А. С. Грибоедов һәйкәле (Санкт-Петербург)
А. С. Грибоедов һәйкәле — Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент. Һәйкәл рус яҙыусыһы һәм дипломат Александр Сергеевич Грибоедовҡа 1959 йылда Санкт-Петербургтың Пионерҙар майҙанында, А. А. Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театры алдында, ҡуйылған. Һәйкәл проектының авторҙары — скульптор В. В. Лишев һәм архитектор В. И. Яковлев. Был һәйкәл федераль әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты[1].
А. С. Грибоедов һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм Пионерская площадь (Санкт-Петербург)[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Архитектор | Всеволод Иванович Яковлев[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
А. С. Грибоедов һәйкәле (Санкт-Петербург) Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСоветтар Союзының Ленинград ҡалаһында билдәле «Горе от ума» комедияһы авторы — рус яҙыусыһы һәм дипломат А. С. Грибоедовҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар Ленинград ҡалаһы властары тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк ҡабул ителгән була. Кавказда бер үҙе бер рус армияһын алмаштырып торған күренекле рус дипломатына һәйкәл ҡуйыу өсөн конкурс асыла һәм уның һөҙөмтәһендә 1949 йылда скульптор В. В. Лишев һәм архитектор В. И. Яковлев проекты һайлап алына. 1950 йылдың көҙөндә «Монументскульптура» заводында яҙыусының бронза скульптураһы ҡойолған булған. Бары тик ҡала властары һәйкәл өсөн урынды билдәләй алмағанлыҡтан, скульптура заводта бер нисә йыл буйына ятҡан. Ниһайәт, Ленинград ҡалаһының ҡала башҡарма комитеты властары 1956 йылда Йәш тамашасы театры бинаһы алдындағы майҙанда һәйкәлде ҡуйырға ҡарар ҡабул иткән. Һәйкәлде баҫтырып ҡуйыу һәм постаментын әҙерләү менән «Красная Заря» заводы шөғөлләнгән. 1959 йылдың 23 ноябрендә Ленинград ҡалаһында һәйкәл асыу тантанаһы уҙа[2].
Тасуирлама
үҙгәртергәА. С. Грибоедов һәйкәлдә ирекле рәүештә ултырған һынлы итеп һүрәтләнгән. Яҙыусы ултырған креслоның өҫтөнә плащ һалып ҡуйылған. Яҙыусы ҡарашын алға, киләсәккә төбәп ултыра. Ул тубығында ятҡан китабына уң ҡулы менән баҫып ултыра[3].
Һигеҙ мөйөшлө шымартылған көңгөр гранит постаментҡа алтын ялатылған хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған: «Александр Сергеевич / Грибоедов». Скульптураның бейеклеге 3 метр тәшкил итә, постаментының бейеклеге — 3,9 метрға тиң[2].
1963 йылда сыҡҡан «Скульптура Ленинграда» китабы авторҙары Грибоедов һәйкәлен тәнҡитләйҙәр, улар Грибоедов һәйкәлен шул уҡ авторҙар башҡарған Чернышевский һәйкәле менән сағыштыралар, уларҙың оҡшаш булыуын билдәләйҙәр һәм һәйкәлдәге Грибоедовтың һынында яҙыусының эске донъяһы, эске тойғолары һүрәтләнмәгән, тип яҙалар[4].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 2,0 2,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Грибоедову А. С., памятник 2019 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ Искусство. Выпуск 1. 1960. — С. 60
- ↑ Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.