Астафьева Тамара Аркадьевна
Астафьева Тамара Аркадьевна (17 март 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең табип-педиатры. СССР-ҙың халыҡ табибы (1985)[1].
Астафьева Тамара Аркадьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1937 |
Тыуған урыны | Зырянка[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | педиатр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТамара Аркадьевна Астафьева 1937 йылдың 14 мартында Зырянкала (Яҡутстан) тыуа.
Бер йылдан һуң ғаиләләре менән бергә Новосибирскиға күсенәләр. 2 йәшендә ғаилә Кемерово өлкәһе>нә Киселевскиға күсенә[2].
Тамара Астафьева мәктәпте тамамлағандан һуң Томск дәүләт медицина институтына уҡырға инә.
1963 йылда институтты тамамлағас, Томск өлкәһенең Асино ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһына ебәрелә[1], һәм бында 25 койкалыҡ балалар бүлеге мөдире һәм балалр табыу йортонда табип-неонатолог була[2]. 1965 йылдан — район педиатры.
Дауахананың профком рәйесе була[3].
Инә 1972 йылда КПСС сафына инә[1].
Балалар поликлиникаһында 2006 йылға тиклем эшләй, әммә инсульт һөҙөмтәһендә табиплыҡ практикаһын ҡалдырырға мәжбүр була. Һуңынан тағы биш йыл Асино автотранспорт предприятиеһында табип булып эшләп, пенсияға сыға.
Асинола йәшәй[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергәБуласаҡ тормош иптәше Анатолий менән 1964 йылда бейеү майҙансығында таныша. Никахта ике балалары тыуа: Светлана — балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы һәм Аркадий — Томск хәрби-медицина академияһы уҡытыусыһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың халыҡ табибы (1985)[1]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1972)[3]
- РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары (1976, 1980, 1984)
- Профсоюз өлкә комитетының Маҡтау ҡағыҙы (1984, 1986)
- Профсоюз Үҙәк Комитетының Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаты (1989, 1996)
- Томск өлкәһе һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең почет китабына индерелгән (1997).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Астафьева Тамара Аркадьевна // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1986 (вып. 30). М., «Советская энциклопедия», 1986. стр. 558
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Эрика Журавецкая. Родник доброты и милосердия(недоступная ссылка) // газета «Диссонанс». 16.03.2017
- ↑ 3,0 3,1 Томская областная организация Профсоюза работников здравоохранения РФ. Занесены в Книгу Почёта