Астар — Решт — Казвин тимер юлы

Астар — Решт — Казвин тимер юлы — Рәсәй, Әзербайжан һәм Ирандың ғәмәлдәге тимер юлдарын тоташтырып эшләйәсәк һәм әлеге ваҡытта төҙөлөүсе транспорт коридоры. Проект «Төньяҡ — Көньяҡ» халыҡ-ара транспорт коридоры сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, уның маҡсаты — Рәсәй, Әзербайжан, Иран һәм Һиндостандың транспорт-мәғлүмәт магистралдәрен интеграциялау[1].

Астар — Решт — Казвин тимер юлы
Рәсем
Дәүләт  Иран
 Әзербайжан
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гилян[d] һәм Казвин[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Решт[d], Иран
Ҡәзвин, Иран
Рәсми асылыу датаһы 2018
 Астар — Решт — Казвин тимер юлы Викимилектә

Астар — Решт — Казвин проекты Иран территорияһында яңы тимер юл тармағын төҙөүҙе күҙҙә тота, ул Әзербажандың Астар ҡалаһын Ирандың Астар, Решт һәм Казвин ҡалалары менән тоташтырасаҡ[2].

2019 йылда Астар (Әзербайжан) — Астар (Иран) һәм Решт — Казвин участкаһы файҙаланыуға тапшырыла.

Элек Тәһран һәм Мәскәү араһындағы тимер юл бәйләнеше Нахичеван автономиялы республикаһы (Әзербайжан), Әрмәнстан һәм Грузия территориялары аша үткән була. Әммә әрмән-әзербайжан ҡарабах конфликты һәм унан һуң Әрмәнстандың Нахичеванды блокадалауы һәм Әрмәнстан менән Әзербайжан араһындағы хәрби низағ тимер юлының был тармағын ҡулланыуға тотҡарлыҡ була[3].

2005 йылда юл төҙөү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла[4]. Уның сиктәрендә Иран территорияһында оҙонлоғо яҡынса 350 километр тимер юлы төҙөү ҡарала, Әзербайжан территорияһында ла Астар һәм Әзербайжан-Иран сигендә оҙонлоғо 8,5 км булған тимер юлын һалыу, шулай уҡ Әзербайжан территорияһында ғәмәлдәге тимер юлын реконструкциялау ҙа күҙаллана. Проекттың хаҡы 200 миллион АҠШ доллары тип баһалана[5], шуларҙың 20 миллион доллары корридорҙың Әзербайжан өлөшөн төҙөүгә һәм реконструкциялауға тотонола[6]. 2006 йылда төҙөлә башлай[7].

Астар — Решт участкаһы

үҙгәртергә

2018 йылдың 8 февралдә һынау өсөн Рәсәйҙән йөк поезды сыға һәм Ирандың Астар станцияһына барып етә[8]. 2018 йылдың март аҙағында Астар (Әзербайжан) — Астар (Иран) тимер юлы участкаһы файҙаланыуға тапшырылғандан һуң тимер юлының Иран участкаһы, Астар станцияһы һәм төҙөлгән йөк поездары терминалы Әзербайжанға 25 йыллыҡ срокка ҡуртымға тапшырыла[9][10]. Ошо тимер юлы ярҙамында 11 ай эсендә 270 мең тоннанан ашыу йөк ташыла[11].

Решт -Астар тимер юл төҙөлөшөн 2021 йылға тамамлау планлаштырыла. Әзербайжан был участканы төҙөү өсөн Иранға 500 миллион АҠШ долларына льготалы кредит бирә[12].

Решт — Казвин участкаһы

үҙгәртергә

2009 йылда Иран Решт һәм Казвин араһындағы тимер юл участкаһын төҙөй башлай[13].

Тәүге этапта был корридор буйынса йылына 6 миллион тонна, артабан — 15-20 миллион тонна йөк ташыу планлаштырыла. Решт — Казвин тимер юлының рельефы төрлө булған урындарҙан үтеүе сәбәпле, Иран тимер юл проекты иң ҡатмарлы тип таныла. Тимер юлдың был тармағында оҙонлоғо ярашлы рәүештә 25 һәм 8 км булған 22 тоннель һәм 15 күпер төҙөлә.

2018 йылдың 22 ноябрендә Казвин — Решт тимер юлы буйлап беренсе һынау поезы үтә. Тимер юл коридорының 164 км оҙонлоғондағы участкаһында төп юлды асыу тантанаһы 2019 йылдың мартында Иран президенты Хәсән Рухань[14], Әзербайжан иҡтисад министры Шаһин Мустафаев, Пакистан һәм Ираҡтың рәсми кешеләре ҡатнашлығында үткәрелә.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Ҡаҙағстан тимер юлдары — Төркмәнстан — Иран
  • Баку — Тбилиси — Карс тимер юлы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Началась реализация проекта международного транспортного коридора «Север-Юг»(недоступная ссылка). Day.az. 22 июня 2007 года.
  2. Армения может быть включена в проект строительства нового железнодорожного пути между Азербайджаном, Россией и Ираном(недоступная ссылка). Day.az. 4 июня 2004 года.
  3. Очередной крах транспортных надежд Армении: В Ереване опоздали на поезд(недоступная ссылка). Day.az. 10 декабря 2009 года.
  4. Азербайджан, Россия и Иран подписали соглашение о строительстве железнодорожной магистрали Казвин-Решт-Энзели-Астара(недоступная ссылка). Day.az. 4 мая 2005 года.
  5. В Баку прибудет министр транспорта России(недоступная ссылка). Day.az. 30 марта 2009 года.
  6. Транспортники Азербайджана, России и Ирана обсудят вопросы строительства коридора «Север-Юг»(недоступная ссылка). Day.az. 18 июня 2007 года.
  7. В Иране состоялось открытие железной дороги Казвин-Решт. ady.az. Дата обращения: 27 март 2019.
  8. Тестовый поезд пущен из Азербайджана в Иран по железной дороге. ТАСС. 8 февраля 2018 г.
  9. Азербайджан инвестирует $60 млн в железнодорожную станцию в Иране. ИА REGNUM. 26 марта 2018 г.
  10. Азербайджан увеличит пропускную способность грузового терминала в Астаре. Trend. 5 марта 2019 г.
  11. Джавид Гурбанов: Экономические связи между Азербайджаном и Ираном еще больше укрепятся. Взгляд. 6 марта 2019 г.
  12. Qazvin- Rasth railway opens today. AzerNews. 22 November 2018
  13. Представитель минтранса ИРИ рассказал о преимуществах проекта «Север-Юг» для Азербайджана и Ирана(недоступная ссылка). Day.az. 25 мая 2010 года.
  14. INSTC: Iran’s Qazvin-Rasht Railway to Roll on Wednesday. Financial Tribune. 5 марта 2019 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә