Барсуков Олег Александрович

СССР һәм Рәсәй физик-инженеры, физика-математика фәндәре докторы

Барсуков Олег Александрович (10 май 1926 йыл, Пенза20 март 2021 йыл, Пенза) ― СССР һәм Рәсәй физик-инженеры, физика-математика фәндәре докторы (1990), Пенза дәүләт университетының В.Г. Белинский исемендәге педагогия институтының маҡтаулы профессоры, Пенза дәүләт университетының «Дөйөм физика һәм физика уҡытыу методикаһы» кафедраһы мөдире (1995)[1].

Барсуков Олег Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Пенза, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 март 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Пенза, Рәсәй
Һөнәр төрө физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Пенза дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү политехник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Олег Александрович Барсуков 1926 йылдың 10 майында Пенза ҡалаһында тыуа.

1949 йылда Мәскәү механика институтының инженер-физика факультетын тамамлай. Институттың һуңғы курсында 3-сө ҡала һөнәрселек училищеһында стажер булып эшләй башлай.

1949 йылдан 1957 йылға тиклем Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында эшләй. 1957 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының теоретик һәм эксперименталь кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

1964 йылдан ҡабаттан Обнинск ҡалаһында, бында Медицина радиологияһы инстиутында эшләй. 1970 йылда Мәскәүҙә Е.К.Федоров исемендәге Ғәмәли геофизика институтына эшкә күсә, бер үк ваҡытта В. Б. Белинский исемендәге Пенза дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Тирәләй ултыртылған скважина шарттарында нефть ятҡылыҡтарын табыу буйынса нейтрон метод эшләй, бының өсөн Барсуков уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы ала.

Эффект тәбиғәтен аңлатып, Ҡояш өҫтөнөң ҡыҫҡа ваҡытлы тирбәлеүен аса (авторҙашлыҡта). Шулай уҡ авторҙашлыҡта бейеклек самолеттарында һәм йыһан аппараттары борттарына урынлаштырыла торған комплекслы радиометрҙар эшләй. Был ҡоролма өсөн уйлап табыуға ете авторлыҡ танытмаһы ала.

Ер атмосфераһы сигендә киҫәксәләрҙең тура һәм кире альбедоһын тикшерә. Ул аналоглы моделләштереү методын эшләй. «Бейеклек самолеттары һәм йыһан аппараттаы өсөн осоу яраҡлылығы нормаларын» эшләүҙә ҡатнаша. Пенза өлкәһендә радиацион экологияны өйрәнә.

1990 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1995 йылда профессор итеп һайлана. 2008 йылда фәнгә индергән ҙур өлөшө өсөн Олег Барсуков маҡтаулы «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ була.

2021 йылдың 20 мартында Пензала вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре»
  • «Юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре»
  • «Атҡаҙанған профессор»
  • «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалы»
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында хеҙмәт фронтында ҡатнашыусыға Еңеүҙең 40 йыллығына» миҙалы
  • СССР Космонавтика Федерацияһының «Н. Челомей моделе» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Мәскәүгә 850 йыл» (1147—1997)" юбилей миҙалы

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Radioactive method of oil and gas wells investigation. — NEW YORK, LONDON: Pergamonpress, 1964, 315 p.
  • Fluxes of cosmic pay secondary components in the Earth atmosphere generated by galactic cosmic rays nuclei. Proc. 16 ICRC, N 16, 1979, 5p.
  • Радиационные аспекты исследования космического излучения в стратосфере. — М.: Энергоатомиздат, 1985, 121 с.
  • Атлас карт радиационной обстановки на трассах полета высотных самолетов. — М.: Гидрометеоиздат, 1991, 105 с.
  • Радиационная опасность полетов самолетов и других летательных аппаратов.- Алма-Ата, Санком, 1997, 264 с.
  • Радиационная экология. — М.:Научный мир, 2003, 115 с.
  • Основы атомной физики. — М.: Научный мир, 2006, 641 с.
  • Основы физики атомного ядра. Ядерные технологии. — М.:Физматлит, 2011, 560 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә