Аңбаш — рус. Анба́ш - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге күл.

Аңбаш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Аңбаш күле Ҡыштым ҡала округы территорияһында урынлашҡан (ҡаланан көньяҡҡа табан яҡынса 1 км тирәһе аралыҡта). Иң яҡын тораҡ пункттар - Ҡыштым ҡалаһы ( 2 км-ға төньяҡтараҡ) һәм Озерск (төньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км). Өлкә үҙәге Силәбенән алыҫлығы - 90 км, Екатеринбургтан - 160 км тирәһе тәшкил итә.

Төньяҡта ҡылымыҡ аша Ҡыштым ҡала күле, көньяҡта — Кесе Аҡкүл менән тоташа. Күлдең төньяҡ ярында — ҙур Каолиновый ҡасабаһы (Ҡыштым биҫтәһе), көньяҡтан — баҡса участкалары. Күлдең төньяҡ-көнсығышы буйлап АрғаяшҠыштым юлы үтә , көнбайышы буйлап — Кузнецкое — Ҡыштым автомобиль юлы һәм ҠарабашҠыштым тимер юлы һалынған.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Майҙаны — яҡынса 250 га, һыу көҙгөһө — 249,7 м.

Күлдең уртаса тәрәнлеге 3 метр тәшкил, максималь тәрәнлеге - 4 метр тәшкил итә. Күлдең майҙаны яҡынса 1,5 квадрат километр - (250 гектар). Күлдең төбө башлыса ләмле, әммә урыны менән ҡомлоҡтар ҙа осрай.

Аңбашта суртан, опто, алабуға, сабаҡ, ҡорман, табан тереклек итә.

Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары һаҙмырт һәм ҡамышлы.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Күлдең атамаһы килеп сығыуын легендалар аҡ (төҫ) + баш, йәки аң + баш һүҙҙәре менән бәйләй. Аҡбаш тигән атама ваҡыт уҙыу менән Анбаш йәки Амбаш булып яңғырай башлаған тип һанаусылар бар. Шул уҡ ваҡытта боронғо башҡорт телендәге Аң һүҙе - ҡырағай йәнлек, кейек [2] тигәнде аңлатҡан һәм атама үҙгәрмәйенсә тап Аңбаш тип һаҡланып килеүе бик ихтимал [3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 64-се бит
  3. Анбаш [1] 2019 йыл 26 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Озеро Анбаш [2]
  • Озеро Анбаш [3]
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 64-се бит
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.