Фредерика Баденская
Доротея Фредерика Баденская (нем. Friederike Dorothea von Baden, швед. Fredrika av Baden; 12 март 1781 йыл, Германия — 25 сентябрь 1826 йыл, Лозанна) — принцесса Баденская, Швеция короле Густав IV Адольфтың ҡатыны.
Фредерика Баденская | |||
нем. Friederike von Baden | |||
| |||
---|---|---|---|
1797 — 1809 | |||
Алдан килеүсе: | София Магдалена Датская | ||
Дауамсы: | Гедвига Шлезвиг-Гольштейн-Готторпская | ||
Тыуған: | 12 март 1781[1][2][3][…] Карлсруэ[d], Маркграфство Баден[d], Изге Рим империяһы[1] | ||
Үлгән: | 25 сентябрь 1826[1][2][3][…] (45 йәш) Лозанна[d], Швейцария[1] | ||
Ерләнгән: | Пфорцхайм | ||
Нәҫел: | Церингены Гольштейн-Готторп | ||
Исеме: | нем. Friederike Dorothea von Baden | ||
Атаһы: | Карл Людвиг Баденский[d] | ||
Әсәһе: | Амалия Гессен-Дармштадтская[d] | ||
Супруг: | Густав IV Адольф[d] | ||
Балалары: | Густав Шведский[d] София Шведская Сесилия Шведская[d] Амалия Шведская[d] Карл Густав Шведский[d][4] | ||
Монограмма: | |||
Наградалары: | |||
Биографияһы
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәПринцесса Фредерика Доротея Вильгельмина Карл Людвиг Баденский һәм Гессен Амалия-Дармштадтскаяның ғаиләлә дүртенсе балаһы һәм дүртенсе ҡыҙы була. Принцтың бөтә вариҫ балалары кеүек лайыҡлы белем ала һәм французса бик яҡшы һөйләшә. Олатаһы, маркграф Карл Фридрих бай булмағанлыҡтан, ғаилә ябай шарттарҙа йәшәй[5].
Рәсәйҙән яусылар
үҙгәртергәДоротея Фредерика һәм уның өлкән апаһы Луиза Мария Августа әсәйҙәренең яҙмышын ҡабатлай, әсәһе 1772 йылда һеңлеләре Вильгельмина һәм Луиза менән бөйөк кенәз Павел өсөн кәләш итеп ҡаралған була. 1790 йылда баден принцессаларына император ҡатын Екатерина II иғтибар итә, ул оло ейәне Александрҙы өйләндерергә теләй. Ул граф Румянцевҡа Карслруэға барып «вариҫ принц ҡыҙы 11 йәшлек Луиза-Августаны, һәм 9 йәшлек Фредерика-Доротеяны» күреү маҡсаты йөкмәтелә. Тышҡы ҡиәфәттәренән тыш император ҡатынды «принцессаларҙың тәрбиәһе, холоҡтары, рухи һәләттәре ҡыҙыҡһындыра». Ике йыл граф Румянцев «һаҡлыҡ менән, бер кемдең дә абруйын төшөрмәй, һәм тауыш сығармай ғына күҙәтә». Принцессаларҙың ғаиләһе никахҡа ҡаршы булмағандарына инанғас, батшабикә Екатерина 1792 йылда әсәне ике ҡыҙы менән Петербургҡа саҡыра. Әммә принцесса вариҫы Амалия үҙе ирен яңғыҙ ҡалдырырға мөмкин түгеллегенә һылтанып ҡыҙ ҡарау тамашаһында күренеүҙән баш тарта. Император теләге буйынса принцессаларҙы графиня Шувалова һәм йәшерен кәңәшсе Стрекалов оҙата бара.
1792 йылдың 31 октябрендә принцессалар Санкт-Петербургҡа килә. Буласаҡ император ҡатын Елизавета Алексеевна ошолай итеп хәтерләр булған: «Беҙ һеңлем менән киске 8 менән 9 сәғәттәр араһында килдек … ҡараңғылыҡтан файҙаланып, мин һеңлемдең ҡулын тиҙ генә ҡулға алдым һәм, яҡынлашҡан һайын, беҙ бер-беребеҙҙең ҡулын ҡыҫтыҡ, ошолай итеп күңелебеҙҙе тулҡынландырған хистәрҙе белдерҙек».
Принцессаларҙы император ҡатын һәм уның бөтә ғаиләһе менән таныштыралар. Бер нисә аҙнанан һуң бөйөк кенәз Александр өлкән принцесса Луиза Мария Августаны һайлай. 1793 йылдың 10 майында улар никахлаша. Август айында апаһы менән Батша ауылында йәшәгән принцесса Фредерика өйөнә ҡайта. Графиня В. Н. Головина үҙенең яҙмаларында былай тип хәтерләй: «Йән өҙгөс хушлашыуҙарҙан һуң бөйөк кенәз ҡыҙы ишектәре ябылыр алдынан ғына каретаға һикереп менеп һеңлеһен тағы бер тапҡыр үпкәндән һуң ашығыс рәүештә сыға…».
