Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре
Башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәре — башҡорт халҡының тәрән мәғәнәле һәм фәһемле һүҙҙәре, тапҡыр мәғәнәгә эйә булған һүҙ байлығы, улар шулай уҡ боронғо ҡулъяҙма сығанаҡтарға нигеҙләнгән булырға һәм Башҡортостан Республикаһы составына ингән халыҡтарының әҙәби әҫәрҙәренә ингән ҡыҫҡа формалағы ҡанатлы һүҙҙәрҙән алынырға мөмкин
Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре | |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Был исемлектә | мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һәм пословица[d] |
Башҡорттар ҡулланған «мəҡəл» төшөнсәһе ғәрәп теленән алынған һәм ул «урынлы ҡулланылған һүҙ» тигәнде аңлата.
Мәҡәлдәр тура мәғәнәгә һәм күсмә мәғәнәгә (нәсихәт) эйә. Бер үк нәсихәтле мәҡәлдәрҙең дә бер нисә варианты (нәсихәтле инвариант) йәшәй. Мәҡәлдәр әйтемдәрҙән дөйөмләштереүенең юғарылығы менән айырыла.
Мәҡәлдәр халҡыбыҙҙың тел байлығының бөтә матурлығын сағылдыралар, улар тел берләшмәләренең дөйөм байлығын күрһәтәләр һәм мәҙәни интерпретация өсөн мөһим сығанаҡ булып тора. Улар, билдәле бер лингвокультуралы берләшмәнең этномәҙәни үҙенсәлектәрен асыҡларға ярҙам итеп, мөһим культурологик мәғлүмәткә эйә булалар.
Әйтемдәр, жанр йәһәтенән, мәҡәлдәргә яҡын тора. Улар һүҙ араһында, күпселек осраҡта, күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, предметтың, күренештең асылын тапҡыр асып бирәләр һәм уларға образлы характеристика өҫтәйҙәр. Әйтем, мәҡәлдәрҙән айырмалы, дөйөмләштереү үҙенсәлегенә эйә түгел, кинәйәләтеп кенә предмет йәки күренеште образлы сағылдыра. Әйтемдәр һәр саҡ бер яҡлы ғына булып, фекер йөрөтөүҙән генә тора һәм уларҙа дөйөмләштереүсе нәсихәт бөтөнләй юҡ: «һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?».
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр яҙылмаған ҡанундар сағылышы ла булып тора [1]
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт мәҡәлдәренең боронғолоғо хаҡында дөйөм төрки яҙма ҡомартҡылар ҙа раҫлай. XI быуат ҡомартҡыһы булған Мәхмүт Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әт-төрөк»(«Төрки һүҙҙәр һүҙлеге») китабында башҡа дөйөм төрки мәҡәлдәр менән бер рәттән, хәҙерге башҡорт теленә генә хас булған мәҡәлдәр ҙә индерелгән. Был мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ғалимдың һүҙлегенә индерелгәнгә ҡәҙәр ҙә башҡорттарҙың йәнле һөйләү телендә бер нисә йылдар элек тә йәшәп килгән.
Ауыҙ-тел ижадының ҡобайыр, йыр, әкиәт, көләмәс кеүек күп кенә башҡа жанрҙарынан айырылып сыҡҡан мәҡәлдәр ҙә осрай. Эпос — ҡобайырҙар менән бәйле мәҡәлдәр айырыуса күп . Башҡорт сәсәндәре (сәсән — импровизаторҙар) үҙ халҡының мәҡәлдәрен тулыландырыуға һәм таратыуға ҙур өлөшөн индерә.
Халыҡ араһында таралыш тапҡан мәҡәл һәм әйтемдәрҙең ҡайһылары боронғо сығанаҡтарға барып тоташа. Боронғо ҡулъяҙмаларҙағы дидактик йөкмәткеле шиғырҙарҙан, Аҡмулланың шиғырҙарынан, шулай уҡ Көнсығыштың классик әҫәрҙәренән алынған тапҡыр һүҙҙәр ниндәйҙер дәрәжәлә башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен иҫәбе яғынан байыта. Мәҫәлән, «Турғайҙың тоҙағына ыласын төшмәй» тигән юлдар Мифтахетдин Аҡмулла ижадына ҡарай.
