Балалар иле
ЯАЙ «Балалар иле» (рус. Страна детей) — Рәсәй шәхси компанияһы, ял итеү һәм һауыҡтырыу балаларҙың йәй лагерҙәре селтәре. 2011 йылда Леонид Ханукаев компанияны нигеҙләй. Социаль эшҡыуарлыҡ предприятиеһы кеүек ул күмәк балалар ялының мәсьәләләрен хәл итә[1].
Балалар иле | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән |
2011 |
Нигеҙләүсе |
Леонид Ханукаев |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Леонид Ханукаев (генераль директор) |
Тармаҡ |
Балалар лагерҙәрен төҙөү һәм ҡулланыу |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергәБалалар ялының ҙур лагерҙәр селтәрен төҙөү уйы 2010 йылда тыуа, проектың төп идеологы шул ваҡытта 2014 йылдағы ҡышҡы Олимпия уйындарына бағышланған «Горки Город» курорт кластерын төҙөгән Леонид Ханукаев була. «Минең улым тулғас, мин илде үҙгәртә алған берәй нимә эшләргә кәрәк икәнен беләм. Мин эштән китеү тураһында ғариза яҙам һәм Ерҙәге балалар өсөн иң яҡшы урын төҙөү проектының командаһын йыя башлайым» (рус. Когда у меня родился сын, я понял, что нужно сделать что-то настоящее, что сможет изменить страну. Я написал заявление об уходе с работы и стал собирать команду проекта строительства самого лучшего места для детей на земле).
Ул ошондай бизнестың төрөн актуль булыуын күрһәткән социологик тикшереү үткәрә, ә 2011 йылда «Балалар иле» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен теркәй һәм комплестың проектын эшләүгә тотона. Уның һүҙҙәре буйынса, проекты тормошҡа ашырыуына һалынған аҡсаларҙың 20-30 % үҙенең аҡсалары булһа, ә ҡалғаны — шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһы[2][3].
Ханукаев проектың архитектур өлөшө, тирә-яғын, генераль планды эшләп сығарыу һәм төҙөүҙө ойоштороу өсөн яуаплы булһа, ә балалар менән эш өсөн яуаплы булған төп вожатый роленә бәләкәйерәк булған «Камчатка» балалар лагерҙәрен ойоштороуҙа тәжрибәһе булған билдәле журналист һәм педагог, «Esquire» журналының элекке баш мөхәррире, Филипп Бахтин саҡырыла. Бахтин лагерҙең ижадлы концепцияһын эшләй, шул концепция буйынса һәр бала яңы эмәкәрлек төрө (кино, музыка, һүрәт төшөрөү, цирк, тикшереүҙәр) менән булышырға тейеш, шул уҡ ваҡытта улар ҡаҙаныштары өсөн мәрәйҙәр һәм бүләктәр ала. Ашауҙы ойоштороу өсөн етәкселек билдәле рестораторҙы һәм шеф-поварҙы, Анатолий Коммды, саҡыра[4]. Ойошма янында зәғиф кешеләр, етем балалар һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн льгота биргән үҙҙәренең шәфҡәтлелек фонды килеп сыға. Фондтың етәксеһе — Яна Берсенева[5].
2013 йылда «Балалар иле — Бородино» пилот лагерен төҙөү башлана. Лагерь Мәскәү өлкәһенең Можайск районында, Бородино яланынан йыраҡта түгел урынлашҡан. Лагерь 9-15 йәштәге балалар өсөн эшләнгән, йәлеп ителгән инвестицияларҙың күләме 3,2 миллиард һумға тигеҙ була. Башта план буйынса, комплексты Vienna International австрия компанияһы етәкләргә тейеш була: 2012 йылдың октябрь айында Ханукаев компания менән бергә эшләү тураһында килешеү төҙөй, әммә прессала компанияның эштән сығыуы тураһында яңылыҡтар берәм-берәм сыға башлай[6]. 2014 йылда проектан үҙенең сығыуы тураһында Филипп Бахтин белдерә[7].
Проектҡа яңы проектарҙы алға этәреү буйынса стратегик инициативалар дәүләт агентствоһы ярҙам итә, сөнки проект мөһим дәүләт социаль мәсьәләне хәл итә. Бергәләп эшләү һөҙөмтәләре буйынса, Агентство каникулдар ваҡытында балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороуға ҡағылған норматив-хоҡуҡ базаһын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр индерә[8][9]. Ойошманың эшмәкәрлеге тураһында ыңғай яҡтан ғына Хөкүмәт рәйесенең урынбаҫары, Ольга Голодец, әйтә: "Беҙ шәхси бизнес яғынан ҙур проекты тормошҡа ашырыуҙы көтәбеҙ. Мин шәхси-дәүләт партнерлыҡ нигеҙендә үҙенең мөнәсәбәттәрен бер-нисә йыл дауамында төҙөгән «Балалар иле» проектының тәүге өлөшөн июнь айында асыуына ышанам[10].
Компанияның пландарында 2018 йылға тиклем 25 ҙур балалар лагерен Рәсәйҙең төрлө региондарында төҙөү бар[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Истории успеха. Страна детей . Новый бизнес (5 февраль 2014). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ Александр Балакин. Кризис нипочем . Частный Корреспондент (2 апрель 2015). Дата обращения: 14 июнь 2015. 2015 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ Ксения Присекина. Леонид Ханукаев и Филипп Бахтин о создании уникальной «Страны детей» — ультрасовременных лагерях отдыха с галереями, музеями и аквапарками . Общественное телевидение России (26 ноябрь 2013). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Елена Сахарова. Нормальные люди: Филипп Бахтин . Московские новости (26 декабрь 2013). Дата обращения: 14 июнь 2015. 2015 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Екатерина Фирсова. Страна детей . Частный Корреспондент (14 июль 2014). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Антон Филатов. Австрийцы ушли из «Страны детей» . Ведомости (23 сентябрь 2013). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ Анна Чесова. Филипп Бахтин о своём уходе из проекта «Страна детей» . The Village (29 июль 2014). Дата обращения: 14 июнь 2015.
- ↑ Страна детей (развитие инфраструктуры детского отдыха в Российской Федерации) . Агентство стратегических инициатив по продвижению новых проектов. Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ История успеха. Ханукаев Леонид Яковлевич . Агентство стратегических инициатив по продвижению новых проектов. Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ Игра в «съедобное и несъедобное» . Lenta.ru (25 март 2014). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 5 июль архивланған.
- ↑ Анна Васильева. Инвестиционно привлекательное поколение . Коммерсантъ (31 март 2014). Дата обращения: 13 июнь 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Балалар иле(недоступная ссылка) — компанияның рәсми сайты