Никахы
үҙгәртергә1797 йылда швед короле Густав IV Адольф принцесса Фредерика Доротеяға тәҡдим яһай. Был ҡарарын ул император Павелға белдерә, уға илсе Стединг аша хат ебәрә. Был хәлдең сетереклеге шунда: 1796 йылда Густавтың һәм императорҙың өлкән ҡыҙы, бөйөк кенәз ҡыҙы Александра Павловна менән никахлашыуы саҡ булмай ҡала. Төп ҡаршылыҡ булып Александра Павловнаның православие динен һаҡлап ҡалыу ине[6]. Принцесса Амалия был никахлашыуҙа баден йортоноң бер ниндәй аҫтыртын эше юҡ тип рус һарай даирәһен ышандырырға маташа: «Императрица мин Фредериканың никахҡа инеүе тураһындағы хатҡа яуап яҙманы. Шулай ҙа мине шәфҡәтлегенән мәхрүм итмәҫ тип өмөтләнәм, мин быға лайыҡ түгел, сөнки минең яҡтан бер ниндәй ҙә аҙым яһалманы. Мин тик кире генә ҡаҡманым. Был мөмкин дә түгел ине, бының өсөн барлыҡ кеше мине ғәйепләр ине». Әммә император ғаиләһе был хәбәрҙе ауыр ҡабул итә һәм хатта бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Алексеевнаны бөйөк кенәз ҡыҙының никахын боҙоуҙа һәм һеңлеһенең никахын ойоштороуҙа ғәйепләй[7].
1797 йылдың 31 октябрендә Стокгольмда никахлашыу тантанаһы үтә. 1800 йылда Фредерика Доротея тәхеткә ултыра. Графиня Головина былай тип яҙа: «Уның яҙмышы иҫ киткес яҡшы булһа ла бик күп һынауҙарға дусар ителә, башына кейгән тажы ла сәнскеләр менән ҡапланған була».
Уның хөрмәтенә Швед Лапландияһының өс ҡалаһы — Фредерика (1799), Доротея (1799), Вильгельмина (1804) тип атала. Был ҡалалар әле лә уның исемен йөрөтә[8].
Һуңғы йылдары
үҙгәртергә1809 йылдың март айында король Густав IV Адольф ҡолатыла. Улы артынан тажды һаҡлап ҡалыр өсөн 29 мартта ул тәхеттән баш тарта, әммә Швеция парламенты уны һәм уның бөтә вариҫтарын швед тәхетен биләү хоҡуҡтарынан мәхрүм итә. Уға бөтә мөлкәте ҡалдырыла һәм ғүмере буйына рента һаҡлана. 1809 йылдың декабрендә король ғаиләһе Германияға күсеп китә һәм Баденда төпләнә. Әммә ир менән ҡатын араһында булған мөнәсәбәттәр боҙола башлай, һәм 1812 йылда улар айырылыша.
Һуңғы йылдарҙа Фредерика Доротея графиня Иттербург (Itterburg) исемен ҡулланып күп сәйәхәт итә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан Лозаннала вафат була һәм Пфорцхайме монастырь сиркәүендә ерләнә.
Балалары
үҙгәртергә- Густав (1799—1877) — 1830 йылда ике туған һеңлеһе Луиза Амалия Баденскаяға өйләнә;
- София Вильгельмина (1801—1865) — бөйөк герцог Леопольд Баденскийҙың ҡатыны;
- Карл Густав (1802—1805);
- Амалия Мария Шарлотта (1805—1853) — кейәүгә сыҡмай;
- Сесилия (1807—1844) — бөйөк герцог Фридрих I Август Ольденбургскийҙың ҡатыны.
Наградалары
үҙгәртергә- 1792 ноябрь — Изге Екатерина Ордены
Әҙәбиәттә
үҙгәртергә- 2009 йылда Софья Привалихинаның «Её Величество королева Швеции Фридерика (1781—1826)» тигән китабы сыға
[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #102017212 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Fredrika Dorothea Wilhelmina (швед.) — 1917.
- ↑ 3,0 3,1 Frederica of Sweden // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Lundy D. R. Friederike Dorothea Wilhelmine Prinzessin von Baden // The Peerage (ингл.)
- ↑ Данилова А. Принцесса Луиза Баденская, императрица Елизавета Алексеевна // Судьбы закон печальный. Жёны сыновей Павла I. Биографические хроники. — М.: Эксмо, 2007. — С. 6—130. — 480 с. — 5000 экз. — ISBN 5-699-18546-1.
- ↑ Пчелов Е. В. Романовы. История династии. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2004. — С. 173. — 494 с. — (Архив). — 3000 экз. — ISBN 5-224-01678-9.
- ↑ Данилова А. Александра // Пять принцесс. Дочери императора Павла I. Биографические хроники. — М.: Изограф, ЭКСМО-Пресс, 2001. — 464 с. — 8000 экз. — ISBN 5-87113-107-7.
- ↑ София Привалихина Её Величество королева Швеции Фридерика (1781—1826) 2021 йыл 6 май архивланған.
- ↑ София Привалихина. Её Величество королева Швеции Фридерика (1781—1826) — Томск : Том.гос.ун-т, 2009. — 367 с. : портр. ; 20 см. — Примеч.: с. 338. — 1000 экз. — ISBN 5-94621-273-7