Багратион йорто
«Багратион йорто» (бел. Дом Баграціёна) — XIX быуаттың усадьба архитектура ҡомартҡыһы, Белоруссияның Гродно өлкәһе Волковыск ҡалаһында урынлашҡан. Был йорт ҡала ситендә Багратион урамында тора, 10-сы йорт. Багратион йорто Беларусь Республикаһы дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә ингән[1].
Багратион йорто | |
Дәүләт | Беларусь |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Волковыск |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Страница на сайте Глобус Беларуси | globus.tut.by/volkovysk/… |
Тарих
үҙгәртергәЙорт 1805 йылда төҙөлгән[2][3]. Риүәйәттәр буйынса бында 1812 йылда Рәсәй армияһының П. И. Багратион етәкснелек иткән 2-се армияһы штабы торған[4].
XIX быуаттың икенсе яртыһында — ҡала дауаханаһы, ҡарттар өсөн приют, аҙаҡ; XX быуат башында йорт шәхси хужалар ҡулында булған.
Икенсе донъя һуғышы осоронда бина өлөшләтә емерелә. 1949 йылда йорт тергеҙелә, эске планы үҙгәртелә. Бинала Петр Иванович Багратион исемендәге Волковыск хәрби-тарихи музейы (тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ нигеҙ һалына-1935 йылда), Икенсе донъя һуғышында талана, 1948 йылда тергеҙелә)[3].
1950 йылда йортҡа инер алдынан П. И Багратиондың бронза бюсты тора (авторы- З. Азгур, ә 1957 йылда бинаға — мемориаль таҡтаташ беркетелгән[5][2].
Беларусь Республикаһы Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы 2007 йылдың 14 майында Багратион йорто Беларусь Республикаһы дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ[6]тарихи объекты булараҡ индерелгән[6].
Архитектура
үҙгәртергәБер ҡатлы ағас йорт тура мөйөш формаһында төҙөлгән, бейек вальмалы ҡыйыҡ менән ябылған. Үҙәк өлөшө мезонинлы, ул дүрт колонналы таш портик менән һыҙатланған, фронтоны дуғалай бөгөлгән. Ул йорт үҙенең үҙенсәлекле портигы менән тирә-йүндәге башҡа йорттарҙан айырылып тора. Портик өҫтөндә уның киңлеге оҙонлоғонда балкон — балконға мезониндан сығыла. Фасады штукатурланған. Планлаштырыуы анфилада фораһында, йорт үҙәгендә — баҫҡыслы вестибюль[2][3].
Музей
үҙгәртергәУсадьбала П. И. Багратион исемендәге хәрби-тарихи музей эшләй. Элекке бина Волковыск район башҡарма комитеты ҡарары менән 1949 йылдың 15 февралендә музейға тапшырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцей Рэспублікі Беларусь: [Даведнік] / склад. В. Я. Абламскi, І. М. Чарняўскі, Ю. А. Барысюк. — Мн.: БЕЛТА, 2009. — 684 с. — 1000 экз. — ISBN 978-985-6828-35-8.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сядзібны дом // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Гродзенская вобласць. С. 126Ҡалып:Ref-by
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ваўкавыскі сядзібны дом // Архітэктура Беларусі: Энцыклапедычны даведнік. С. 109
- ↑ Дом Багратиона в Волковыске на сайте Radzima.org
- ↑ Виртуальная экскурсия по Волковыску: улица Багратиона (+ Видео)
- ↑ 6,0 6,1 Постановление Совета Министров Республики Беларусь от 14.05.2007 № 578 «Аб статусе гiсторыка-культурных каштоўнасцей» (белор.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Архітэктура Беларусі: даведнік Энцыклапедычный. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 620: іл. — ISBN 5-85700-078-5.