Аш-һыу тураһында башҡорт халыҡ әйтем һәм мәҡәлдәре

фольклор, мәҡәл жанры

Аш-һыу тураһында башҡорт халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәре (рус. Башкирские народные пословицы и поговорки о кухне ) — туҡланыу, аш-һыу әҙерләү, табын ҡороу, халыҡтывң йәшәү рәүешен сағылдырған фольклор жанры.

Аш-һыу тураһында башҡорт халыҡ әйтем һәм мәҡәлдәре
Жанр мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
Башҡорт ҡаҙылығы. Ҡаҙыға туйһаң, ҡарта кәрәкмәй

Икмәк менән бәйле йола-мәҡәлдәр

үҙгәртергә

«Икмәк барыһына баш» тигән әйтем төрлө телдәрҙә бер дөйөм «бөйөк» мәғәнәлә йөрөй. Икмәккә ҡарата халыҡтың оло хөрмәте, ихтирамы, табыныу-ололау хисе лә сағыла. Башҡорттарҙың икмәккә ҡарата изге хистәрҙе сағылдырған мәҡәл, әйтемдәре:

«Икмәктән оло аш юҡ», «Ил ҡеүәте икмәктә», «Икмәкте хурлама, ҙурла», «Икмәк — табын ҡояшы», «Икмәктең валсығы ла һинән оло», «Икмәк — йәшәү сығанағы», «Кем икмәкле — шул хикмәтле», «Икмәкте ҡатыҡҡа манған ас булмай», «Икмәкте бер ҡап, ҡатыҡты биш ҡап», «Икмәк сәйнәмәйсә йотолмай» «Икмәк – ил байлығы», «Икмәктән оло булма», «Икмәк аша атлама», «Икмәктең валсығын да ергә ташлама», «Икмәк-тоҙҙан баш тартма», «Икмәк юлда йөк түгел».

«Икмәк сәйнәмәйсә йотолмай» тигән һүҙҙәр оло мәғәнәгә эйә: эшләмәйенсә ауыҙыңа икмәк теймәй. Мәҡәлдә халыҡтың киләсәк быуынға аманаты — «һин эшләп ашарға тейешһең» тигән васыяты ята[1].

Икмәк — ул борон-борондан йола ризығы. Икмәк һынығын киптереп, яртыһын яуға китеүсегә биреү, икенсе яртыһын ул ҡайтҡансы һаҡлау — башҡорт халҡының борондан килгән изге йолаһы. Икмәк валсығын иҙәнгә төшөрөү оло гонаһ һанала. Халыҡтың икмәккә булған ихтирамы, уның тылсымлы көсөнә ышанысы сағыла:

Әрмегә китеүсе егеттәрҙе туған-тыумасалар бер-бер артлы ҡунаҡ итәләр, матур теләктәр теләйҙәр. Еңгәләр, ҡыҙҙар ҡулъяулыҡмы, йөҙөкмө, таҫмамы — берәй әйберен, аманат итеп, егеттең тоҡсайына һалалар, һалдат имен-һау йөрөп ҡайтҡас, әйберҙәрҙе кире таратып бирә. Аманаттың үтәлешең аллаһы тәғәлә күҙәтә, ярҙам итә. Инә һөтө һаҡлай, инә һөтө ебәрмәй. Шуға күрә әрмегә киткән егеткә һөттә бешкән (әҫә һөтө ҡушылһа, бигерәк тә һәйбәт) көликмәк (ҡайһы урында ҡуликмәк, сөсикмәк) ашаталар һөм тешләмен (һынығын) өйҙә ҡалдырғандар, һуңынан аҡ юл теләп, һөт эсергәндәр. Аманат итеп әсә кеше бер моҡсай киптерелгән икмәк киҫәктәре (сохарый) һалған. Уны ла егет үҙе менән йөрөтөргә тейеш булған. Иң ауыр, аслыҡтан тайған хәлдә генә ашарға рөхсәт ителгән (Белорет районы Мулдаҡай ауылында йәшәүсе Әхмәтйәнова Мәхмүзә апайҙың һөйләүенсә).[1]

Армияға киткән егеттәргә бетеү итеп кипкән ҡара икмәк һалалар. Халыҡ ышаныуынса, ул бетеү хужаһын бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.

