Атауҙы (күл)

Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Оло Ҡыҙыл йылғаһы бассейнындағы күл.

Атауҙы (башҡ. Атауҙы) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Оло Ҡыҙыл йылғаһы бассейнындағы күл. Ишҡол ауылынан көнсығышҡа табан 6,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Озеро
Атауҙы
башҡ. Атауҙы
Морфометрия
Үлсәме4 × 2,1 км
Майҙаны8,3 км²
Күләме0,0286 км³
Иң тәрән урыны6,5 м
Уртаса тәрәнләк3,4 м
Впадающая рекаҮҙәк
Урынлашыуы
53°10′08″ с. ш. 58°40′34″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Әбйәлил районы
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000311112200000599
Карта
Карта

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Күлдең исеме азвание «Атауҙы» — утраулы, утрауы бар төшөнсәһен биргән һүҙҙән барлыҡҡа килгән.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күл өҫтө майҙаны — 8,3 км², оҙонлоғо — 4 км, уртаса киңлеге — 2,1 км, уртаса тәрәнлеге — 3,4 м, иң тәрән урыны — 6,5 м, һыу күләме — 28,6 млн м³; һыу йыйыу майҙаны — 69,8 км².

Тектоник сығышлы күл, урта девон (андезит-базальт порфириттары, базальттар, туффитар, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән.

Күл төбө яҫы табаны хәтерләтә, ҡом һәм ләмдән тора.

Күл тымыҡ, аҡмай, уға Үҙәк шишмәһе ҡоя. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе — 2,8 м. Яуым‑төшөм, ер аҫты һыуҙары менән туйына. Һыуының тәме тоҙлораҡ, гидрокарбонат-натрийлы.

Биологик элементтар күп дәрәжәлә булыуы, уларҙың сереүе йоғонтоһонан күлдә, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, боҙ аҫтында кислород етешмәгәнлектән, балыҡтар ҙур зыян күрә, күпләп ҡырылыу ҡурҡынысы янай.

Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, көнбайыш яры текә, үҫемлектәре юҡ. Ландшафты — дала, көтөүлектәр.

Күлдең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары — тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997).

Яр буйы биләмәһе астрагал, дала тимофеевкаһы, дала шалфейы (йылан үләне), ҙур сүлборос, ер өҫтө ҡолонғойроғо, иҫәт сипылдағы, кейәү үләне, ҡылған, ураҡ һымаҡ люцерна, һары биҙгәксән, әрем һ. б. үлән менән ҡапланған.

Күл һыуында ажау, аҡкүҙ йәки сәгергүҙ, бөгәрсә йәки йоморо сабаҡ, аҡсабаҡ, борош йәки түбән ауыҙ, ҡарабалыҡ, ҡорман йәки таран, алабуға, ҡыҙылғанат, сабаҡ, суртан, опто, табан балыҡ үрсей. Ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә