Аҡ гвардия (роман)
«Аҡ гвардия» — Михаил Булгаковтың тәүге романы. 1918 йыл аҙағында Украинала Граждандар һуғышы ваҡиғалары тасуирлана[1]. Роман граждандар һуғышының киҫкен социаль һынылышын татыған урыҫ зыялыларының береһе һәм уның дуҫтары тураһында. Роман, нигеҙҙә, автобиографик характерҙа, барлыҡ персонаждарҙың да прототиптары — Булгаковтар ғаиләһенең туғандары, дуҫтары һәм таныштары. Роман декорациялары — Киев урамдары һәм 1918 йылда Булгаковтарҙың ғаиләһе йәшәгән йорт[2]. Роман ҡулъяҙмалары һаҡланмаһа ла, Булгаковтарҙың ғаилә тарихын өйрәнеүселәр, персонаждарҙың байтаҡ прототиптарының яҙмыштарын өйрәнеп, автор тасуирланған ваҡиғалар һәм персонаждарҙың документаль теүәллектә һәм ысынбарлыҡта булыуын иҫбатлай.
Аҡ гвардия | |
Нигеҙләү датаһы | 1923 |
---|---|
Атамаһы | Белая гвардия |
Производная работа | Белая гвардия[d] |
Сәнғәт формаһы | роман |
Баҫма йәки тәржемә | Q126707782? |
Автор | Булгаков Михаил Афанасьевич |
Нәшер итеүсе | Новая Россия (журнал)[d] |
Ил | СССР |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1925 |
Первая строка | Велик был год и страшен год по Рождестве Христовом 1918, от начала же революции 2-й. |
Последняя строка | Меч исчезнет, а вот звезды останутся, когда и тени наших тел и дел не останется на земле. Нет ни одного человека, который бы этого не знал. Так почему же мы не хотим обратить свой взгляд на них? Почему? |
Аҡ гвардия Викимилектә |
Роман-реквиемда[3] автор урыҫ интеллигенцияһы донъяһының емерелеү процесын һүрәтләй. Автор граждандар һуғышы осорон үҙ эсенә алған масштаблы трилогия кеүек күләмле әҫәр яҙыуҙы планлаштыра, әммә ул тәүге өлөшөн генә яҙып өлгөрә. Романдың бер өлөшө беренсе тапҡыр 1925 йылда «Россия» журналында донъя күрә. Тәүге тапҡыр был роман тулыһынса 1927—1929 йылдарҙа Францияла нәшер ителә. Тәнҡитселәр романды бер төрлө генә ҡабул итмәй: советтар яҡлы булғандар яҙыусыны синфи дошмандарҙы ҡаһарманлаштырыуҙа тәнҡитләһә, эмигранттар даирәһе Булгаковты совет власына ҡарата лояллектә ғәйепләй. Әҫәр «Турбиндар көнө» пьесаһы һәм унан һуңғы бер нисә фильм өсөн сығанаҡ булып хеҙмәт итә.[4] .
Сюжеты
үҙгәртергәРомандағы ваҡиғалар — 1918 йылда, Украинаны оккупациялаған немецтар Ҡаланан китеп, уны Петлюра ғәскәре баҫып алған мәл, урыҫ интеллигенттарының һәм уларҙың дуҫтарының күп яҡлы донъяһы емерелгән сағы тасуирлана. Геройҙар — Алексей Турбин, Елена Турбина-Тальберг һәм Николка — хәрби һәм сәйәси ваҡиғаларҙың йәшен тиҙлегендә алмашыныуының шаһиттары. Киев булараҡ төҫмөрләнгән Ҡаланы герман армияһы баҫып ала. Брест солохона ҡул ҡуйылыу сәбәпле, был Ҡала большевиктар ҡулында ҡалмай, ә большевиктар биләгән Рәсәйҙән ҡасҡан урыҫ зыялылары һәм хәрбиҙәренең һыйыныр урынына әйләнә. Беренсе донъя һуғышы осоронда немецтарҙың союзнигы һәм Рәсәйҙең дошманы булған гетман Скоропадскийҙың ҡурсыуы менән ҡалала офицерҙарҙың хәрби ойошмаһы барлыҡҡа килә. Ҡалаға Петлюра армияһы һөжүм итә. Романдағы ваҡиғаларҙа немецтарҙың ҡаланы ташлап китергә йыйыныуы һүрәтләнә. Ғәмәлдә Ҡаланы тик ирекмәндәр генә Петлюранан һаҡларға тырыша. Турбиндар үҙҙәренең ниндәй хәлдә ҡалыуын аңлай, әммә үҙ хәлен аңлап алғас, улар, Одессаға караптарҙа килгән француз ғәскәренең яҡынлашыуы тураһындағы имеш-мимешкә ышанып, тынысланырға тырыша.
