Балалаев Николай Семёнович
Балалаев Николай Семенович (1869 — 1917 йылдан һуң) ағзалары — дин әһеле, Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы.
Николай Семёнович Балалаев | |
Тыуған: | |
---|---|
Вафат: |
1917 йылдан һуң |
Гражданлығы: | |
Белеме: |
Ырымбур дини семинарияһы |
Эшмәкәрлек төрө: |
Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы |
Николай Семёнович Балалаев Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПравославие динендәге кеше. Дьякон улы. Алтмыш дүрт дисәтинә сиркәү еренә эйә була.
Урал дини училищеһын һәм Ырымбур дини семинарияһын тамамлай. Семинарияны тамамлағандан һуң, Урал дини училищеһында әҙерлек класында татар теле уҡытыусыһы һәм надзиратель булып эшләй. Училище Советының Урал өйәҙе бүлеге ағзаһы һәм эш башҡарыусыһы, шулай уҡ благочинный булып тора.
1892 йылда Ырымбур өйәҙенең Исаево ауылы священнигы була. Дума һайлауҙарына тиклем Дедово-Исаево икенсе класлы өлгөлө сиркәү мәктәбендә мөдир һәм ҡануниәт уҡытыусыһы булып тора. Өйләнгән була.
1907 йылда Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһына ағза итеп һайлана. Уртаса-уңдар фракцияһына, 3-сө сессиянан һуң — рус милли фракцияһына инә. Комиссияның халыҡ мәғарифы буйынса докладсыһы, шулай уҡ халыҡ мәғарифы, старообрядсылыҡ эштәре, дин тотоу мәсьәләләре, күскенселәр эше һәм эшсе һорауҙар буйынса комиссиялар ағзаһы булып тора. 1906 йылдан алып Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы ағзаһы. 1917 йылғы революция осоронда ҡулға алына. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- 3-й созыв Государственной Думы: портреты, биографии, автографы. — Санкт-Петербург: издание Н. Н. Ольшанскаго, 1910.
- Государственная дума Российской империи: 1906—1917. — Москва: РОССПЭН, 2008. 2016 йыл 4 март архивланған.