Ауҙаҡан яланы

Ишембай районы Маҡар ауылы янындағы киң ялан

Ауҙаҡан яланы — Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан киң ялан[1]. Маҡар ауылында яҙ һәм йәй көндәрендә мәҙәни һәм спорт саралары күбеһенсә ошо яланда үткәрелә.

Ауҙаҡан яланы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы

Маҡар ауылын үтеп, күпергә етәрәк уңға боролғас, иркен генә ялан хасил була. Уның бер яғында ыжғыр елдәрҙән, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙан һаҡлап тау һырты ятһа, икенсе яғынан Һикәҙе йылғаһы сылтырап аға. Унан арыраҡ, Ҡолғонаға табан юлда, «Салауат Юлаев» фильмында дошманға ҡаршы яу сапҡан башҡорт яугирҙары кино таҫмаһына төшөрөлгән Уҡлығая яланы ята.

Атаманы этимологияһы буйынса ике төрлө фараз бар:

Беренсеһе: Борон был төбәк кешеләре өсөн йылғалар иң уңайлы юл тип иҫәпләнелә. Әммә мул һыулы, шарлап аҡҡан Һикәҙе буйлап кәмәлә бик ҡыйыуҙар ғына йөҙөр булған. Бер көн ауыл кешеләре йылға буйлап ағасҡа йәбешеп бер кешенең ағып килеүен күреп ҡала. Ярға сығарғас, уның ошо төбәктең абруйлы кешеһе- абыҙы булыуы асыҡлана. Шунан алып был ялан Абыҙаҡҡан ялан тип атала, әкренләп Ауҙаҡан тигән атамаға әйләнә[2].

Икенсе фараз: Борондан был төбәк халҡы урман эше, һунар итеү һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Ул замандарҙа ат йөҙҙөрөрлөк тәрәнлектәге Һикәҙе йылғаһында ау менән балыҡ тотҡандар. Шарлап аҡҡан тау йылғаһы балыҡсыларҙың ауҙарын йыш ҡына ағыҙып алып китер булған. Шуға ла Һикәҙене бер аҙ боролоп ағырға мәжбүр иткән ялан Ауаҡҡан ялан тип аталған[3].

  • Ишембай районы «Торатау» гәзите. 13.07.2004. 81-се һан. 3040 экз.
  • Зуфар Ҡарамышев. г. Туймазы.-300 экз., стр. 206
  • Башҡорт легендалары. Өфө 1969. 3000 экз. 144 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Торатау» гәзите. 13.07.2004. 4-се бит. «Йолаларыбыҙ».
  2. Зуфар Ҡарамышев. г. Туймазы.-300 экз., стр. 206
  3. Башҡорт легендалары. Өфө 1969. 3000 экз. 144 бит.