Баб-Агнау (ғәр. باب اكناو‎) — Марракеш ҡалаһында (Марокко) 19 ҡапҡаның береһе. XII быуатта Әлмөхәдтәр династияһы хакимлек иткән заманда төҙөлгән.

Баб-Агнау
Рәсем
Дәүләт  Марокко
Административ-территориаль берәмек Марракеш
Мираҫ статусы Культурное наследие Марокко[d] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Карта
 Баб-Агнау Викимилектә

Баб-эр-Робб ҡалаға рәсми инеү урыны булып хеҙмәт иткән ваҡытта Баб Агнау Марракеш мәҙинәһенең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан монархтар касбаһына (ҡәлғәһенә) алып бара [1]. Әлмөхәдтәр солтаны Әбү Йософ Яҡуп әл-Мансур төҙөгән касбала Әл-Масурия (касба мәсете), Әл-Бади һарайы һәм Саад ҡәберлектәре урынлашҡан.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Баб-Агнау исеме килеп сығышының иң таралған теорияһы Агнау ҙа Гнауа һымаҡ уҡ «агнав» тигән бербер һүҙенән килеп сыҡҡан, ул һүҙмә-һүҙ «һаңғырау кеше» йәки «телһеҙ кеше» тигәнде аңлата һәм «бербер булмаған кешеләрҙе» атау өсөн (бербер телендә һөйләшмәгән һәм аңламағандарҙы) ҡулланылған. Ғәҙәттә был Сахаранан көньяҡҡа ҡарай «ҡара кешеләрҙе» аңлата[2] Был ҡапҡаларҙың көньяҡҡа, Сахаранан («ҡара Африка») көньяҡҡа ҡарай Төньяҡ Африка яғына сығыуын аңлата[3]. Ҡайһы бер сығанаҡтар был теория менән риза түгел һәм Агнауҙы бербер теленән «мөгөҙһөҙ өнһөҙ һарыҡ» тип тәржемәләй[4][5]

Баб (ғәр. باب‎) ғәрәп теленән ҡапҡа йә ишек кеүек тәржемә ителә

Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа ҡапҡа Баб-әл-Кухель (шулай уҡ «ҡара кешеләр» менән бәйле) йәки Баб-Лексер (һарай ҡапҡаһы) исеме аҫтында телгә алына.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡапҡаның функцияһы, монарх инеү урыны һымаҡ, ярайһы уҡ кимәлдә декоратив булған[6] . Баб-Агнауҙың фасады, күрәһең, Марракеш тирә-яғында табылған таштарҙың сиратлашып килгән секцияларынан һәм даға рәүешле арканы уратып алған кирбестән торған[7]. Мөйөш өлөштәре ҡабырсаҡ тирәләй урынлашҡан декоратив сәскәле элементтар менән биҙәлгән. Был орнамент өс панель менән уратып алынған, һәм был панелдәрҙә ғәрәп телендә куфи яҙыуы менән ҡатлы-ҡатлы Ҡөрьәндән яҙыу бар[8]

Таштан һалыныу насар хәлдә. Емерелеүенең сәбәбе булып иреүсән тоҙҙарҙың, атап әйткәндә, иретмә составында булған хлоридтар һәм сульфаттарҙың булыуы тора, улар таштарҙы нығытыу өсөн ҡулланылған, шулай уҡ һауаның бысраныуы ҡапҡаның торошона насар йоғонто яһаған[7].

Баб-Агнау XVIII быуаттың уртаһы-аҙағында солтан Мөхәммәт III бен Абдаллаһ идара иткән осорҙа күләмен кесерәйтеп йөүнәтелә. Был даға рәүешле ҡапҡаларҙың өлгөһөн, уның мөйөш өлөштәрен уратып алған Ҡөрьән яҙыуҙары менән Кордовалағы Мескитала осратырға була, улар шулай уҡ Рабаттағы хәҙерге Баб-эр Руа менән оҡшаш.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Rogerson, Barnaby. Marrakesh, Fez, Rabat. — CT, USA : The Globe Pequot Press, 2001. — P. 107.
  2. Humphrys, Darren. Frommer's Morocco. — NJ, USA : Wiley Publisher, Inc., 2010. — P. 126.
  3. Rogerson, Barnaby. Marrakesh, Fez, Rabat. — CT, USA : The Globe Pequot Press, 2001. — P. 107.
  4. Humphrys, Darren. Frommer's Morocco. — NJ, USA : Wiley Publisher, Inc., 2010. — P. 126.
  5. Rogerson, Barnaby. Marrakesh, Fez, Rabat. — CT, USA : The Globe Pequot Press, 2001. — P. 107.
  6. DK Eyewitness Travel Guide: Morocco. — London : Dorling Kindersley Limtied, 2002. — P. 239.
  7. 7,0 7,1 Lazzarini, Lorenzo Insight into the conservation problems of the stone building "Bab Agnaou", a XII cent. monumental gate in Marrakech (Morocco) (инг.) // Journal of Cultural Heritage : journal. — Т. 8. — № 3. — С. Pages 315—322. — DOI:10.1016/j.culher.2007.02.002
  8. DK Eyewitness Travel Guide: Morocco. — London : Dorling Kindersley Limtied, 2002. — P. 239.