«Аҡ ризыҡ»ҡа табыныу

үҙгәртергә

Башҡорттарҙа «аҡ ризыҡ»ҡа табыныу өҫтөнлөк алған. Яуға киткәндәрҙе, юлға сыҡҡандарҙы, унан ҡайтҡандарҙы аҡ риыҡ — һөт, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ менән оҙатыу һәм ҡаршы алыу йолаларында сағыла. Аҡ — сафлыҡ, изгелек билдәһен аңлатҡан. "Аҡ"ты аяҡ аҫтына түгергә, утҡа һибергә ҡәтғи тыйылған. Аҡ ризыҡты ты ҡәҙерләү, ололау хаҡында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр:

«Ағы барҙың — туғы бар», «Аҡ ашаған арымаҫ», «Бер аяҡ ҡымыҙҙың ике аяҡ еле бар», «Ҡайнамаған һөт — алтын, ҡайнағаны — көмөш, ойоғаны — баҡыр», «Ҡымыҙ ҡылыҡ арттырыр, юҡ ҡаҙыңды» (малыңды) таптырыр, «Һөт менән ҡатыҡ — йөрәккә ятыҡ», «Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар», «Һөттә — һаулыҡ, майҙа — бәрәкәт, иттә — ҡеүәт», «Һыу бирмәҫкә һөт бир», «Ҡымыҙ ҡылыҡ арттырыр, ҡуйың муйынын саптырыр» һ.б. Бында һөт, ҡатыҡ, ҡымыҙ күңелгә ятыҡ, туҡлыҡлы, һаулыҡҡа файҙалы аҙыҡ булараҡ баһалана[1]

Майға бәйле мәҡәлдәр:

«Һары май етмеш төрлө ауырыуҙан дауа», «Ҡапмаһаң да май яҡшы», «Май ашагандың йөрәге талмай», «Май тамаҡҡа ултырмай», «Май уҡлау йоттора», «Майы барҙың яйы бар», «Майлаһаң, иҫке сабата ла үтә», «Май бешмәк — йән сыҡмаҡ» һ.б.

Майҙың ҡәҙерен халыҡ уның туҡлыҡлы, һаулыҡҡа файҙалы булыуында күрә. Шул уҡ ваҡытта май табыуҙың ауыр эш тураһында әйтем: «Май бешмәк, йән сыҡмаҡ»

Солоҡсолоҡ (ҡортсолоҡ)

үҙгәртергә

«Бал бармаҡ тешләтер», «Бал балсыҡ ашата, балан ҡамыр ашата», «Бал тотҡан бармаҡ ялар, һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар», «Балдың тәмен айыу ҙа белә», «Бал ҡапҡан — ауыҙ япҡан, асыҡҡан — ауыҙ асҡан», «Бар янында бар яҡшы, сәй янында бал яҡшы», «Бал — хәләл, араҡы — хәрәм». «Балын яратһаң, бәләһен дә ярат».

Һуңғы ике мәҡәлдә халыҡ бал алыуҙың да еңел генә бирелмәүен, ә көс, тир, ваҡыт талап итеүен иҫкәртә. Яҡшы хәбәр килтергәндәрҙе: «Ауыҙыңа бал да май» менән ҡаршы алғандар.

Иткә ҡарата

үҙгәртергә

Башҡорттарҙың туҡланыу системаһында иттән әҙерләнгән ризыҡтар өҫтөнлөк итә. Көнкүрештә иттең роле хаҡында бик күп фәһемле фекерҙәр әйтелә: «Һөттә — һаулыҡ, майҙа — бәрәкәт, иттә — көс», «Һурпа эскәндең ҡарыны йыуан, ит ашағандың балтыры йыуан», ’’Үткер бысаҡ, һимеҙ ит табын ҡәҙерен килтерер", «Ите — иткә, һурпаһы — биткә», «Ите — иткә, майы — елеккә», «Итле өйҙә ике кис, өйрәлелә — бер кис», «Ит ашаһаң — дарыу, күп ашаһаң — ағыу», «Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме әйтер», ’’Ҡаҙыға туйһаң, ҡарта кәрәкмәй", «Иттең тәмлеһе — ҡарта, ашаған һайын арта», «Ит ашат, ит ашатһаң, биш ашат», «Тәкә ите им булыр, кәзә ите ем булыр», «Көйәк янындағы ит тәмле була», «Ит аҫылы — ҡарталыр, зат-затына тарталыр», «Яланда бешкән ит тәмле» .

