Бакинова Татьяна Ивановна

ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор

Бакинова Татьяна Ивановна (18 сентябрь 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалимы-тупраҡ белгесе, тәбиғәттән файҙаланыу иҡтисады, ерҙәрҙе мониторинглау һәм ер закондары нигеҙҙәре өлкәһендә төп белгес, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Ҡалмыҡ ғилми-тикшеренеү һәм ер ресурстарының проект-эҙләнеү институты директоры. (1993).

Бакинова Татьяна Ивановна
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө почвовед, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Ростов дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d] һәм иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Ивановна Бакинова 1956 йылдың 18 сентябрендә Новосибирск өлкәһенең Дмитриевка ауылында тыуа.

1974 йылдан алып 1979 йылға тиклем К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының агрохимия һәм тупраҡ фәне факультетында профессор Н. П. Панов етәкселеге аҫтында уҡый. 1984- йылдан 1988 йылға тиклем Ф. Я. Гаврилюк етәкселеге аҫтында Ростов дәүләт университетының биология-тупраҡ факультетының аспирантураһында уҡый[1][2][3].

1979 йылдан Ҡалмыҡ дәүләт университетында фәнни-педагогик эштә кесе ғилми хеҙмәткәр, ассистент, доцент һәм агрономия кафедраһы профессор сифатында, унда тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады, ер мониторингы һәм ер закондары нигеҙҙәре мәсьәләләре буйынса буйынса лекция курстарын уҡый. 1997 йылдан 2000 йылға тиклем социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәрҙең Төньяҡ-Кавказ ғилми-тикшеренеү институтында профессор Н. П. Кетова етәкселеге аҫтында докторантурала уҡый[1][2][3].

1991 йылдан 1993 йылға тиклем Ҡалмыҡ Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында министры урынбаҫары вазифаһында эшләй (Ҡалмыҡ Республикаһы Госкомзем). 1993 йылдан — Ҡалмыҡ ғилми-тикшеренеү һәм ер ресурстарының проект-эҙләнеү институты директоры[1][2][3].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө

үҙгәртергә

Т. И. Бакинованың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге тәбиғәтте файҙаланыу иҡисады, ер мониторингы һәм ер закондары нигеҙҙәре өлкәһе мәсьәләләре менән бәйле. И. Т. Бакинова тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно баһалау, экологик нормалаштыру, сүллеккә әйләнеү проблемалары менән бәйле экологик һәм ер төзелеше проекттарын эшләү өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Т. И. Бакинова ер закондарын эшләү һәм Рәсәй Федерацияһының тотороҡло үҫешкә күсеү концепцияһы буйынса Федерация Советы эксперты булып тора. Т. И. Бакинова Ҡалмыҡ Республикаһы Президенты ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы булып тора, шул иҫәптән 2002 йылдан алып 2020 йылға тиклем «Ҡалмыҡ Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» һәм «Ҡалмыҡ Республикаһы нда традицион көтөүлек малсылығын тергеҙеү» президент программаларының фәнни етәкселеген башҡара, Ҡалмыҡ Республикаһында сүллеккә әйләнеү менән көрәш буйынса милли план төҙөүселәренең береһе була. «Эколого-географический вестник Юга России» фәнни редколлегия ағзаһыref name="ст"/>[2][3]

1989 йылда биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Генетико-производственная характеристика и бонитировка почв западной сельскохозяйственной зоны Калмыцкой АССР» темаһына диссертация яҡлай, 2000 йылда иҡтисад фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Эколого-экономические проблемы агарного землепользования в аридной зоне» темаһына диссертация яҡлай. 2000 йылда уға ғилми профессор исеме бирелә. Т. И. Бакинова һикһәндән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм монографиялар, төп фәнни журналдарҙа, шул иҫәптән Рәсәй Фәндәр академияһының «Почвоведение» журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәлә һәм публикациялар авторы[1][2][3]. .

