Аурангзеб
Аурангзе́б (фарсҡ. ابو مظفر محی الدین محمد اورنگزیب عالمگیر — Әбел-Мозафар Мөхйи әд-дин Мөхәммәт Аурангзеб Әләмғыр, 3 ноябрь 1618 — 3 март 1707)- тимурид Заһир әд-Дин Мөхәммәт Бабур тоҡомо, Әләмғыр I исеме аҫтында (фарсы теленән «Ғаләмде Буйһондороусы») 1658—1707 йылдарҙа Бөйөк Моголдар Империяһы батшаһы; ул хакимлыҡ иткән осорҙа Могол империяһы иң ҙур оҙонлоҡҡа һәм ҡеүәткә өлгәшә. «Аурангзеб» исеме фарсы телендә "Тәхет биҙәүесе"тигәнде аңлата.
Аурангзеб фарс. محی الدین محمد اورنگزیب عالمگیر | |||
| |||
---|---|---|---|
8 март 1658 йыл — 3 март 1707 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Шаһ Жаһан | ||
Дауамсы: | Мөхәммәт Әҙәм Шаһ | ||
Дине: | Ислам, сөнни йүнәлеше | ||
Тыуған: | 3 ноябрь 1618 Панчмахал[d], Гуджарат[d], Һиндостан | ||
Үлгән: | 3 март 1707 (88 йәш) Ахмеднагар[d], Бөйөк Моголдар империяһы | ||
Ерләнгән: | Хулдабад | ||
Нәҫел: | Бөйөк Моголдар | ||
Атаһы: | Шаһ Йыһан | ||
Әсәһе: | Мумтаз-Махал[d] | ||
Супруг: | Дилрас Бану Бегум[d], Наваб Бай[d], Аурангабади Махал[d] һәм Udaipuri Mahal[d] | ||
Балалары: | Мөхәммәт Солтан мырҙа, Мөхәммәт Әҙәм Шаһ, Баһадур Шаһ I, Солтан Мөхәммәт Әҡбәр, Мөхәммәт Кам Бахш, 5 ҡыҙы, улар араһында Зебуннисо | ||
Иртә биографияһы
үҙгәртергәШаһзада Солтан Мөхәммәт Аурангзеб Баһадур батша Шаһ Йыһан һәм Мумтаз-Мәхәлдең өсөнсө улы булған. Ул иҫ киткес белемле булған. Династияһының һәм дәүләтенең байлығына ҡарамаҫтан, кейемендә һәм көнкүреш тормошонда мосолмандарҙың әҙәпле тыйнаҡлығын һаҡлаған.
1636—1644 һәм 1652—1657 йылдарҙа — Субадар Декан яйлаһы, 1645—1647 йылдарҙа — Гуджарат, 1647 йылда — Балх һәм Бадахшан, 1648—1652 йылдарҙа Мултан.
1646—1647 йылдарҙа шаһзаде Аурангзеб фарсыларға һәм үзбәктәргә ҡаршы походтарға етәкселек итә, 1636—1644 һәм 1654—1658 йылдарҙа Декан яйлаһындағы субаларға (провинциялар) идара итә, урындағы раджаларға ҡаршы уңышлы көрәшә.
Власҡа килеүе һәм эске сәйәсәте
үҙгәртергә1657—1659 йылдарҙа Аурангзеб тәхетте мираҫ итеп алыу өсөн өлкән ағаһы менән үҙ-ара һуғыш (Самугар янында алыш) алып бара. Көнәркәг ағай-эненеләрен һәм уларҙың тоҡомдарын юҡ итеп, Аурангзеб атаһын да ҡолата һәм уны Делиҙағы Ҡыҙыл фортта бикләп тота.
Һиндостанда исламдың әүҙем әһеле Аурангзеб элекке Моголдәрҙың дингә тигеҙ ҡарашын бөтөргән, джизья, йәки мосолман булмағандарға ҡарата һалым индергән, күп кенә индуист ғибәҙәтханаларын хур иткән. Шул сәбәпле Һиндостанда һаман да уға бик ҡаршылыҡлы мөнәсәбәт һаҡлана. Был сәйәсәт исламдың ҡайһы бер ағымдарына ла ҡағылды: мәҫәлән, ул Һиндостанда популяр булған суфыйсылыҡты, сафсатаға тиңләп, эҙәрлекләгән.