Башҡорт халҡының мәҡәлдәре фондында дөйөм төрки башланғыс һаҡланған. Иң ҙур оҡшашлыҡ башҡорт, татар, ҡаҙаҡ мәҡәлдәрендә күҙәтелә.
Мәҡәлдәрҙең формаһы
үҙгәртергәБашҡорт мәҡәл һәм әйтемдәренең күбеһенә шиғри форма хас.
Мәҡәлдәрҙең тематикаһы
үҙгәртергәБашҡорт мәҡәлдәренең күпселеге тематикаһы яғынан кешенең милли һәм мәҙәни сығышына ҡарамай, ә дөйөм кешелек асылы менән бәйле билдәләнелә. Кешеләрҙең хатаһын, уларҙың ғәҙеллеген һәм мутлығын, дөрөҫлөгөн һәм ялғанын баһалауҙа бөтә халыҡтар ҙа берҙәй ҡарашта тора. Мәҡәл йөкмәткеһенең мәғәнәһе тормош көтөү барышында тупланған тәжрибәнең һығымталарына, кешеләрҙең эшмәкәрлегенә нигеҙләнә. Бөтә халыҡтарҙа ла нәсихәткә, кәңәш биреүгә, өгөткә ҡоролған мәҡәлдәрҙе осратырға мөмкин, уларҙа аҡыл, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттар данлана, ә ялҡаулыҡ, наҙанлыҡ һәм һаранлыҡ ише кире сифаттар тәнҡитәләнә.
Башҡорт мәҡәлдәрендә халыҡтың традициялары һәм йолалары, ижтимағи һәм хужалыҡ ҡоролошоноң милли характеры сағылыш таба. Бындай мәҡәлдәрҙең барлыҡҡа килеүенә халыҡтың тарихи һәм социаль үҫеш үҙенсәлектәре йоғонто яһай, шуға ла мәҡәлдәр милли төҫмөрҙәре менән айырыла.
Башҡорт мәҡәлдәренең тематик төрлөлөгө.
- Күп кенә башҡорт мәҡәлдәрендә уңғанлыҡ, оҫталыҡ данлана: «Атмаған ҡуян, аҫмаған ҡаҙан», «Кеше эше менән, ағас емеше менән».
- Әрәмтамаҡлыҡ һәм ялҡаулыҡ тәнҡитләнә, эшһеҙҙәр һәм күп һөйләгәндәр әсе көлөүгә дусар була. «Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор», «Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ», «Ҡыҫыр тауыҡ күп ҡытҡылдай».
- Зирәклек, сослоҡ хуплана: «Һауалағы торнаға ышанып, ҡулдағы сәпсекте ысҡындырма», «Атаһы болан атмағандың, балаһы ҡолан алмаҫ», «Ҙур урманда ҡарға булғансы, бер ҡыуаҡта былбыл бул», «Бөркөткә ымһынып, турғайҙан мәхрүм ҡалма», «Елһеҙ япраҡ та һелкенмәй».
- Балаға һөйөү сағыла: «Терпе үҙ балаһын — „йомшағым“, айыу „аппағым“, тип һөйә».
- Йәмғиәттәге тормош: «Халыҡ бар ерҙә батыр бар».
- Башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәре кешенең эске донъяһын, уның яуызлыҡ һәм изгелек төшөнсәһен нисек аңлауын, йәмғиәттәге эстетик нормалар эстәлеген үҙ эсенә ала: «Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай», «Ат аяғына ат баҫмай», «Һыйлағанда һыу булһа ла эс».
