Ашуғ Пери
Ашуғ Пери[2] (әзерб. Aşıq Pəri; яҡынса 1811, Ҡарабах ханлығындағы Ашағы Маралян ауылында — Шуша, Шәмәхә губернаһы, Рәсәй империяһы) — әзербайжан ҡатын-ҡыҙ ашуғ һәм шағирә[3][2], XIX быуаттың беренсе яртыһындағы әзербайжан ҡатын-ҡыҙ ашуғтар мәктәбенең күренекле вәкилдәренең береһе. Ҡатын ҡыҙ ашуғ ижадына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә.
Ашуг-Пери әзерб. Aşıq Pəri | |
Файл:Портрет Ашуғ Пери.jpg | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Ашуғ Пери |
Тыуған |
около 1811[1] |
Тыуған урыны |
Ашағы Маралян, Ҡарабах ханлығы |
Үлгән |
неизвестна[1] |
Үлгән урыны |
Шуша, Шәмәхә губернаһы |
Һөнәрҙәре |
Рәсәй империяһы, XIX быуат шағирәһе |
Инструменттар |
Саз (музыка ҡоралы) |
Жанрҙар | |
Биографияһы
үҙгәртергәАшуғ Пери ауылда тыуған Ашағы Маралян ауылында (хәҙерге Жәбрәил районы) яҡынса 1811 йылда тыуа[3]. Бала саҡтан ашуғ шиғырҙары менән ҡыҙыҡһына. Мәҙрәсәлә белем ала, унда ғәрәп теле һәм фарсы телен өйрәнә. 18 йәшендә Ҡарабах ханлығы баш ҡалаһы Шушаға күсеп килә. Ҡыҫҡа ғүмеренең аҙағына тиклем шунда йәшәй һәм ижад итә, шунда 1847 йылда, 36 йәшендә вафат була. Әммә шағирәнең тормошон һәм ижадын тикшереүселәрҙең ҡайһы бере уны ҡартайғансы йәшәгән, ти.
Периҙың атаһы — Гаджи Саяд ваҡ сауҙа менән шөғөлләнә, шуға күрә урындағы халыҡ уны Тажир (рус. Купец) Ғәжи Саяд тип йөрөтә. Әсәһе Гөлистан Ханым үҙ заманының прогрессив ҡатын-ҡыҙы була һәм ҡыҙының белем алыуына ҡамасауламай.
Ашуғ Пери ижадын һәм тормошон өйрәнеүселәрҙең береһе Фирудин бәк Кочарли, үҙенең тикшеренеүҙәрендә, 25 йәшендә Пери Мөхәммәт исемле муллаға кейәүгә сыға, әммә никахта бәхетле булмай, тип билдәләй. Муллаға йәш ҡатынының шиғырҙар яҙыуы һәм шиғри кисәләрҙә ҡатнашыуы оҡшамай, шуның өсөн ул ире тарафынан даими рәүештә шелтәгә дусар ителә. Һөҙөмтәлә, уның бөтә ғазаптары шиғырҙарға әйләнә, унда йәш шағирәнең бөтә ауыр тормошо сағыла. 1847 йылда ашуғ вафат булғандан һуң уның ағалары Кәрбәлаи Фәрзалы һәм Мәхмүт уның кәүҙәһен Жәбрәилдәге тыуған ауылы Маралйанға алып ҡайтып ерләйҙәр.
Ижады
үҙгәртергәАшуғ Пери XIX быуаттың беренсе яртыһында Ҡарабахта йәшәгән һәм ижад иткән Ҡарабах ашуғтар мөхите вәкилдәренә ҡарай. Әзербайжан ашуғ шиғриәте үҫешендә билдәле бер роль уйнаған һәм профессиональ ҡатын-ҡыҙ-ашуғтарҙың береһе тип һаналған Ашуғ Пери исеме[4] Мәһсәти Ғәнжәүи, Хөршидбаныу Натаван, Хәйран-Ханум һәм Фатма Кямине исемдәре менән бер рәттән һанала. Беҙҙең көндәргә тиклем уның шиғырҙарының бик аҙ өлөшө генә килеп еткән, шуға күрә Ашуғ Пери тормошо тураһында халыҡ араһында төрлө легендалар йөрөй[5].
Ашуғ үҙенең шиғырҙарында ҡатын-ҡыҙ азатлығы өсөн көрәште, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хыялдарын һәм уларҙың йәмғиәттәге урынын данлай. Ул әҙәбиәткә яңы мотивтар һәм образдар индерә, әзербайжан ҡатын-ҡыҙҙарының көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләй.