Ислам динен ҡабул итеүҙән баш тартҡан Тегх Баһадурҙың язалауы (1675) Аурангзебҡа сикховҡа ҡаршылығын яңынан тергеҙә. Ражпуттар ихтилалына (1680—1681) батшаның Аҡбар исемле кесе улы ла ҡушыла. Маратха бөтә Декан буйлап партизандар хәрәкәтен ойоштора. Маратха нығытмаларын туҡтауһыҙ ҡамауҙары Моголдарҙың ҡаҙнаһын ярлыландыра, әммә һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтермәй.
Дәүләттә фарсы һәм һинд телдәре өҫтөнлөк итһә лә, Аурангзеб төрки әҙәбиәте үҫешен дәртләндерә һәм уның идара итеү осоронда төрки (сығатай) һүҙлектәре төҙөлә. Аурангзеб бер нисә тапҡыр Бохара ханлығына илселәр ебәрә һәм ата-бабаһы Тамерландың кәшәнәһен реставрациялау өсөн ҡаҙнанан аҡса бүлә.
Тышҡы сәйәсәте
үҙгәртергә1664 һәм 1670 йылдарҙа Моголдарҙың төп порты Суратты Шиваджи етәкселегендәге маратхалар талай. Аурангзеб уға һуғыш иғлан итә, әммә Көньяҡ Һиндостанды яулап алыу алмашыныусан уңыш менән дауам иткән. Шиваджи үҙе лә көрәштән баш тарта һәм Аграла батша менән килешеү төҙөй, әммә аҙаҡтан Моголдарҙан ҡаса һәм батша тәхетенә кире ҡайта. 1686—1687 йылдарҙа Аурангзеб Биджапурҙы һәм алмас һибелмәләренә бай Голконда солтанлығын яулай, ҡәлғәне ҡамау уңышлы тамамлана. Шиваджиның улы әсирлеккә алына һәм язаға тарттырыла.
Аурангзебтың оҙаҡ һәм уңышлы батшалыҡ итеүе империяның сәскә атыу, иң ҙур экспансия осоро була, ул, көньяҡ осонан тыш, Танжавурға һәм Тируччираппаллиға тиклем бөтә Һиндостанды тиерлек берләштерә.
Аурангзеб идаралығының һуңғы йылдары
үҙгәртергә««Мин был донъяға бер үҙем генә килдем һәм яңғыҙ китәм. Мин кем икәнемде һәм нимә эшләгәнемде белмәйем. Ғүмер ителгән көндәр фәҡәт үкенес кенә ҡалдырҙы. Мин дәүләт менән бер ниндәй ҙә идаралыҡ булдырманым, райяттар тураһында хәстәрлек күрмәнем. Шул тиклем ҡиммәтле ғүмер файҙаһыҙ үтте»»
Идаралығы аҙағында айырым провинцияларҙың фетнәләре башлана. Улар 1680 йылдан һуң исламды ҡорал көсө менән индергән Аурангзебтың репрессия сәйәсәте арҡаһында тыуа. 1681 йылдың ғинуарында Аурангзебтың дүртенсе һәм яратҡан улы, Раджпутанда армия менән командалыҡ иткән Солтан Мөхәмәт Аҡбар шаһзада фетнә күтәрә. Фетнәне раджпут башлыҡтары ойошторған һәм хуплаған, әммә уны оҙаҡламай баҫтыралар, ә шаһзада Самбхажи маратхаларына ҡасҡан
Аурангзеб осоронда Могол империяһы үҙенән алда эшләгәндәрҙә лә, вариҫтарында ла булмаған иң юғары дәүмәлгә еткән. Әммә ошо биләмәләрҙә, айырыуса деккан субаларында батша власы бик көсһөҙ була. Аурангзеб оҙайлы ғүмеренең аҙағын туҡтауһыҙ хәрби походтарҙа үткәрә, даими фетнәләрҙе баҫтыра, Декканда һөжүмдәрҙе кире ҡаға һәм әһәмиәтһеҙ таулы маратха ҡәлғәләрен ҡамай, үҙенең сикһеҙ ҙур дәүләтенең хыялдағы берҙәмлеген һаҡлап ҡалырға тырыша.
Аурангзеб алдағы өс батша йыйған иҫәпһеҙ-хисапһыҙ байлыҡтарҙы, йөйҙәре сатнаған империяның мурт тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыуға арнаған.
88 йәшлек Аурангзебтың үлеме улдары һәм ейәндәре араһында үҙ-ара ыҙғышҡа, һуңынан — дәүләттең көсһөҙләнеүенә һәм тарҡалыуына килтергән.
Ҡатындары һәм балалары
үҙгәртергәБатша Аламгир I-нең 3 ҡатынынан һәм бер нисә йәриәһенән 6 ул һәм 6 ҡыҙ тыуған, уларҙың ҡайһы берҙәре бала саҡта йәки сабый сағында үлә[2]:
- (1637 йылдан) Нәүәб Дилрүс Баныу Рабия-и-Дурани-бегум Сәхибә (1657 йылда үлгән), батшаның төп ҡатыны, Бади әз-Замана-мырҙа Сәфәүиҙең (Шаһ Нәүәз Хан мансабын йөрөткән) өлкән ҡыҙы, шаһзада,
- шаһзада Зебуннисо (Зеб ун-Ниса Бегум Сәхибә]] (1638—1702), шағирә,
- батша Мөхәммәт Әзәм Шаһ (Ҡутб әд-дин Мөхәммәт Азам Шаһ (1653—1707),
- шахзада Солтан Мөхәммәт Әҡбәр мырҙа (1657—1706), Мултан субадары (1676—1679), 1681 йылда атаһына ҡаршы фетнә күтәрә, һуңынан Фарсы иленә ҡаса һәм шунда үлә;
- (1638 йылдан) Рәхмәт ун-Ниса Радж-Махал Сәхибә (1638 йылдан мансаб), Нәүәб Бай-бегум Сәхибә (1639 йылдан мансаб) (1620—1691), урождённая Раджкумари Анурадха Бай Сәхибә (Кәлимәт ун-Ниса-ханым), Раджаури хөкөмдары Тажетдин хандың ҡыҙы,
- шаһзада Мөхәммәт Солтан мырҙа (1639—1676), 1660 йылда атаһының бойороғо менән төрмәгә ябылған һәм шунда үлгән,
- батша Баһадур Шаһ I|Кутб әд-дин Мөхәммәт Муаззам Шаһ Әләм I Баһадур Шаһ I (1643—1712);
- (яҡынса 1681 йылдан) Нәүәб Садр ун-Ниса-бегум Сахиба, элегерәк Фатима-бегум, һарай тантаналар оҫтаһы Нәүәб Фәһир хан Баһадур Нәжмисәниҙең тол ҡалған ҡатыны Бәхүр Нәжм-и-Сани;
- йәриә Удайпури-Махал Сәхибә (1707 йылда үлгән)
- шаһзада Солтан Мөхәммәт Кам-Бахш Баһадур (1667—1709), Бижапур һәм Хайдерабад субадары (1707—1709), тәхеткә дәғүә итеүсе (1707—1709)
Әҙәбиәттә сағылған образы
үҙгәртергә- Романтизм дәүерендә популяр Томас Мурҙың «Лалла Рук» (1817) поэмаһы Аурангзебтың уйлап сығарылған ҡыҙының мөхәббәт ғазаптары тураһында бәйән итә.
- Милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологияһына ярашлы, бенгаль әҙәбиәте классигы Бонкимчондро Чоттопаддхайҙың XVII быуат аҙағында Бөйөк Моголдәр менән көрәшкә арналған «Радж Сингх» (1882) тарихи романында Аурангзеб мәкерле тиран һәм интриган итеп һүрәтләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Алаев Л. Б. Средневековая Индия. — СПб.: Алетейя, 2003. — С. 192. — ISBN 5-89329-590-0
- ↑ Раздел написан по материалам The Timurid Dynasty// www.royalark.net 2017 йыл 25 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Аурангзеб / Е. Ю. Ванина // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 494. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- Ауренг-Зеб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Под ред. Е. М. Жукова. Аурангзеб // Советская историческая энциклопедия. — Советская энциклопедия . — М., 1973—1982. // Советская историческая энциклопедия. / Под ред. Е. М. Жукова. — М.: Советская энциклопедия, 1973—1982.
- Аурангзеб // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 2).
Падишах Могольской империи | ||
Предшественник: Шах Джахан I |
1658—1707 | Преемник: Мухаммад Азам Шах |