Башҡорт мәҡәлдәре араһында ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирам һәм һөйөү менән һуғарылғандары ла байтаҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары иң ауыр ваҡыттарҙа етем ҡалған балалар тураһындағы хәстәрлекте, емерек хужалыҡтарҙы тергеҙеү мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә ала. «Өйҙөң өс сатын — ҡатын, ә бер сатын ир тота». Өйҙөң ҡотон һәм именлеген тотҡан ҡатын-ҡыҙҙы битәрләү, уны кәмһетеү ир-ат өсөн лайыҡ булмаған күренеш иҫәпләнә:"Ир аламаһы үҙе һайлаған ҡатынды яманлар".
Әсәлек (аталыҡ) культы башҡорт йолаларында һәр ваҡыт айырым бер хөрмәт менән файҙалана: «Бала күрмәгән, балдан ауыҙ итмәгән», «Балаһыҙ баш — ярылған таш».
Ғаиләлә бала тыуыуы шатлыҡлы, Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән ваҡиға итеп ҡабул ителә: «Ямғыр яуһа, ергә — бәрәкәт, игелекле бала тыуһа, илгә — бәрәкәт», «Балалы кеше — бай кеше», «Балалы өй — баҙар, балаһыҙ өй — тулы зар». Бала — бәхетле етеш ғаиләнең («Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ»), уңышлы никахтың («Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр»), ата-әсәгә ихтирамлы һәм һаҡсыл ҡараштың («Атай булмай, атайың ҡәҙерен белмәҫһең, әсәй булмай, әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең») нигеҙе һанала.
Балалы ҡатын, башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, ихтирам һәм абруй менән ҡаҙана, ә балаһыҙ ҡатын, киреһенсә, тирә-йүндәгеләренең хөрмәтен юғалта («Балаһыҙ ҡатын — емешһеҙ ағас», «Ҡыҫыр ҡатындан ҡытҡылдаған тауыҡ артыҡ», «Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма»).
Башҡорттар араһында айырылышыу бик һирәк осрай. Айырылышыу йәмәғәт аңында хурлыҡлы, әхлаҡһыҙлыҡ күренеше булып иҫәпләнгән: «Тәүге ир — ир йолаһы, икенсеһе — йөҙ ҡараһы».
Айырылышыу, кешеләрҙең яҙмышын емереүсе, уларҙың күңелен тәрән йәрәхәтләүсе ауыр тормош драмаһы итеп ҡабул ителгән «Ирҙән айырылғансы, күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл», «Ирҙән иргә йөрөгәнсе, гүрҙән гүргә йөрөү артыҡ».
Быуаттар һуҙымында әхлаҡ ҡағиҙәләре ипле һәм инсафлы ғаилә тормошоноң мөһимлеген һәм йәмәғәттәге урынын раҫлап килә («Талашлы өйҙә тормош булмаҫ, ыҙғышлы өйҙә аш булмаҫ») бала тәрбиәләүҙә рухи ҡиммәттәренең мөһимлеге һәм ғаиләләге йылы мөнәсәбәттәрҙең ыңғай роле һыҙыҡ өҫтөнә алына: («Ыҙғышлы йортта аҙғын ҡыҙ үҫер»).
Әйтемдәрҙә эшсән, тоғро һәм аҡыллы ҡатынға: әсәгә, тормош юлдашына оло хөрмәт сағыла. «Ҡатын — донъя тотҡаһы», «Ирҙе ир иткән дә — ҡатын, хур иткән дә — ҡатын», «Яҡшы ҡатын — арғымаҡҡа атландырыр, яман ҡатын — гүргә индерер», «Әсәһе ағасҡа менһә, ҡыҙы ботаҡҡа йәбешер», «Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос» һ. б.
- Кеше аҡылы мәҡәлдәрҙә сағыла: «Яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкмәй, оҫтаға ярҙамсы кәрәкмәй», «Тауҙы — таш, әҙәмде баш биҙәй», «Ике уйла, бер һөйлә», «Айыуҙан ҡурҡҡан — бүрегә, дошмандан ҡурҡҡан үлемгә тап булған», «Үҙ сүплегендә әтәс тә батыр», «Эт ояһында көслө».
