Баксан нейтрино обсерваторияһы
Баксан нейтрино обсерваторияһы (БНО) — нейтриноны өйрәнеү буйынса физика обсерваторияһы, Кавказтау һыртының Баксан тарлауығында, Эльбрус эргәһендә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы Эльбрус районы Тырныауз ҡалаһынан 38 километрҙа урынлашҡан; Главная штольняһы — 43°16′32″ с. ш. 42°41′25″ в. д.HGЯO). Обсерваторияның ер аҫтындағы ҡоролмалары Андырчи тауы аҫтында 3670 метр оҙонлоғондағы ике туннелдә урынлашҡан (туннелдәр Андыртау (3937 м) һәм Курмутау [Курму(н)чи(баши), Курмычи] (4045 м) яғына бара), уларҙың эквивалент тәрәнлеге һыу эквивалентында 100-ҙән 4800 метрға тиклем тәшкил итә. Рәсәй Фәндәр академияһы Ядро тикшеренеүҙәре институтына ҡарай. Хеҙмәткәрҙәренең һаны, хеҙмәтләндереүсе персоналды ла ҡушып, 250-ләп кеше, күбеһе Эльбрус менән Үрге Баксай араһындағы Нейтрино ауылында йәшәй.
Баксан нейтрино обсерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1973 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Верхний Баксан[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Хеҙмәтләндереүсе | Институт ядерных исследований РАН[d] |
Рәсми сайт | inr.ru/bno/ |
Баксан нейтрино обсерваторияһы Викимилектә |
Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре:
- Ҡояштың, йондоҙҙарҙың, Галактика ядроһының, Ғаләмдәге башҡа объекттарҙың эске төҙөлөшөн һәм эволюцияһын уларҙың нейтрино нурланышы аша өйрәнеү (нейтрино астрономияһы);
- яңы киҫәксәләрҙе һәм үтә һирәк осраусан процестарҙы, хәҙерге заман теориялары тарафынан алдан әйтелгән элементар киҫәксәләрҙе башҡа ысулдарҙа булмаған һиңгерлек кимәлендә эҙләү;
- юғары энергиялы космос нурҙарын тикшереү, гамма-астрономия.
Телескоптары һәм ҡоролмалары
үҙгәртергәОбсерваторияның түбәндәге ҡоролмалары бар:
- Баксан ер аҫты сцинтилляторлы телескобы (БПСТ), күләме 3000 м³, ер өҫтөнән 300 м тәрәнлектә;
- галлий-германийлы нейтрино телескобы (ГГНТ) — ҡояш нейтринолары өсөн металлик галлий сәпле 60 т массалы радиохимик детектор;
- киң атмосфера ҡойондарын теркәү өсөн «Андырчи» ҡоролмаһы, тауҙа (диңгеҙ кимәленән 2060 м юғарылыҡта) БПСТ өҫтәндә 5·104 м² майҙанда урынлашҡан һәм 37 сцинтилляторлы детекторҙан тора;
- КОВЁР ер өҫтө ҡоролмалары комплексы (уға мюонлы ҙур детектор, сцинтилляторлы телескоп һәм нейтроно мониторы инә), космос нурҙарының һәм киң атмосфера ҡойондарының ҡаты компонентын тикшереү өсөн тәғәйенләнгән, — Вспомогательная параллель штольняһы алдында урынлашҡан (43°16′23″ с. ш. 42°41′07″ в. д.HGЯO).
Тарихы
үҙгәртергә1958 йыл — СССР Фәндәр академияһы академигы Моисей Александрович Марков элементар киҫәксәләр физикаһындағы көсһөҙ үҙ-ара тәьҫир итешеүҙәр проблемаларын һәм Ғаләм астрофизикаһы проблемаларын өйрәнеү өсөн тәбиғи нейтриноларҙы файҙаланыу фекерен әйтә.
1962 йыл — М. А. Марков, Г. Т. Зацепин, И. М. Железных, В. А. Кузьминдан торған физиктар төркөмө Марков фекерен тормошҡа ашырыуҙың принципиаль теоретик һәм эксперименталь мөмкинлектәрен, атап әйткәндә нейтрино-нуклон үҙ-ара тәьҫир итешеүенең киҫелештәге тәртибен нейтрино энергияһы функцияһы рәүешендә тикшереүҙе, аралыҡтағы бозон массаһын һ.б. анализлаған мәҡәләләр баҫтыра.
1963 йыл — Г. Т. Зацепин принципиаль яңы ҡоролма (нейтрино телескобы) һыҙмаһын тәҡдим итә. Уны ҡуйыу урыны итеп Баксандағы Андырчи тауы һайлана.
70-се йылдар аҙағы — 80-се йылдар башында Андырчи тауы аҫтындағы тоннелдә атмосфера нейтринолары һәм Ҡояш нейтринолары менән эксперименттар үткәреү өсөн ике камера ҡаҙыла, ул ҡоролмалар әле лә эшләй.
1998 йылда БНО фәнни комплексын булдырған өсөн Институт һәм Обсерватория хеҙмәткәрҙәре коллективы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһына лайыҡ була, 2001 йылда Ҡояш нейтриноһы ағымын тикшереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Б. М. Понтекорво исемендәге халыҡ-ара премия тапшырыла.
2008 йылдың декабренән Баксан нейтрино обсерваторияһында Андырчи тауы эсендә (Төньяҡ Кавказ) ер аҫты лабораторияһы эшләй[1].
2011 йылда — Обсерватория штатында фәнни эш менән әүҙем шөғөлләнеүсе 29 ғилми хеҙмәткәр (2 физика-математика фәндәре докторы һәм 14 кандидаты) була. Обсерватория мөдире — ф.-м.ф.д. В. В. Кузьминов.
Сәнғәттә
үҙгәртергә2015 йылда обсерватория тураһында «Нейтрино һәм Андыртау» тигән документаль фильм төшөрөлә[2].
2018 йылда «Настоящее время» телеканалында Баксан обсерваторияһы тураһында документаль фильм күрһәтелә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Отчет РАН 26 мая 2009 года 2017 йыл 11 июнь архивланған.
- ↑ Нейтрино и Андыртау — Онлайн-премьера на Пилигриме . Пилигрим. Дата обращения: 8 декабрь 2018.
- ↑ Настоящее Время. Баксанская обсерватория: "заживо похороненные" ловцы нейтрино | НЕИЗВЕСТНАЯ РОССИЯ (12 февраль 2018). Дата обращения: 17 февраль 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Баксан нейтрино обсерваторияһы бүлеге, официаль сайт // ИЯИ РАН
- Баксан нейтрино обсерваторияһы (БНО) ИЯИ РАН // ИЯИ РАН
- Баксан Нейтрино Обсерваторияһы — фотографиялар // danila85, 2008-02-04
- Искусственный источник нейтрино Ar-37 и калибровка галлий-германиевого нейтринного телескопа ИЯИ РАН. 2007.
- Охотники за «призраками». Роскосмос телестудияһы репортажы
- По следам космических призраков. Роскосмос телестудияһының документаль фильмы.
- Нейтрино, частица-призрак. «Русский космос» программаһы, 2012.
- Лист карты K-38-26 Местиа. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- Неизвестная Россия https://www.youtube.com/watch?v=o8n88D2fA0w 2018