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Генетико-производственная характеристика и бонитировка почв западной сельскохозяйственной зоны Калмыцкой АССР / Гос. агропром. ком. СССР. Кубан. с.-х. ин-т. — Краснодар, 1989. — 174 с.
  • Интенсивные технологии в зональных системах земледелия : [Учеб. пособие] / В. А. Паршин, Т. И. Бакинова. — Элиста : АПП «Джангар», 1997. — 186 с. — ISBN 5-7102-0133-2
  • Почвы Республики Калмыкия / Т. И. Бакинова, Н. П. Воробьева, Е. А. Зеленская; Сев.-Кавк. науч. центр высш. шк., Калмыц. предприятие «ЮЖНИИГИПРОЗЕМ». — Элиста : Изд-во СКНЦ ВШ, 1999. — 115 с. — ISBN 5-7102-0179-0
  • Экология. Природопользование аридных территорий : Учеб. пособие / Г. М. Борликов, О. А. Лачко, Т. И. Бакинова. — Ростов н/Д : Изд-во СКНЦ ВШ, 2000. — 83 с. — ISBN 5-8787-2-117-1
  • Эколого-экономические проблемы аграрного землепользования в аридной зоне : На примере Республики Калмыкия. — Ростов-на-Дону, 2000. — 374 с.
  • Кормовые ресурсы сенокосов и пастбищ Калмыкии : [монография] / [Бакинова Т. И. и др.] ; Сев.-Кавк. науч. центр высш. шк. — Ростов н/Д : Изд-во СКНЦ ВШ, 2002. — 183 с. — ISBN 5-87872-126-0
  • Экология. Природопользование аридных территорий : учебное пособие для студентов высших учебных заведений / Г. М. Борликов, О. А. Лачко, Т. И. Бакинова ; Федеральное агентство по образованию, Гос. образовательное учреждение высш. проф. образования «Калмыцкий гос. ун-т». — Элиста : Изд-во КГУ, 2009. — 99 с. — ISBN 978-5-91458-074-9
  • Почвенно-земельные ресурсы аридных территорий. Состояние, использование, оценка: учебное пособие для студентов высших учебных заведений / Г. М. Борликов, Т. И. Бакинова, Е. А. Зеленская ; Федеральное агентство по образованию, Гос. образовательное учреждение высш. проф. образования «Калмыцкий гос. ун-т». — Элиста : Изд-во КГУ, 2009. — 198 с. — ISBN 978-5-91458-075-6[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Женщины-почвоведы: Биогр. справ. / С. А. Сычева ; Под ред. Г. В. Добровольского и Н. Г. Рыбальского ; Рос. акад. наук. Ин-т географии [и др.]. — М. : НИА-Природа, 2003. — 438 с. — С.159-160 — ISBN 5-7844-0087-8
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Бакинова Татьяна Ивановна. Калмыцкий государственный университет. Дата обращения: 5 февраль 2020.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Т. И. Бакинова — педагог, ученый агроном. Научная библиотека Калмгу. Дата обращения: 5 февраль 2020.(недоступная ссылка)
  4. Бакинова, Татьяна Ивановна. Дата обращения: 5 февраль 2020.
  • Женщины-почвоведы: Биогр. справ. / С. А. Сычева ; Под ред. Г. В. Добровольского и Н. Г. Рыбальского ; Рос. акад. наук. Ин-т географии [и др.]. — М. : НИА-Природа, 2003. — 438 с. — ISBN 5-7844-0087-8
  • Из истории современного естествознания Калмыкии / М. В. Янова (Ленкова), З. М. Калаханова ; Министерство образования и науки Республики Калмыкия, Бюджетное научное учреждение Республики Калмыкия «Институт комплексных исследований аридных территорий», Отдел комплексного мониторинга. — Элиста : ИКИАТ, Ч. 1: История науки. — 2016. — 439 с. — ISBN 978-5-902603-41-2