Оло Ҡыраҡа (Оло Ҡыраҡа) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостан Республикаһының Белорет районы территорияһында урынлашҡан.

Оло Ҡыраҡа
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 971 метр
Карта
 Оло Ҡыраҡа Викимилектә

Оло Ҡыраҡа һырты Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан Башҡортостан (Көньяҡ) Урал һырттарына ҡарай.

Оло Ҡыраҡа һырты меридиан буйынса Рәз һәм Оло Һарғая (Ағиҙел ҡушылдыҡтары) йылғалары араһында һуҙылған.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Оҙонлоғо — 6 км, киңлеге — 4,5 км, абсолют бейеклеге 1008 м.

Рельефы күп төрлө: битләүҙәре һөҙәк, ипкен-ҡабырғалары ҡаялы, түбәһе яҫы.

Ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан һәм палеозой эзбизташтарынан тора.

Ландшафты — ҡарағай, ҡарағай-ҡарағас һәм ваҡ япраҡлы урмандар.

Һырттың төньяҡ өлөшөндә ҡыя һуған популяцияһы үҫә, ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Ҡыраҡа тау һырттары Ағиҙел йылғаһының һул ярында, Белорет ҡалаһынан көньяҡтараҡ уырнлашҡан. Өс тау һыртынан: Көньяҡ Ҡыраҡа, Оло Ҡыраҡа һәм Төньяҡ Ҡыраҡа тора. Уның төҙөлөшөн дағаға ла оҡшаталар. Тауҙар үҙ-ара Төньяҡ (Үрге) Үҙән һәм Ҡаға йылғалары үҙәндәре менән айырыла. Төньяҡтан көньяҡҡа дөйөм оҙонлоғо яҡынса 90 км.

Иң юғары нөктәһе — 1045 м — Суртанды һыртында (төньяҡ һырт). Тау итәгенән урманлы тау яйлаларына тиклем уртаса бейеклек 400—450 м тәшкил итә. Һырттың мең метрҙан артҡан бейеклектәре Төньяҡ һәм Оло Ҡыраҡала урынлашҡан.

Башҡа тауҙарҙан уны төньяҡтан — Ағиҙел йылғаһының киң участкаһы (Сермән ҡасабаһы районы), көньяҡтан — Үҙән йылғаһы айыра.

Текә көньяҡ ипкендәрендә ҡыш буйына ҡар булмауы мөмкин. Ағиҙел йылғаһы яҡын булғанлыҡтан, тарлауыҡтарҙың көнбайыш ҡабырғаларында томан күҙәтелә.

Ҡыраҡа 600 метрға тиклем ҡарағай урманы менән ҡапланған. Бейеклек арта барған һайын, ҡарағайҙар ҡайындар менән аралаш үҫә, ағы ла юғрыраҡ ҡарағай ҡарағас менән алмашына. Урталағы үҙәк һырттар яйлаға оҡшаш — яуым-төшөмлө һауа торошо мәлендә, болоттар унда мендәр булып ятҡанлыҡтан, ул ныҡ еүеш була. Ағастар сағыштырмаса тәпәш, ә үлән армыт ипкендәрендәгенән бейегерәк һәм ҡуйыраҡ[2].

Топонимикаһы үҙгәртергә

Ҡыраҡа тау һырттары бер нисә тауҙан ғибәрәт. Башҡорт телендә ул ҡырҡ арҡа тигәнде аңлата. Оло Ҡыраҡа һырты атамаһы башҡорт теленән тәржемә иткәндә — оло һырт тигәнде аңлата Һырттың атамаһы уның Көньяҡ Уралдың башҡа һырттарынан төп айырмаһын — рельефының ныҡ бүлгеләнгәнен күрһәтә. Арҡа "һырты"а оҡшаған — үҙәк һырт һәм унын арҡырыға таралышҡан армыттар балыҡ һөлдәһен хәтерләтә, юғарынан ҡарағанда, бөгәрләнгән ҡағыҙҙы ла хәтерләтә тиҙәр[3].

Туристарға кәңәш үҙгәртергә

Ҡыраҡаның ландшафты үҙенә бер төрлө матур. Текә ҡабырғалары һәм тәрән тарлауыҡтары туристарҙы йәлеп итә. Һырттың иң күп туристар йөрөгәне — Төньяҡ Ҡыраҡа. Бында скайранинг буйынса ярыштар, рогейндар һәм башҡа саралар уҙғарыла.

Ҡыраҡа йыл һайын үткәрелгән — Kraka Race менән дә дпн алған. Ул тау ярым марафоны, маршрут оҙонлоғо — 21 километр.

Башҡортостандың баш ҡалаһынан Өфө-Белорет трассаһы буйлап Сермән ауылына (230 км) барырға һәм үңға — Асҡар ауылына боролоға, 14 км үткәндән һуң, Швғай ауылына етәһегеҙ.

Магнитогорскиҙан Ҡыраҡаға барып етеүе еңелерәк — Магнитогорск-Белорет трассаһы буйлап, Белоретҡа етмәҫ элек, урау юлдан барабыҙ һәм юл киҫелешендә «Ар ташы» ял базаһына боролабыҙ, маршрут оҙонлоғо — 100 саҡрымдан бер аҙ оҙонораҡ.

Бер-береһенә бәйләнгән һырттар: Ҡыраҡа һырты — Суртанды һырты — Аҡбейек һырты — Кесе Ҡыраҡа һырты — Оло Ҡыраҡа

Бөтә маршрутҡа, Өфөнән килеп ҡайтып еткәнсе, — 24 сәғәт.

Старт алған урынға тиклем (Хәмит ауылы) ара — 300 километр[4].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә