Аҙнабай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Аҙнабай — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәАҙнабай исеме башҡорт һәм фарсы телендәге һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән һәм ?? тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәЙәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы (1 ғинуар 1936) — хеҙмәт ветераны. Ғафури районы «Йондоҙ» колхозының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Фамилияла
үҙгәртергәАҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.
Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23 май 1934 йыл — 4 октябрь 2021 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы (24 октябрь 1905 йыл) — 21 ғинуар 1996 йыл, Өфө) — комсомол һәм партия органдары ветераны, журналист. 1957—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте редакцияһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.
Аҙнабаев Рауил Әхмәтйән улы (29 март 1959 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең күҙ табибы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).
Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29 март 1937 йыл) — башҡорт педагог-методисы, педагогия фәндәре кандидаты (1988).
Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (Ғәйнетдинова)— Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Аҙнабаева Сара Аҙнабай ҡыҙы БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |