Асы ауыл советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 2028 кеше[1], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1986 кеше[2].

Ауыл биләмәһе башлығы — Сәлимйәнова Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы[1]

Эштәр менән идара итеүсе — Сайғафарова Әлфиә Ғамсат ҡыҙы

Асы ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең почта адресы:

453562, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Асы ауылы, А.Мөбәрәков урамы, 25/3.

Состав үҙгәртергә

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Асы ауыл советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Бөтәһе — 2028[1].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
1097 1986 +889 +81,04

География үҙгәртергә

Гидрография үҙгәртергә

Тарихи белешмә үҙгәртергә

Октябрь Инҡилабынан һуң Башкортостан өйәҙ, кантон һәм волостарға бүленгән була. Асы ауылы Тамьян-Ҡатай кантонының Уҫманғәле волосына ҡарай.

1930 йылда ауыл Советтары ойошторола. Асы ауыл советына Асы, Ямашты, Бриш, Бриштамаҡ, Зөйәк, Ғәбдөк ауылдары керә.

1980 йылдың 30 майында Зөйәк ауыл советы ойошторола. Унда Зөйәк, Ғәбдөк ауылдары керә.

Ямашты эшселәр ҡасабаһы итеп ойошторола. Ямашты урман хужалығы 1979 йылда Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы ойошторолоу сәбәпле ябыла. Халыҡ эш булмағанлыҡтан икенсе ауылдарға күсергә мәжбүр була.

Бөгөнгө көндә Асы ауыл советы ауыл биләмәһенә түбәндәге ауыл биләмәләре керә:

— 1728 йылда нигеҙ һалынған Асы ауылы. Урындағы халыҡ «Асы» санаторийында, Инйәр депоһында эшләй;

— 1800 йылда нигеҙ һалынған Бриш ауылы халҡы «Асы» шифаханаһында, Инйәр тимер юл станцияһында эшләй;

— Бриштамаҡ ауылына 1950 йылда ағас әҙерләүселәр өсөн махсус рәүештә нигеҙ һалына. Ауылда мәктәптән башка ойошмалар һәм предприятиелар юҡ. Ауыл халҡы «Асы» шифаханаһында, Инйәр тимер юл станцияһында эшләй.

— Исҡушта ауылы 1950 йылда ағас әҙерләүселәр өсөн махсус рәүештә ойошторола. Ауыл халҡы вахта ысулы менән эшләй һәм шәхси ауыл хужалыҡ менән шөғөлләнә.

— Мулдакай ауылына 18 быуаттың урталарында нигеҙ һалына. Ауылда мәктәп, Мулдаҡай урман хужалығы эшләп килә. Халыҡ вахта ысулы менән эшләй һәм шәхси ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.

Ауыл биләмәһе территорияһында түбәндәге ойошмалар эшләй:

1. Асы ауылында урынлашҡан «Асы» шифаханаһы;

2. Инйәр дауаханаһының табибтар амбулаторияһы: Асы, Исҡушта ауылдары;

3. Бриштамаҡ, Бриш, Мулдаҡай ФАП-ры;

4. Асы мәҙәниәт йорто;

5. Бриш, Исҡушта, Мулдаҡай клубтары;

6. Асы ауылындағы магазиндар: «Йәйғор», «Кристалл», «Аҡбуҙат»;

7. Асы, Исҡушта почта бүлексәләре;

8. Асы, Бриштамаҡ, Исҡушта урта белем биреү мәктәптәре;

9. Мулдаҡай тулы булмаған урта мәктәбе;

10. Асы ауылында урынлашҡан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музей.

Асы ауылында СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков 1908 йылдың 15 декабрендә тыуған. Ауыл советы территорияһында минерал инештәрҙе тикшереу буйынса фәнни-тикшереү эштәре алып барыла. Асы минерал һыуҙарын төрлө сирҙәрҙе дауалау максаты менән файҙаланыу өсөн ҡулланыуҙары буйынса Д. Т. Ғильмутдинова, Р. Р.Вәлиева, А. С.Шәрипованың эштәре билдәле.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19032 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.