Бабаханян Аракел Григорьевич
Лео (әрм. Լեո), үҙ исеме Бабаханян Аракел Григорьевич (26 апрель 1860 йыл — 14 ноябрь 1932 йыл) — әрмән тарихсыһы, яҙыусы, публицист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор.
Аракел Григорьевич Бабаханян | |
әрм. Առաքել Գրիգորի Բաբախանյան | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Баҡы губернаһы Шуша ҡалаһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил |
Рәсәй империяһы, СССР |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Ереван университеты |
Ғилми исеме |
профессор |
Биографияһы
үҙгәртергәАракел Григорьевич Бабаханян 1860 йылдың 26 апрелендә Баҡы губернаһының Шуша ҡалаһында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, үҙ алдына белем алыу менән шөғөлләнә. Нотариаль писарь, телеграфсы, "Арор" типографияһы идара итеүсеһе (Шуша, Баку) булып эшләй. 1895-1906 йылдарҙа — "Мшак" гәзите хеҙмәткәре, секретары. 1906-1907 йылдарҙа Геворгян (Эчмиадзин) семинарияһында уҡыта. 1924 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Ереван университетында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәXX быуат башына Әрмәнстан тарихының төп проблемалары һәм уның мәҙәниәте буйынса күп тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығара. Ул шулай уҡ әрмән китап баҫтырыу тарихына, Рәсәйҙәге әрмән сиркәүе башлығы Иосиф Аргутинскийҙың, XIX быуаттың йәмәғәт эшмәкәрҙәре, публицист һәм тәнҡитселәре Степанос Назарян һәм Григор Арцруни тормошо һәм эшмәкәрлегенә әрналған әрмән телендәге монографиялар авторы.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында күп томлы Әрмәнстан тарихы өҫтөндә эшләй.
Аракел Григорьевич Бабаханян 1932 йылдың 11 ноябрендә Ереван ҡалаһында вафат була.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лео . Кто есть кто в армянском мире. Союз армян России. Дата обращения: 1 октябрь 2013. 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
- Лео (Бабаханян Аракел Григорьевич) . Карабах : лица, факты, события и топонимы. Дата обращения: 1 октябрь 2013. 2017 йыл 26 апрель архивланған.
- Лео . Энциклопедия фонда «Хайазг». Дата обращения: 1 октябрь 2013.
- Аракел лена Григорьевич // ҙур совет энциклопедияһы : [30. т. / гл. ред. а. м. Прохоров. — 3-изд. — М. : советская энциклопедия, 1969-1978.