Алексей һәм Николка Турбиндар, башҡалар кеүек үк, ҡаланы Петлюранан һаҡларға теләүселәр отряды сафына баҫа ә Елена элекке урыҫ армияһы офицерының йәшеренеү урынына әүерелгән йорттарын һаҡлап ҡалырға тырыша. Гетмандың командаһы һәм хакимиәте, Петлюранан ҡаланы үҙ көсө менән генә һаҡлай алмаясағын аңлап, немецтар менән бергә ҡаланы ташлап ҡаса. Урыҫ офицерҙары һәм юнкерҙарынан торған ирекмәндәр Ҡаланы һаҡлап ҡалырға тырыша, әммә улар ҡыйратыла. Петлюра Ҡаланы биләй, тантаналы парад ойоштора, әммә 47 көндән ҡаланы большивиктарға тапшырырға мәжбүр була.
Төп герой — Алексей Турбин — Ватан алдындағы бурысына тоғро ҡалып, үҙенең часын эҙләп табып уға ҡушылырға тырыша (частың таратылыуын белмәйенсә), петлюрасылар менән һуғыша, яралана. Шул мәлдә уны дошман эҙәрлекләүенән бер ҡатын ҡотҡара. Шулай итеп яу ҡырында Алексей үҙенең мөхәббәтен таба.
Тарихи ысынбарлыҡ
үҙгәртергәРоманда тасуирланған тарихи ваҡиғалар 1918 йылдың аҙағына ҡарай. Был ваҡытта Украинаның дәүләт бойондороҡһоҙлоғо яҡлы социалистик Директория һәм германдар яҡлы гетман Скоропадскойҙың консерватив власы — Гетманат араһында ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуа. Роман геройҙары ошо ваҡиғалар шауҡымына эәләгә, улар гетманат яғында һуғыша, Киевты Директориянан һаҡлай.
Аҙ һанлы офицерҙар дружинаһы Петлюра отрядтары менән һуғышта еңелә һәм Киев янында оборонаға тора. Немецтар уларҙан үҙ-ара килешеүҙе талап итә, шуға ла гетман власының ҡолауы бер нисә аҙнаға кисектерелә. Немецтар Петлюра менән «нейтралитет» тураһында килешеү төҙөгәндән һуң Украина державаһы бөтә — 14 декабрҙә Киев ҡолай[5]:270.
Киевты һаҡлаусыларҙы фажиғәле яҙмыш көтә. Оборона ваҡытында, бигерәк тә Киевты Директория ғәскәрҙәре алғанғандан һуң ҡаланың йөҙәрләгән һаҡсыһы һәләк була. Большевиктар ҡалаға килеп ингәс тә 2 меңгә яҡын ҡала һаҡсыһын Педагогия музейына йыйып яба һәм юллаусылары булғандарҙы сығара, ә бер кем дә эҙләп килмәгәндәрҙе герман командованиеһы ярҙамы менән, Ирекле армия вәкилдәре һәм Антанта вәкилдәре баҫымы аҫтында (яҡынса 450 кешене) Германияға сығаралар. Уларҙың күбеһе төрлө аҡ армия сафтарын тулыландыра[5][6].
Персонаждар
үҙгәртергәПерсонаждарҙың прототиптары
үҙгәртергә«Аҡ гвардия» күп кенә деталдәре буйынса автобиографик роман булып тора, ул яҙыусының 1918—1919 йылдарҙа ҡышын Киевта булған ваҡиғаларҙан алған шәхси тәьҫораттарына һәм хәтерләүҙәренә нигеҙләнгән. Турбинадар — Булгаковтың әсәһе яғынан өләсәһенең фамилияһы. Турбиндарҙың ғаилә ағзаларында Михаил Булгаковтың туғандарын, дуҫтарын һәм таныштарын төҫмөрләргә була. Романдағы ваҡиғалар Киевта Булгаковтар ғаиләһе йәшәгән йортта бара; хәҙер унда Турбиндар йорто музейы урынлашҡан. Табип-венерологта Алексей Турбинда Михаил Булгаковты танып була. Елена Тальберг-Турбинаның прототибы — Булгаковтың һеңлеһе — Варвара Афанасьевна[7].
