Ағып төшкән (йылға)
Ағып төшкән (рус. Агып-Тушкэн) — йылға. Рәсәйҙәге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы биләмәләрендә аға.
Ағып төшкән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе һәм Ҡыуандыҡ районы |
Урынлашыуы
үҙгәртергәАғып төшкән йылғаһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы хәҙер юҡҡа сыҡҡан Түбәнге Үтәғол ауылы янынан үтә. Һаҡмар йылғаһының[1] һул ҡушылдығы. Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай.
Тәбиғәте
үҙгәртергәАғып төшкән йылғаһы эргәләп йәшәгән, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Түбәнге Үтәғол һәм унан арыраҡ урынлашҡан Үрге Үтәғол ауылдары араһынан аҡҡан һаҡмар йылғаһының уң һәм һул ярҙарын яланғас ҡаялар теҙмәһе уратып алған. Улар Үтәғол свитаһы стратотибына ҡарай һәм вулкан-ултырма тау тоҡомдарынан тора[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, йылғаның атамаһы башҡорт телендәге «ағып төшөү» ҡылымынан алынған[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
- ↑ Кувандыкский район//Краевед Оренбуржья
- ↑ Агып-Тушкэн//Природа Оренбургской области 2021 йыл 10 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 12. Нижнее Поволжье и Западный Казахстан. Вып. 2. Урало-Эмбинский район / под ред. З. Г. Марковой. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 152 с.
- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.