Афанасьев биҫтәһе
Афанасьев биҫтәһе — Рәсәй Федерацияһының Псков өлкәһендәге Себежский районының ауылы. Себежский ауыл биләмәһе составына ҡарай.
Афанасьев биҫтәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Себежское[d][1] |
Халыҡ һаны | 14 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 182274 |
Географияһы
үҙгәртергәБиҫтә Псков өлкәһе төбәгенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Себезский районының төньяғында,Усадища һәм Агурьяново ауылдары янындағы урманлы ерҙәрендә урынлашҡан[3], ғәмәлдә берҙәм биләмә булып тора.
Биҫтәлә урам селтәре үҫешмәгән, сөнки бында бик аҙ кеше йәшәй.
Тарих
үҙгәртергә1802—1924 йылдарҙа Афанасьев биҫтәһенә Псков губернаһы Опочецкий өйәҙенең Афанасьево-Слободский улусы ингән[4][5].
1867 йылда биҫтәлә сиркәү-мәхәллә мәктәбе асылған, 1879 йылда ул земство мәктәбе тип үҙгәртелгән. Был мәктәп дин әһеле Александр Велейскийҙың ерҙәрендә торған[6].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941—1944 йылдарҙа,Псков өлкәһе Себеж районының Афанасьев биҫтәһе Гитлер Германияһының немец-фашист ғәскәрҙәре оккупацияһы аҫтында торған була.
1995 йылға тиклем Афанасьев биҫтәһе Псков өлкәһенең Томсинский ауыл советына инә. Псков өлкә советы депутатары йыйылышының 1995 йылдың 26 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы Псков өлкәһендәге барлыҡ ауыл советтары ла улус тип атала һәм ауылдары Томсинский улусының өлөшөнә әйләнә.
2010 йылда Томсинский улусы, Афанасьев биҫтәһе һәм башҡа тораҡ пункттары менән бергә, яңы ойошторолған «Себежский ауыл биләмәһе» муниципаль берәмеге составына индерелә[7].
Халыҡ
үҙгәртергәАфанасьев биҫтәһендә әлеге ваҡытта 24 кеше йәшәй.
Милли составы
2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың төп структураһын урыҫтар тәшкил итә, бындағы 24 кешенең 96%-ы урыҫтар 2[8].
Инфраструктураһы
үҙгәртергәБиҫтәләге кешеләр шәхси ярҙамсы хужалыҡта хеҙмәт итә[9][3].
Афанасьев биҫтәһенең көньяҡ-көнсығыш ситендә артефакттар урынлашҡан (0,01 г.) — бында XIV—XVI быуаттың таш тәреләре бар («Кадастр. Псков өлкәһенең күренекле тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни объекттары». Псков, С. М. Киров исемендәге Псков дәүләт педагогия институты. 1997 йыл)[6].
Ауылдың көньяҡ ситендә хәрбиҙәр ҡәберлеге урынлашҡан[10], унда 1 хәрби хеҙмәткәр, 10 ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә ҡатнашыусы: 6-һы билдәле, 4-һе билдәһеҙ кеше ерләнгән[11].
Ауылда тыуған Леонид Шумилов һәм Николай Курсенков үҙ инициативаһы буйынса һәм үҙ аҡсаларына, шулай уҡ тыуған ауыл кешеләре йыйған аҡсаға 2018 йылда Псков өлкәһе Себеж районының Афанасьев биҫтәһендә , үҙҙәренең тыуған ауылында, Себежскийҙың Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә сиркәү төҙөйҙәр. Был сиркәү 2018 йылдың 29 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булған һәм ауыл зыяратында ерләнгән партизандар һәм тыныс ауыл кешеләре иҫтәлегенә изгеләндерелә[6].
Транспорт
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения населённых пунктов Псковской области по данным Всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Подробная топографическая карта Псковской области .
- ↑ Карта Псковской губернии масштабом в 1 дюйме 3 версты от Военно-топографического депо. Трёхверстовка Псковской области. Военно-топографическая карта. 1888 год . Дата обращения: 10 сентябрь 2020.
- ↑ Памятная книжка Псковской губернии 1913—1914 гг. (1914psk.pdf)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Часовня в честь иконы Божией Матери Себежская. 2018 год . Дата обращения: 8 ноябрь 2020. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Церковь» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Закон Псковской области № 984-ОЗ от 3 июня 2010 года «О внесении изменений в Закон Псковской области „Об установлении границ и статусе вновь образуемых муниципальных образований на территории Псковской области“ и Закон Псковской области „О преобразовании муниципальных образований Псковской области“» .
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» .
- ↑ 9,0 9,1 Топографическая карта Псковской области .
- ↑ Воинское захоронение . Дата обращения: 8 ноябрь 2020.
- ↑ Книга Памяти Северо-Западного федерального округа. Воинское захоронение, д. Аф-Слобода . Дата обращения: 8 ноябрь 2020.