Балатон ҡалҡыулығы милли паркы
Балатон ҡалҡыулығы милии паркы (мадьярса Balaton-felvidéki Nemzeti Park) — Венгрияның көньяҡ-көнбайышындағы милли парк.
Балатон ҡалҡыулығы милли паркы | |
---|---|
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку! | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 570 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | [[1997 йыл]] |
Урынлашыуы | |
46°58′33″ с. ш. 17°55′46″ в. д.HGЯO | |
bfnp.hu/english/home/int… | |
Балатон ҡалҡыулығы милли паркы Викимилектә |
Милли парктың майҙаны — 570 км². Парк 1997 йылда ойошторола.
Милли парк Балатон күленең төньяғында, Баконь тауҙарында урынлашҡан. Күл буйында тар һыҙат булып Балатонфюредтан алып Кестхейға тиклем һуҙыла. Парктың киңлеге берҙән ун биш километрға тиклем етә. Тихань ярымутрауы, Тапольцы мәмерйәһе, Тапольца һәм Кали йылғалары бассейны, Көньяҡ Баконь тауҙары, Зала — Киш-Балатон (Кесе Балатон) тамағындағы һаҙлыҡ парктың иң ҡыҙыҡлы урындары иҫәпләнә.
Парк биләмәһе вулкандан барлыҡҡа килгән таулы ландшафтан: күп һанлы һүнгән вулкандар, элекке гейзерҙар, кратерҙар, хиҡмәтле формаларҙа ҡатҡан лава ағымдарынан ғибәрәт. 1903 йылда Тапольца ҡалаһы янында ер аҫты күле булған мәмерйә булыуы асыҡлана.
Паркта һирәк осраған үҫемлектәрҙең күп төрө үҫә. Шуларҙың ике йөҙләп төрө иғтибар үҙәгендә булһа, туғыҙы - көсәйтелгән һаҡ аҫтында күҙәтелә. Шулай уҡ һирәк осраған хайуандар һәм ҡоштар йәшәй. Тихань ярымутрауының эске күлдәре һәм Кесе Балатон һаҙлығы күсмә ҡоштарҙың ял урыны булып тора.
Венгрияның бер генә урыны, парк билмәһендәге Шашди туғайында боҙлоҡ дәүренә ҡараған реликт үҫемлек — Primula farinosa үҫә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Парктың рәсми сайты (венг.) (инг.)
- Парк тураһында hungary-ru сайтында