Аҡбаш (Ютазы районы)

Аҡбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Аҡбаш ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Аҡбаш
татар. Акбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Ютазы

Ауыл биләмәһе

Аҡбаш

Координаталар

54°31′22″ с. ш. 53°13′23″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVII быуат

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Элекке исеме

Ташкисеү

Халҡы

466 человек (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 855-93-04

Почта индексы

423958

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 254 000 004

Код ОКТМО

92 654 402 101

Номер в ГКГН

0142740

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡбаш (Рәсәй)
Аҡбаш
Аҡбаш
Аҡбаш (Ютазы районы) (Татарстан)
Аҡбаш

География

үҙгәртергә

Ауыл Аҡбаш йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайыштараҡ 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Ауылдан көнбайыштараҡ «Урҙалытау» тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.

Аҡбаш (Ташкисеү) — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.

1808 йылда ауылда тәүге мәсет төҙөлә, икенсе мәсет 1867 йылда, ә өсөнсөһө 1915 йылда төҙөлә. ХХ быуат башында бында улус идаралығы, земство почта станцияһы, һыу тирмәне була.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].

1795 йылда ауылда ир енесле 166 йән башҡорт һәм 40 йән типтәр; 1834 йылда — 352 йән керҙәш башҡорт; 1859 йылда — 1015 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591886189719261938194919581970197919892000
101514311682150613791056752850669462538

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет (XIX быуат аҙағы — XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы) бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Миңлекәев Сәхәүетдин Кашафетдин улы — мәғрифәтсе-шағир.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 579-580. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.