Аспазия (шағир)
Аспазия (латыш. Aspazija; ысын исеме Йоха́нна Эми́лия Лиза́шул Розенберг (латыш. Johanna Emīlija Lizete Rozenberga), кейәүгә сыҡҡас: Элза Плиекшане (латыш. Elza Pliekšāne); 16 март 1865 йыл — 5 ноябрь 1943 йыл) — латыш шағиры һәм драматургы. Латвия ССР-ының халыҡ шағиры Ян Райнистың ҡатыны[1].
Аспазия | |||
латыш. Johanna Emīlija Lizete Rozenberga | |||
Тыуған көнө: | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы, Курлянд губернаһы, Залениек олоҫо, Даукшас утары | ||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: |
Юрмала | ||
Эшмәкәрлеге: |
шағир | ||
Наградалары: |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергә1865 йылдың 4 (16) мартында Залениек олоҫоноң Даукшас утарында тыуған.
1897 йылда донъя күргән үҙенең тәүге «Ҡыҙыл сәскә» шиғырҙар йыйынтығында һәм «Йәне тәне менән бирелгәндәр» (1894), «Көмөш япма» (1905) драмаларында Аспазия романтизмдың фәлсәфәүи һәм эстетик принциптарын тормошҡа ашыра. Ул эмансипацияны яҡлап сығыш яһай һәм иренең социал-демократик идеяларын хуплай.
1905 −1920 йылдарҙа ире менән бергә Швейцарияла эмиграцияла була. Уларҙың тыуған илгә ҡайтыуын йылы ҡабул итәләр һәм Риганың иң матур бульварының исеме улар хөрмәтенә үҙгәртелә[2].
Аспазия Ойоштороу йыйылышы составына һайлана, Латвия дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүендә әүҙем ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын актив яҡлай.
«Ҡомло түбәләрҙәге оҙон юл» телефильмында ҡулланылған «Мейес артында сиңерткә йырлай» йыр тексы авторы булараҡ билдәле.
1933 йылдан алып йәшәгән Дубулта ҡасабаһында 1943 йылдың 5 ноябрендә вафат була. Ригала Райнис зыяратында ерләнгән.
Хәтер
үҙгәртергәШағир хөрмәтенә Ригалағы урам — «Аспазия бульвары» исемен йөрөтә.