Театрҙарҙы сәхнәләштереү
үҙгәртергә- 1991 — М. Горький исемендәге МХАТ, Татьяна Доронина ҡуя.
- 2004 — А. П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театры, режиссёры Сергей Женовач.
- 2008 — Моссовет исемендәге Театр, режиссёры Павел Хомский.
Экранлаштырыу
үҙгәртергәРоман 2011 йылға тиклем тиклем экранлаштырылмай, — 1970 йылда режиссёрҙар Александр Алов һәм Владимир Наумовтарҙың М. А. Булгаковтың «Ҡасыу», «Аҡ гвардия» һәм «Ҡара диңгеҙ» романдары мотивтары буйынса төшөрөлгән «Ҡасыу» нәфис фильмы сыға. 1976 йылда режиссёр Владимир Басовтың «Турбиндар көнө» фильмя сыға — ул «Турбиндар көнө» пьесаһын экранлаштырыу. Беренсе тапҡыр роман 2012 йылда экранлаштырыла. Әммә тәнҡитселәр режиссёр Сергей Снежкиндың һигеҙ сериялы телесериалын уңышһыҙ эш тип таный[8][9][10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новиков В. В. Введение // Михаил Булгаков — художник. — Московский рабочий. — М., 1996. — 357 с. — ISBN 5-239-01741-7.
- ↑ Соколов Б. В. Булгаков. Энциклопедия, 2003
- ↑ Ребель Г. М. Художественные миры романов Михаила Булгакова, Директ-Медиа, М.:, 2013, С. 172.
- ↑ Рукописи не горят… // биобиблиографический указатель: к 120-летию со дня рождения М. А. Булгакова / Разумнова В. П.. — Томск: Томская обл. дет.-юнош. б-ка, 2011. — 47 с.
- ↑ 5,0 5,1 Цветков В. Ж. Белое дело в России. 1917—1918 гг. (формирование и эволюция политических структур Белого движения в России). — М.: Посев, 2008. — 520 с. — ISBN 978-5-85824-183-6.
- ↑ Волков С. В. Офицерство после катастрофы русской армии // Трагедия русского офицерства. — М.: Центрполиграф, 2001. — 508 с. — (Россия забытая и неизвестная). — 3000 экз. — ISBN 5-227-01562-7.
- ↑ Тинченко Я. Ю. Белая гвардия Михаила, Булгакова Исторические Портреты «Белой Гвардии» Или Шахматная Партия По Булгакову(недоступная ссылка). — Киев, 1997.
- ↑ Бондаренко В. Булгаков и пустота, газета «Завтра», 14.03.2012.
- ↑ Зайцев В. «Белая гвардия» Сергея Снежкина и Александра Роднянского: в поисках утраченного рая, «Телекритика» 14.03.2012.
- ↑ Урманбаев-Габдуллин Е. Фильм Снежкина Белая гвардия, proza.ru, 05.03.2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тинченко Я. Ю. Белая гвардия Михаила Булгакова. — К., 1997. — 252 с. — ISBN 5-7702-1000-1.
- Соколов Б. В. Михаил Булгаков: загадки судьбы. — М.: Вагриус, 2008. — 544 с. — ISBN 978-5-9697-0625-5.
- Соколов Б. В. Михаил Булгаков: загадки творчества. — М.: Вагриус, 2008. — 688 с. — ISBN 978-5-9697-0626-2.
- Соколов Б. В. Белая гвардия // Булгаков. Энциклопедия. — М.: Алгоритм, 2003. — 608 с. — ISBN 5-320-00143-6.
- Соколов Б. В. Расшифрованная «Белая Гвардия». Тайны Булгакова. — М.: Яуза, Эксмо, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-699-45589-8.
- Чудакова М. О. Жизнеописание Михаила Булгакова. — 2-е, доп. — М.: Книга, 1988. — 669 с. — ISBN 5-212-00075-0.
- Яблоков Е. А. Роман Михаила Булгакова «Белая гвардия». — 2-е, доп. — М.: Языки русской культуры, 1997. — 191 с. — ISBN 5-7859-0013-0.
- Воспоминания о Михаиле Булгакове / Булгакова Е. С., Ляндрес С. А.. — М.: Советский писатель, 1988. — 528 с. — ISBN 5-265-00315-0.
- Лесскис Г. А. Триптих М. А. Булгакова о русской революции: «Белая гвардия»; «Записки покойника»; «Мастер и Маргарита». — М.: О.Г.И., 1999. — 427 с. — ISBN 5-900241-35-1.