышҡа өлгәшә алмай [7]. 1977 - 1979 йылдарҙа ул Perfect поляк рок-группаһында йырлап йөрөй, Чикаголағы поляк йәмәғәт үҙәгендә сығыштар яһай.

1981 йылдың ғинуарында Бася партнеры менән Лондонға күсенә һәм төрлө артистарға демо-тректар яҙҙырта [8]. Тап шунда ул Дэнни Уайтты һәм уның төркөмдәше Марк Рейли менән таныша. Трио 1983 йылда "Бронза" исеме менән күренә, әммә һуңғараҡ Matt Bianco тип атала башлай. Уларҙың дебют альбомы Whose Side Are You On? (Һин кем яғында?) 1984 йылда сыға һәм тотош Европеа буйынса хитҡа әйләнә.

1986 йылда Бася һәм уның коллегаһы Дэнни Уайт төркөмдән китә һәм үҙҙәренең соло карьераһын башлай. Ул Epic Records менән контракт төҙөй һәм халыҡ-ара дәрәжәлә танылыу яулай, 1987 - 1995 йылдарҙа бигерәк тә АҠШ-та популяр булып китә, тәүге ике албомына Американың Көй яҙҙырыу индустрияһы ассоциацияһы платина сертификат бирә, 1989 ноябрендә АҠШ-та ғына ла миллионлан ашыу күсермәһе һатыла [9]. Бөтә донъя буйынса тиражы ике миллион данаға барып баҫа. Уны Японияла, Филиппинда бик яраталар.

Артабан Бася яҙмышында фажиғәле ваҡиғалар китә, һәм ул оҙаҡ сығыштар яһамай тора. 2000-се йылдарҙа сәхнәгә кире ҡайта һәм әлеге мәлдә үҙенең музыкаһын бойондороҡһоҙ лейблдар аша сығара.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Басяның 1970-се йылдарҙа тыуған Миколай тигән улы бар. 1991 йылдан музыкант Кевин Робинсон ( Simply Red ағзаһы) менән Лондон ситендә йәшәй [10]. Басяның шулай уҡ тыуған ҡалаһы Явожнола йорто бар, Польша һәм Британия гражданы булып тора [11].

Бася бик архитектурыа менән мауыға һәм үҙенең «тормошҡа ашмаған хыялы» тип һанай

Дискография

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә