Балабан (ҡая)

Урта Уралда ҡаялы тау. Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендә Дегтярск ҡалаһынан көньяҡтараҡ урынлашҡан

Балабан — Урта Уралда ҡаялы тау. Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендә Дегтярск ҡалаһынан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Геоморфолок тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм туризм урыны.

Балабан
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге535 м
Сағыштырмаса бейеклегеа20 м
Урынлашыуы
56°36′03″ с. ш. 60°04′09″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыСвердловск өлкәһе
Тораҡ пунктДегтярск 
Тау системаһыУрта Урал 
Тау һырты йәки массивУфалейский хребет 
Свердловск өлкәһе
Красная точка
Балабан

Географик урыны

үҙгәртергә

Балабан тауы Рәүҙе тау һырттарының бер өлөшө булып тора. "Полевской ҡалаһы о́кругы" муниципаль берәмегенең биләмәһендә урынлашҡан. Аҙау тауының иң бейек түбәһенән 14,5 саҡрым төньяҡтараҡ ята. 535,1 метр бейеклектәге тау тулыһынса урман менән ҡапланған. Урыны менән суҡайып торған ҡая ҡалдыҡтар осрай.

Тауҙың тарихы

үҙгәртергә

Топоним төрки һүҙе балабан – айғыр, урыҫ һүҙе –охотничий сокол, һунар ыласыны менән бәйләнгән булыуы бар.с. Бәлки, бында борон балабан- һунар ыласын оя ҡорғандыр.[1] Йәки атамаһы ыласынға оҡшап торған ҡая арҡаһында бирелгәндер. Крайҙы өйрәнеүсе А.К. Матвеев буйынса «балабан» — күләме бик ҙур ҡая тигәнде аңлатырға мөмкин[2]..

Тасуирлама

үҙгәртергә

Урман менән ҡапланған бейек булмаған һөҙәк тау. Түбәһе урманлы ҡая киҫәктәре менән ҡапланған. Шунда уҡ түбәһендә иҫке ағас вышка тора, хәҙер ул насар торошта, баҫҡысы юҡ.

Урманлы битләүҙәре ҡуйы ҡатнаш урман менән ҡапланған. Әммә элек ағастары ҡырҡылған урындарҙа ҙур булмаған аҡландарҙы киренән ағастартар баҫа бара. Тау төньяҡ йүнәлештә һуҙылған. Көньяҡ битләүенән башҡа тау битләүҙәре лә һөҙәк.

Көньяҡ битләүе оҙонлоғо яҡынса 200 метр булған 20 метр бейеклектәге, ҡырҡҡан һымаҡ ҡаялар менән тамамлана. Ҡаялар араһында береһе төп массивтан айырыла: ул ҡатып ҡалған йыртҡыс ҡошҡа оҡшаған. Башын уңға бороп аҫта барған юлсыларға текәлгән кеүек. Тауға яҡын ғына ерҙән Кунгурка йылғаһы(Чусовая ҡушылдығы) башланғыс ала.

Тау башынан тирә яҡҡа күп саҡрымдарға матур күренеш асыла. Көньяҡта Аҙау тауының ҡуш түбәләре асыҡ күренә[2]. Тау итәгендә иҫке күтәреү механизмдарының ҡалдыҡтары һаҡланған.

  1. Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  2. 2,0 2,1 Павел Распопов Гора Балабан // UraloVed.ru. — 19.03.2015.