Басов Сергей Николаевич
Басов Сергей Николаевич (1 март 1892 йыл — 29 октябрь 1917 йыл) — Рәсәй империяһы хәрби осоусыһы, Беренсе донъя һуғышы геройы.
Басов Сергей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1 март 1892 |
Тыуған урыны | Гызыларбат[d] |
Вафат булған көнө | 29 октябрь 1917 (25 йәш) |
Уҡыу йорто | Полтавский кадетский корпус[d] |
Хәрби звание | поручик[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | Авиация |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биография
үҙгәртергәСергей Николаевич Басов 1892 йылдың 1 мартында Ҡыҙыл-Арват (хәҙер — Сердар, Төркмәнстан) ҡалаһында тыуған, поручик улы, сығышы менән Тверь губернаһы дворяндарынан.
Петр Полтава кадет корпусында белем ала, уны тамамлағас, 1909 йылда Николаев инженер училищеһына уҡырға инә. 1912 йылдың 6 авгусында подпоручик Сергей Басов училищенан Керчь ҡалаһының крепостнойҙар мина ротаһына хеҙәткә ебәрелә.
Беренсе донъя һуғышы осоронда Авиация курсының һауа флоты бүлегендә уҡый һәм 1914 йылдың 16 сентябренән Брест-Литва крепостной авиация отрядында (1914 йылдың 9 ноябренән — 26-сы корпус авиация отряды) хеҙмәтен дауам итә. 1914 йылдың 1 октябрендә поручик званиеһы ала.
1915 йылдың 14 мартында Басов 32-се корпусной авиация отрядына кесе офицер вазифаһына күсерелә һәм бер нисә көндән — 29 мартта үҙенең беренсе хәрби орденына лайыҡ була — ҡылыслы һәм таҫмалы 3-сө дәрәжә изге Станислав ордены.
Артабан Сергей Басов, хәрби лётчик булараҡ хеҙмәтен дауам итеп, тағы ла бер нисә орденға лайыҡ була: Изге Анна 4-се дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» (1915 йылдың 15 июне), ҡылыслы һәм таҫмалы 4-се дәрәжә Изге Владимир (17 сентябрь 1915 йылдан) һәм 3-сө дәрәжә ҡылыслы һәм таҫмалы Изге Анна (1915 йылдың 14 октябрендә). Ниһәйәт, 1916 йылдың 1 мартындағы юғары бойороғо менән Басов Изге Георгий орденының 4 дәрәжәһе менән бүләкләнә.
1917 йылдың 29 октябрендә поручик Басов лётчик-күҙәтеүсе Мансветов менән дошманға ҡаршы һауа разведкаһы яһай. Һауа алышында уларҙың самолеты бәреп төшөрөлә, һәм Богдановка ауылы ике осоусы ла һәләк була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Нешкин М. С., Шабанов В. М. Авиаторы — кавалеры ордена Св. Георгия и Георгиевского оружия периода Первой мировой войны 1914—1918 годов: Биографический справочник. — М., 2006.