Байков Андрей Матвеевич
Андрей Матвеевич Байков (1831—1889) — XIX быуаттың икенсе яртыһында Дондағы Ростов ҡалаһы башлығы.
Андрей Матвеевич Байков | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы, |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Италия, Мерано; Дондағы Ростовта ерләнгән |
Гражданлығы | |
Тормош иптәше |
Колодкина Прасковья Яковлевна |
Наградалары һәм премиялары |
Награды Российской империи |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Байков бюсы | |
Максимов йорто |
Был осорҙа Ростовта тротуарҙар һалына, беренсе урам фонарҙары ҡуйыла, йәмәғәт транспорты эшләй башлай, ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йорто, гәзит, үҙ-ара кредит ойошмаһы, биржа булдырыла. Янғын һүндереүсе команда, яр буйы урамдары һәм баҡсалар барлыҡҡа килә. Тап Байков ҡала һыу каналын төҙөүҙе башлап ебәрә[1] Ҡалала тәүлегенә 100 мең биҙрәлек эҫе һыу менән тәьмин итеү булдыра[2].
Биографияһы
үҙгәртергә1831 йылда Харьковта тыуа[3]. Сығышы менән Петербург дворяндарынан, Харьковтағы математика профессоры улы, хоҡуҡ фәне училищеһын иң яҡшы уҡып тамамлаусы. Дон баш ҡалаһы менән 14 йыл дауамында (1862 йылдан 1869 йылға тиклем һәм 1884 йылдан 1889 йылға тиклем) етәкселек итә.
1871 йылдың мартынан алып артабанғы ун йылды Байков Кавказда үткәрә. Минерал Һыуҙарҙы ҡуртымға ала. Байков Кавказда үткәргән йылдарында Ессентуки ҡалаһында европа кимәлендәге ҡунаҡхана (Байковтың милке) төҙөй һәм шешәләргә минераль һыу тултырып һатыуҙы ойоштора. Байков Владикавказ округы буйынса почетлы мировой судья булып китә. Уның хеҙмәттәрен дәүләт бүләктәре менән баһалайҙар.
1884 йылда Байков яңынан Ростов ҡалаһы башлығы була. 1889 йылда, инде ҡаты ауырыу хәлдә, ул Мерано ҡалаһына дауаланырға китә. Әммә сит ерҙә ул бер ай ҙа йәшәй алмай. 1889 йылдың 18 сентябрендә Андрей Матвеевич Байков вафат була. Дондағы Ростовта ерләнә. Хәҙерге ваҡытта ҡала башлығының ҡәбере урынында спорт Һарайы урынлашҡан. Андрей Матвеевич ысынлап та булған берҙән бер һаҡланып ҡалған бина, ҡала думаһы ултырыштары бинаһы — Үҙәк баҙарҙағы Максимов йорто. Байков генерал ҡыҙы Колодкина Прасковья Яковлевнаға өйләнә, уларҙың Ольга исемле ҡыҙҙары була.[4]
Хәтер
үҙгәртергә- Ростовта Байков исеме алдылар — Байков урамы (хәҙерге Республиканская урамы), бульвар, пароход һәм утар (хәҙерге ит комбинаты районы).
- Генеральная йырыны аша һалынған күперҙе, был инженер ҡоролмаһы менән хайран ҡалған ҡала халҡы, Байков күпере тип атай.
- 2006 йылда ҡалала Андрей Матвеевич хөрмәтенә бюст ҡуйыла (ОАО «Водоканал» бинаһында).[5]
- Ростовта Байковҡа һәйкәл ҡуйыла.[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Первый водопровод (1865—1929)
- ↑ Байков Андрей Матвеевич
- ↑ Выдающиеся люди Ростова(недоступная ссылка)
- ↑ Из цикла статей «Дела давно минувших дней…»(недоступная ссылка)
- ↑ Мэр, которого любили
- ↑ Ростове установят памятник Байкову 2013 йыл 23 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чалхушьян Г. Ростов эпохи Байковской (1861—1870) // Донской временник / Донская государственная публичная библиотека. Ростов-на-Дону, 1993—2014.
- Байков Андрей Матвеевич
- Байков был и есть гордость Ростова 2016 йыл 4 март архивланған.
- 180 лет со дня рождения Андрея Байкова
- Местное самоуправление города Ростова-на-Дону(недоступная ссылка)
- Ростовцы, купцы, император 2013 йыл 27 ғинуар архивланған.