Аҙау-Ҡара диңгеҙ дәүләт аграр-инженер академияһы
Аҙау-Ҡара диңгеҙ инженер институты (рус. Азово-Черноморская государственная аграрно-инженерная академия АЧИИ) — Ростов өлкәһе Зерноград ҡалаһының юғары уҡыу йорто.
Аҙау-Ҡара диңгеҙ дәүләт аграр-инженер академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ростов өлкәһе |
Академия эшләгәндән алып унда 30 меңдән ашыу кеше юғары һөнәри белем ала, 5 меңдән ашыу инженер, механик, махсус юғары һәм урта уҡыу йорттары уҡытыусылары белемен камиллаштыра. Академия аспирантураһында 200-ҙән ашыу фән кандидаты әҙерләнә. Аҙау-Ҡара диңгеҙ дәүләт агроинженер академияһын тамамлаусылар Рәсәй Федерацияһының барлыҡ республикаларында, крайҙарында һәм өлкәләрендә, яҡын сит илдәрҙә эшләй. Академия тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре исеменә эйә, Рәсәй академиялары академиктары итеп һайланған.
Тарихы
үҙгәртергә1930 йылдың 26 мартында СССРХалыҡ Комиссарҙары Советы «Төньяҡ Кавказда социалистик ер эшкәртеү инженер-механиктары институтын (ИИМСЗ) асыу тураһында» ҡарар ҡабул итә. ИИМСЗ Рәсәйҙә агроинженер йүнәлешендәге иң беренсе юғары уҡыу йорто була. Уның беренсе студенттары ҙур производство стажы булған фабрика-завод предприятиелары һәм совхоздарҙан йыйыла.
1930 йылдың 1 апрелендә беренсе студенттар килә, ә 15 апрелдә тәүге 535 кеше башлыса йәш уҡытыусылар етәкселегендә уҡый башлай.
Башта уҡыу мөҙҙәте ике йыл булһа, тигеҙ, 1931 йылдың 1 сентябренән институт бары тик урта белем менән генә ҡабул итә башлай һәм уҡыу ваҡытын биш йылғаса оҙайта. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем юғары уҡыу йортон 1 008 кеше тамамлай.
Юғары уҡыу йортоноң атамалары
үҙгәртергәБашта ул Төньяҡ Кавказда социалистик игенселек инженер-механиктары институты тип атала.
1934 йылда Төньяҡ-Кавказ крайы икегә бүленә: Аҙау-Ҡара диңгеҙ һәм Төньяҡ Кавказ. Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайына — хәҙерге Ростов өлкәһе һәм Краснодар крайы инә. 1936 йылда инстиут крайҙы исеме менән Аҙау-Ҡара диңгеҙ ауыл хужалығы инженер-механиктары институты тип атала башлай.
1938 йылдың апреленән Аҙау-Ҡара диңгеҙ ауыл хужалығын механизациялау институты тип атала.
2014 йылдан алып Дон дәүләт аграр университетының филиалы була, тулы атамаһы — Дон дәүләт аграр университетының Аҙау-Ҡара диңгеҙ инженер институты юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы.
Факультеттары
үҙгәртергә- Энергетика
- Дәүләт контроле һәм бизнес менән идара итеү
- Агротехнологик
- Агросәнәғәттә автомобиль транспорты
- Өҫтәмә белем биреү факультеты.,
- Бөгөн академияла алты факультет бар. Инженерҙар әҙерләү 15 һөнәр буйынса алып барыла. Академияла барлығы 4500-ҙән ашыу студент белем ала. Уларҙы 400 самаһы (365) уҡытыусы, шул иҫәптән 51 фән докторы, профессор һәм 215 самаһы фән кандидаты, доцент уҡыта. Студенттар ятаҡ менән тәьмин ителә. 78 йыл эшмәкәрәлеге осоронда вуз 30 000 ашыу инженер һәм иҡтисадсы әҙерләп сығара. Уларҙың күбеһе үҙен производствола күрһәтә, ҙур етәксе, һәм ауыл хужалығын ойоштороусы, ғалим, конструктор булып китә.
Уҡыу-етештереү һәм матди-техник база
үҙгәртергәӨс уҡыу комплексына 7 уҡыу корпусы, 110 лаборатория һәм интернетҡа тоташтырылған махсуслаштырылған кабинеттар, уҡыу-тәжрибә фермер хужалығы, уҡыу полигоны һәм еңел автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау станцияһы булған машина паркы бар.
Бүлендек институттар
үҙгәртергәАкадемияла 1999 йылда ғилми тикшеренеүҙәрҙе координациялауҙы тәьмин иткән агроинженер проблемалар институты (ИАП) ойошторола. ИАП эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып: ауыл хужалығы, эшкәртеүсе һәм сәнәғәт (машина) етештереү процестарн фәнни-технологик һәм матди-техник тәьмин итеү сиктәрендә ғилми-тикшеренеү, проект, тәжрибә-конструкторлыҡ һәм сервис-техник эштәр башҡарыу; студенттар, аспиранттар һәм педагогик кадрҙарҙың белем алыу һәм фәнни квалификацияһы сифатын күтәреү тора.
Фәнни эшмәкәрлек
үҙгәртергәИнститутта яңы «ноосфералы» ер эшкәртеү концепцияһының теоретик нигеҙләү, тере организмдарҙың, орлоҡтарҙың һәм үҫемлектәрҙең инфратауыш нурланыуының акустик мөхитендә, электр магниты ҡырҙарында, электрогаз динамикаһы озонлауы ҡырҙарында йәшәү ҡанунын асыҡлау буйынса фундаменталь фәнни тикшереүҙәр алып барыла. Ошо йүнәлештәге ғәмәли фәнни-техник эшләнмәләр араһындасәсеү материалын стимуллау, орлоҡтарҙы һәи үҫемлектәрҙе сирҙәрҙән һәм ҡоротҡостарҙан яҡлау, үҫемлектәрҙең үҫешен интенсификациялау, ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн экологик хәүефһеҙ агротехнологияларға (акустик, озонлы, электромагнит һ. б.) айырым иғтибар бирелә.