Ит кешегә көс-ҡеүәт биреүсе, күп сирҙәрҙән дауалаусы, табынға ҡәҙер килтерер ризыҡ.

Иткә һуйылған малдың һәр төрө һәм һәр тән өлөшө төрлөсә баһалана. Мәҫәлән, башҡорт халҡында иң әүәл йылҡы итенә өҫтөнлөк бирелә: ’’Йылҡы ите — йылҡылдыҡ, шуның аша ғәм ҡылҡылдыҡ « (күп эштәр башҡарҙыҡ, йәшәнек), «Йылҡы ите — мәслихәт, күңел-тәнеңә сихәт», «Ябыҡ булһа ла йылҡы елеге булһын»

Йылҡы итенә етә һарыҡ тәкәһе ите килә. «Тәкә ите — им, кәзә ите — ем». Мәҡәлдән күренеүенсә, кәзә ите әллә ни әһәмиәткә эйә түгел.

Ниндәй гекә һуғым малы булмаһын, уның һимеҙлеге мөһим: «Нигеҙ ҡапма, һимеҙ ҡап», «Үткер бысаҡ, һимеҙ ит табын ҡәҙерен килтерер»

Тәмлеләре булып ҡаҙы һәм ҡарта һанала. «Ит аҫылы ҡарталыр, ашаған һайын тарталыр». Ҡартаны халыҡ ҡаҙыға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк күрә: «Ҡаҙыға туйһаң, ҡарта кәрәкмәй».

Ит өлөштәрен бүлешеүҙең үҙ тәртибе: «Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — тояҡ, хужаға — баш, ҡатынға — түш, ҡунаҡҡа — ҡойроҡ майы.»

Мал башы иң ҡәҙерле ҡунаҡҡа бирелгән. Табын талабы буйынса, баш алған кеше уның иң тәмле урындарын (тел, ҡолаҡ, мейе, күҙ майы) яҡын ултырғандарға өләшергә тейеш булған. «Яланда бешкән аш тәмле» — ҡырҙа бергәләшеп эшләгәндән һуң, йыйылышып туҡланыу, һөйләшеп-көлөшөү ашаған ризығыңа йәм, тәм бирә[1].

Образлы һәм кинәйәле мәҡәлдәр

үҙгәртергә

Аш-һыуға ҡағылышлы мәҡәлдәр араһында образлы һәм кинәйәләле мәҡәлдәр бар:

1. «Ас өйҙә ҡатыҡ ойомаҫ» — ойоғанын көтмәй, һөт көйөнсә эсеп бөтөүҙе аңлата.

2. «Ауыҙ ашай, күҙ ояла» — кешенекен ашарға оял тигән мәғәнәлә.

3. «Ашаған-эскәнең урыныңда ҡалһын» — йәғни ғәйепләштән булмаһын.

4. «Ашыңды биргәс, ҡашыңды бирмә» — ашатҡанда йөҙөң асыҡ сырайлы булһын.

5. «Боҫло ашты бора баҫма» — аш бешкән өйгә керһәң, буш (ашамай) сыҡма.

6. «Бүре аҙығы — буранда» — запас аҙыҡ тупламаған кешегә ҡарата.

7. «Ҡайғыһыҙ ҡара һыуға һимергән» — ашың булһа ла ҡайғың булмаһын.

8. «Арпа-бойҙай аш булды, алтын-көмөш таш булды» туҡлыҡ, муллыҡ булһа, алтын-көмөштөң хаҡы бөтә мәғәнәһендә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә