Аҡакүл (Силәбе өлкәһе)

Аҡакүл — рус. Акаку́ль -башҡ. Аҡҡанкүл - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл.

Аҡакүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса «ака» (ага) һәм «күл» һүҙҙәре ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип яҙа. Был күл ысынлап та үҙе янындағы һыу ятҡылыҡтары менән үҙенән сыҡҡан шишмәләр менән тоташыулы (мәҫәлән, Оло Аҡкүл менән) [2][3]. Йәғни, күлдең башҡортса атамаһы - Аҡҡанкүл икәнлеге аңлашыла.

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Күл Ҡыштым, Озёрск ҡалалары һәм Арғаяш районы сиктәре аралығында урынлашҡан. Майҙаны — 10 км². Уртаса тәрәнлеге — 4,8 м, иң тәрәне — 12,5 м. Һыу көҙгөһө — 253,4 м. Күлдәрҙә ҡорман, сабаҡ, алабуға, этеш, суртан кеүек балыҡтар тереклек итә .

Күлдә утауҙар әҙ. Уртаһындағы (ярҙан 200 м) ағаслы-ҡаялы исемһеҙ ҙур утрау ғына айырылып тора, йәнә шул тирәлә бер нисә ваҡ утраусыҡ бар - улары ярҙан алыҫ түгел.

Ярҙарында ҙур тораҡ пункттар юҡ, әммә күп һанлы ял йорттары һәм йәйге балалар лагерҙары урынлашҡан.

Күлдең көньяҡ яҡ ярында - таш карьерҙары һәм ярҙамсы хужалыҡтар, төньяғында — һыу ҡыуғыс ҡоролма. Көньяҡ ярҙан 1 км алыҫлыҡта — Аҡакүл үҙәне тигән ерҙә - һаҙлыҡ. Күлдең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә шулай уҡ яр буйҙары ҡамышлыҡ менән ҡапланған, һаҙлыҡлы.

Томск дәүләт университеты (ТДУ) - ғилми хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, күлдең радиация фоны тәбиғи фонынан 50 тапҡырҙан артып киткәне теркәлгән[4]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Акакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  4. Зоологи ТГУ проверят томских летучих мышей на наличие вируса бешенства 2020 йыл 21 февраль архивланған. — Томский государственный университет