Бошман батыр
Бошман батыр — XIII быуаттың 30-сы йылдарында Волга буйында Монгол империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы яу башлығы[1].
Бошман батыр | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған урыны | Башҡортостан Республикаhы |
Туған тел | башҡортса |
Сығышы менән ҡыпсаҡтарҙың Бүреле ырыуынан. Ас ҡәбиләһе етәксеһе Ҡасир-укулэ менән берлектә Дәшти-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһен монголдарға ҡаршы көрәшкә туплай. 1237 йылда Волга буйындағы монгол ханы Мүнкенең 20 меңлек ғәскәре менән ҡаты көрәштә еңелеп, Бошман әсирлеккә төшә.
Башҡорт халҡының «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» легендаһы буйынса хандың ғәскәр башлығы булырға теләмәгәне өсөн ул үлтерелә. Башҡорт этносының ҙур бер өлөшөн тәшкил итеүсе Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары ырыуы исемен һәм үҙҙәренең сығышын ошо тарихи шәхес менән бәйләй[2][3].
Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары Көйөргәҙе районының Кинйә, Яңы Ямаш, Түкән ауылдарында йәшәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Тизенгаузен В. Г. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. Т.2. М.—Л., 1941
- Рашид ад-Дин. Сборник летописей. Т.2. М.—Л., 1960
- Башкирское народное творчество. Т.2: Предания и легенды. Уфа, 1987
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БАЧМАН, ист. личность
- Арслан — значит лев. ж."Ватандаш" 2020 йыл 21 октябрь архивланған.
- Башҡортостан: Ҡыҫҡса энциклопедия 2008 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ БАЧМАН, ист. личность
- ↑ БАЧМАН, ист. личность
- ↑ Башкирское народное творчество. Т.2: Предания и легенды. Уфа, 1987