Әзербайжан шағиры Мирзажан Мадатов[2]менән шиғри импровизациялау ярышында ҡатнаша.
Хәтер
үҙгәртергәАшуғ Пери ижады 2010 йылда Афған Насирлы һәм Самира Мәмәдәлиева мөхәррирләүендә донъя күргән «Антология женщин-ашугов» (әзерб. «Aşıq qadınların antologiyası»), увидившей свет в 2010 году под редакторством Афгана Насирли и Самиры Мамедалиевой[6].
Әзербайжан Республикаһы мәҙәниәт һәм туризм Министрлығының сәнғәт галереяһының музей үҙәгендә әзербайжан рәссамы Алтай Гаджиевтың 100х200 см ҙурлыҡтағы холста май менән тултырылған ашуг-Пери картинаһы һаҡлана[7].
Ашуғ Пери иҫтәлегенә Әзербайжанда даими рәүештә Мәжлестәр —"Ашуғ Пери" тип аталған мәжлес-ижади кисәләр үткәрелә, уларҙы ойоштороусыларҙың береһе-Ашуғ Улдуз Сөнмез (Гүлиева)[8].
Билдәле Ҡарабах Жәвәншир нәҫеленән әзербайжан шағиры һәм ашуғ Мөхәммәт бәк ашуғ Зәнгилани үҙенең шиғырҙарының күпселеген Ашуғ Перигә бағышлай[9].
Әзербайжан телевидениеһында һәм радиоһында оҙайлы ваҡыт Әзербайжандың классик һәм хәҙерге әҙәби мираҫын пропагандалаған «Ашуғ Пери» серияһынан теле-һәм радиотапшырыуҙар күрһәтелә. Был тапшырыуҙарҙың даими авторы Һәм алып барыусыһы Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Азиза Джафарзаде[10]. була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Anthology of Ashiq (инг.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ашыг Пәри (әзерб.) // Азербайджанская советская энциклопедия. — Б., 1976. — Т. I.
- Статья в Литературной энциклопедии(недоступная ссылка) Проверено Сентябрь 2018. (недоступная ссылка с 14-06-2016 [2512 дней])
- Антология женщин-поэтов Азербайджана (әзерб. Azərbaycan qadın şairləri antologiyası). — Баку: Avrasiya press, 2005.
- Какие они — азербайджанки? // Азербайджанский Конгресс: газета. — 2013. — № 8 (304; 15 марта).
- Антология женщин-ашугов (әзерб. Aşıq qadınların antologiyası) / Ред.: А.Насирли, С.Мамедалиева. — Баку: Тип. MBM, 2010.
- История азербайджанской литературы (әзерб. Азәрбајҹан әдәбијјаты тарихи). — Баку, 1960. — Т. 2. (әзерб.)
- Кривоносов В. Ашуги Азербайджана // Советская музыка. — 1938. — № 4.
- Ашуги и женщины-поэты Азербайджана (әзерб. Azərbaycanın Aşıq və Şair Qadınları). — Баку, 1974.
- Джафарзаде А. Ашуги и женщины-поэты Азербайджана (әзерб. Azərbaycanın Aşıq və Şair Qadınları). — Баку: Gənclik, 1991.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 АСЭ, 1976, с. 513
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ахмедов Э. М. А. К. Бакиханов: эпоха, жизнь, деятельность. — Б.: Элм, 1989. — С. 187.
- ↑ 3,0 3,1 АСЭ, 1976
- ↑ Нематериальное культурное наследие Азербайджана: ашугское искусство . Дата обращения: 21 апрель 2014. Архивировано 23 апрель 2014 года.
- ↑ Ашугская школа в Карабахе {{{2}}}.
- ↑ В свет вышла книга «Антология женщин-ашугов» . Дата обращения: 21 апрель 2014. Архивировано 21 апрель 2014 года.
- ↑ Галерея искусств: Алтай Гаджиев . Дата обращения: 21 апрель 2014. Архивировано 22 апрель 2014 года. 2014 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ В Баку прошел творческий вечер ашуга Улдуз Сёнмеза . Дата обращения: 22 апрель 2014. Архивировано 12 август 2014 года.
- ↑ Информация о выдающихся личностях . Дата обращения: 22 апрель 2014. Архивировано 8 август 2014 года.
- ↑ Азиза Джафарзаде . Дата обращения: 22 апрель 2014. Архивировано 8 август 2014 года.