Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы

инженер-механик, ғалим, университет уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһының инженерҙар академи
(Байрамғолов Юлай Жыянғале улы битенән йүнәлтелде)

Байрамғолов Юлай Ейәнғәле (Жыянғале) улы (15 декабрь 1937 йыл) — 2015 йыл — ғалим-инженер-механик, уйлап табыусы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһының инженерҙар академияһы академигы (1995). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999).

Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Тимерәк, Йонос ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер, ғалим, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] (1993)

Биографияһы

үҙгәртергә

Юлай Ейәнғәле улы Байрамғолов 1937 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Тимерәк ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Йонос ауыл Советына ҡарай).

1965 йылда Силәбе политехник институтын (хәҙерге Көньяҡ Урал дәүләт университеты) тамамлаған. Йәш белгес булараҡ Брянск автомобиль заводына эшкә ебәрелә.

1966 йылда Өфөгә ҡайта һәм Өфө моторҙар эшләү заводында эш башлай.

1970 йылдан Өфө авиация техникумында, 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙергә Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡыта.

19831993 йылдарҙа хеҙмәтте һаҡлау, 1995 йылдан — ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу, 19982005 йылдарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм электр энергияһын ауыл хужалығында ҡулланыу кафедралары мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Юлай Байрамғолов 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер иткән, 40 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы алған.

Ғилми эҙләнеүҙәре электр энергияһын тапшырыу һауа линияларының ауыл ерендә ышаныслылығын арттырыуға, бәләкәй йылғаларҙа гидроэлектростанциялар төҙөүҙе нигеҙләүгә арналған.

Ғалим уйлап тапҡан ҡоролмалар һәм яйламалар Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм Берләшкән дәүләттәр берләшмәһе илдәре предприятиеларында ҡулланыла.

Хеҙмәттәре
  • Теоретическаая основа электротехники — электрические цепи постоянного тока. Ч.1,2. Уфа, 1999 (авторҙ.);
  • Электрические источники оптического излучения. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә