Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы
Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29 март 1937 йыл) — башҡорт педагог-методисы, педагогия фәндәре кандидаты (1988).
Флүрә Фәтхи ҡыҙы Аҙнабаева | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Силәбе өлкәһе, Сосновка районы, Туҡтыбай ауылы |
Ил |
СССР, Рәсәй |
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты (1961) |
Ниндәй өлкәлә танылған |
дәреслектәр төҙөүсө |
Биографияһы
үҙгәртергәФлүрә Фәтхи ҡыҙы Аҙнабаева 1937 йылдың 29 мартында Силәбе өлкәһе Сосновка районы Туҡтыбай ауылында тыуған.
1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1961—1962 йылдарҙа Белореттың 1-се урта мәктәбендә уҡыта.
1962 йылдан алып «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәре, «Русский язык в башкирской школе» журналының яуаплы секретары.
1986 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһының Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — мөдир, бер үк ваҡытта 1999—2006 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластарында рус телен уҡытыуҙың яңы технологияларына, үҫтереүсе белем биреү проблемаларына арналған. 70-тән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн рус теле дәреслектәре авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Русский язык: учеб. для 1 класса башкир.шк. — Уфа, 2000;
- Русский язык: учеб. для 4 класса башкир. шк. — Уфа, 2000;
- Русский язык; учеб. для 3 класса башкир. шк. по системе развивающего обучения Д. Б. Эльконина — В. В. Давыдова. — Уфа, 2009 (авторҙ.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 март 2022)