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҮҙенең этнокультур үҙенсәлеге арҡаһында башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәренең ҡайһы берҙәренең башҡа телдәрҙә эквиваленты юҡ.
Башҡорттар үҙҙәренең тормошон аттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, быға уларҙың йәшәү шарттары сәбәпсе була. Ат башҡорттар өсөн именлек тә, ғаиләнең етелешлеге лә, шул уҡ ваҡытта, ғорурлыҡ билгеһе лә булып торған, ул азатлыҡтың кәүҙәләнеше иҫәпләнгән. Шуға ла башҡорт телендә тик башҡорттарға ғына хас мәҡәлдәр һаҡланып ҡалған: «Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат», «Ат ҡәҙерен белмәгән, теҙген тотоп ҡалыр», «Ирмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр», «Ир ирекле башын ҡол итмәҫ».
Башҡорттар күсмә тормош алып барған, һунарсылыҡ , малсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Улар үҙҙәренең нәҫелен ишәйтеүгә, шәжәрәһен дауам итеүгә айырым иғтибар бүлгәндәр, оло быуын вәкилдәренә, белем алыуға, туғандар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һәм туғанлыҡ бәйләнешенең эске ҡанундарына хөрмәт менән ҡарағандар. Былыр барыһы ла башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәрендә сағылыш тапмайынса ҡалмаған: «Андыҙ барҙа — ат үлмәҫ, ирәүән барҙа — ир үлмәҫ», «Ҡурай тартһаң, көй сығыр, бүрәнә тартһаң өй булыр», «Туғаныңдан биҙмә — нәҫелең ҡорор», «Атанан күргән — уҡ юныр, әсәнән күргән — тун бесер», «Улы барҙың урыны бар, ҡыҙы барҙың ҡәҙере бар», «Яҡшы улың ҡорҙашыңдай булыр», «Атаһы ҡолан алмағандың, балаһы ҡуян алмаҫ», «Үҙең ҡарға булһаң, балаң һандуғас булмаҫ»
Ғилми тикшеренеүҙәр
үҙгәртергәБашҡорт мәҡәл һәм әйтемдәрен йыйыу һәм өйрәнеү эше менән күренекле фольклорсы ғалимдар Ә. И. Харисов, Ә. Н. Кирәев, М. М. Сәғитов, Н. Т. Зарипов, С. А. Галин, Ғ. Б. Хөсәйенов, Ф. А. Нәҙершина, Ә. М. Сөләймәнов, Н. Д Шоңҡаров шөғөлләнә.
Башҡортостан Республикаһы ғалимдары башҡорт мәҡәлдәрен башҡа телдәрҙәге мәҡәлдәр менән сағыштырып өйрәнә, уларҙы дөйөм һәм милли үҙенсәлектәре билдәле бер этнокультур йәмғиәткә хас булған һәм милли һыҙаттарҙы сағылдырған үҙенсәлек нисбәтенән сығып тикшерә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре Викиөҙөмтәлә |
- Башҡорт халыҡ ижады. — 7-се том: Мәҡәлдәр, әйтемдәр. Һынамыштар. Йомаҡтар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 464 б.
- Ғарипов И. М. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — 153 б.
- Нуриәхмәтов Г. М. Тыуған илем — Башҡортостан. — Бөрө, 1998. — 110 б.
- Русса-башҡортса һүҙлек. — М.: советская энциклопедия, 1964. — 340 б.
- Гак В. Г. Халыҡтарҙың үҙбилдәләнеш формаһы булараҡ тел // мәҙәниәтте трансляциялау сараһы булараҡ тел /яуаплы ред. М. Б. Ешин. М., 2000. — 54-67-се б.
- Нәҙершина Ф. А. Халыҡ һүҙе. Өфө, 1983.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Г. Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.