Аҡбейек (һырт)
Аҡбейек — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Аҡбейек | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 6 км |
Киңлеге | 5 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | 969 |
Урынлашыуы | |
53°46′38″ с. ш. 58°06′57″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Горная система | Урал тауҙары |
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абсолют бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап Оло Ҡыраҡа һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына күсә.
Тәрәнлеге 350-нән алып 400 м еткән күп һанлы тау араһы уйпатлыҡтары һәм уйһыулыҡтары менән йырғыланған. Палеозойҙың ультраһелтеле тоҡомдарынан, тау араһы уйпатлыҡтары ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан, эзбизташтан һәм ордовиктың, силурҙың һәм девондың төп эффузивтарынан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә Оло Һарғая йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) башлана.
Ландшафтары һоро тау тупрағындағы асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора. Төньяҡ өлөшөндә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500—550 м бейеклеккә тиклем битләүҙәрҙә ҡайын‑ҡарағай урмандары үҫә, өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тау тупрағында ҡайын-ҡарағай-ҡарағас урмандары урынлашҡан; һырттың үрге өлөшөн лишайниктарҙан, петрофиттарҙан (ҡамғаҡ, ҡанүлән, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡоторма һ.б.) торған ҡая үҫемлектәре биләй.
ТопонимикаҮҙгәртергә
Атамаһы алыҫтан бейек һәм аҡ төҫтә күренгән өсөн алынған.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Аҡбейек (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.